Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ аптырашта...

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн квитанцияларҙағы буталсыҡлыҡ

Ошо көндәрҙә мәсетлеләр ғинуар өсөн коммуналь хеҙмәттәргә түләү квитанцияларын ала башланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңы законға ярашлы, өйҙә теркәлгән һәр кеше өсөн түләргә тура киләсәк. Гәзит редакцияһына квитанцияларына өйҙөң элекке хужалары тураһындағы мәғлүмәттәр индерелгән район үҙәге кешеләре мөрәжәғәт итте. Мәҫәлән, район үҙәгендә йәшәгән бер кешегә 770 һум-ға, йәғни 11 кешегә квитанция килгән, ә ысынында был өйҙә бары тик ҡатыны менән ул ғына теркәлгән; район үҙәгендә йәшәүсе икенсе бер ҡатынға үлгән ҡәйнәһе исеменә квитанция килгән, артабанғы түләү ҡағыҙында өйҙөң күптән инде уны һатҡан хужаларының фамилияһы күрһәтелгән…

Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәләүетдинов ундай буталсыҡлыҡ ысынлап та бар һәм был хәлде тикшерәләр, тип аңлатты.

Район халҡына дөрөҫ мәғлүмәттәр индерергә кәңәш итәләр. Бының өсөн теркәлгән йәшәүселәр һаны тураһында белешмә алыу өсөн ауыл Советына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бының өсөн үҙегеҙ менән паспорт, балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарын, өйгә, фа- тирға хоҡуҡты билдәләүсе документтар, йорт кенәгәһен алып килергә. Алынған белешмәне Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тыныслыҡ урамы, 17 А адресы буйынса ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге төбәк операторының беҙҙең райондағы вәкиле Марат Хизбуллинға бирергә. Ул был белешмәләр-ҙе Өфөгә Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенә алып бара, унда квитанцияларға төҙәтмәләр индерәләр. Бөгөнгә төҙәтеүгә 90 квитанция ебәрелгән.

Үрҙә яҙылғандар менән бәйле район халҡына ғинуар-ға бары тик өйҙә ысынлап та йәшәгән кешеләр өсөн генә түләргә тәҡдим ителә.

Райондың ҡайһы бер кешеләре сүп-сар сығарған өсөн бөтөнләй түләмәҫкә ҡарар иткән. Улар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыу буйынса яңы төбәк операторына өнһөҙ бойкот иғлан иткән. Үҙ хоҡуҡтарын судта иҫбатларға ниәтләп, улар ТКО сығарған өсөн түләргә йыйынмай ҙа. Ләкин яңы төбәк операторының хоҡуҡи бүлек юристары был протестың бер нимәгә лә килтермәйәсәгенә инанған. Квитанцияларҙы барыбер түләргә тура киләсәк, өҫтәүенә өҫтәлгән пенялары менән бергә.

Интернет селтәрендәге социаль төркөмдә төбәк операторы эшенән ҡәнәғәт булмаған кешеләр квитанция- ларҙы түләмәһә лә була, тигән хәбәрҙәр барлыҡҡа килә.

– Квитанцияны түләү мотлаҡ түгел. Һеҙ үҙегеҙ улар менән бер ниндәй ҙә килешеү төҙөмәгәнһегеҙ. Был квитанция – оферта, йәғни килешеү төҙөү тураһында тәҡдим. Әгәр һеҙ уны түләһәгеҙ, ул саҡта автоматик рәүештә хеҙмәт алыуға ризалаша-һығыҙ. Артабан һеҙ ай һайын иҫәп буйынса түләргә бурыслы буласаҡһығыҙ. Беҙгә барыбыҙ ҙа бергә судҡа бирергә һәм үҙ хоҡуғыбыҙҙы яҡлау-ҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Дөрөҫлөк беҙҙең яҡта, – тип яҙа аноним.

Был яҙыуға комментарий-ҙарҙа күптәр принципиаль рәүештә иҫәптәр буйынса түләмәйәсәктәре тураһында яҙған. Кешеләр: “Беренсе тап-ҡыр түләмәйенсә тороп, килешеү көсөнә инмәйәсәк”, – тигән ҡарарға килгән.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге төбәк операторының беҙҙең райондағы вәкиле Марат Хизбуллин әлеге кешеләрҙең фекере менән килешмәй.

– Типовой килешеү формаһын Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған. Был асыҡ оферта, йәғни тәҡдим автоматик рәүештә ғәмәлгә инәсәк, был конклюдент килешеү. Икенсе төрлө әйткәндә, әгәр кеше ҡалдыҡтар барлыҡҡа килтерә икән, тимәк ул ҡалдыҡтар-ҙы сығарыу, күмеү һәм утилләштереү буйынса хеҙмәт- тәрҙән дә файҙаланырға тейеш. Рәсәйҙә экология аяныслы хәлдә. Хәҙер, проблеманы хәл итеү өсөн сүп-сар эшкәртеү заводтары асырға кәрәк. “Сүп-сар реформаһы” шуның өсөн ебәрелә лә инде, һәм беҙ, уның шөрөптәренең береһе кеүек, килешеү булыу-булмауына ҡарамаҫтан, сүп-сарҙы сығарырға бурыслы. Килешеү төҙөү юридик ойошмалар һәм идара итеүсе компаниялар өсөн генә мотлаҡ булып тора. Ләкин, әгәр күп фатирлы йортта йәки шәхси секторҙа йәшәүсе килешеүҙе ҡулына тотоп ҡарағыһы килһә, ул беҙгә мөрәжәғәт итә ала, беҙ уға килешеүҙе индивидуаль рәүештә рәсмиләштерәсәкбеҙ. Әммә килешеү барыһы өсөн дә бер үк, РФ Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән типовой формала буласаҡ. Килешеүҙең ҡулда булмауы, кеше ҡалдыҡ барлыҡҡа килтермәй, тигәнде аңлатмай. Һөҙөмтәлә, түләмәгән кешенең бары тик бурысы ғына йыйыла, ә беҙ уны проценттары менән суд аша түләтәсәкбеҙ.