– Азамат Мөхәмәтхаяз улы, микрорайондағы юлдар ниндәй хәлдә?
– Күптән түгел әлеге микрорайон юлдарына планлы тикшереү уҙғар-ҙыҡ, уларға “Башкиравтодор” предприятиеһы көсө һәм район хакимиәте тырышлығы менән ваҡ таш-эре ҡом һибеп ремонт яһалғайны.
Тикшереү йомғаҡтары буйынса түбәндәге кәмселектәр асыҡланды: ҡом-ҡырсынташ ҡатышмаһынан торған өҫкө ҡатламда колея барлыҡҡа килгән; яҙ көнө һыу үткәреү өлөшө тулыһынса асылмаған һәм юл киңлеге ҡар өйөмдәренән таҙартылмаған, шул арҡала юл өҫтөнән һыу ағып ятты.
– Был йүнәлештә ниндәй эштәр алып барыласаҡ?
– Канауҙар яһау, шулай уҡ автомобиль юлын тығыҙлау һәм, кәрәк булһа, ваҡ таш, ҡом-ташлы ҡом ҡатышмаһы өҫтәп ҡаплау планлаштырылған.
– Микрорайон кешеләрен күптән борсоған тағы ла бер проблема – һыу юҡлығы. Был мәсьәләне хәл итеү нисек бара?
– Район хакимиәтендә әлеге проблеманы хәл итеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Өҫтәмә скважина быраулау бик ныҡ кәрәк. Ошоноң ме-
нән бәйле һыу запасына разведка үткәрелә.
Кәрәкле һыу запасының булыуы раҫланғанда халыҡты һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә торған эксплуатациялау скважинаһы төҙөләсәк.