Бөтә яңылыҡтар

Барыһы ла килешеү төҙөргә тейеш

Күп фатирлы йорттарҙа, шәхси секторҙа йәшәүсе Башҡортостан халҡы, шулай уҡ юридик ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә төбәк операторы менән 2019 йылдың ғинуарында килешеү төҙөргә бурыслы. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ошо хаҡта хәбәр итә.

Ундай килешеүҙәр төҙөү кәрәклеге РФ Хөкүмәте тарафынан раҫланған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү ҡағиҙәләре менән ҡаралған. Килешеүҙәр төҙөү формаһы һәм тәртибе әлеге ваҡытта республика территорияһын хеҙмәтләндереүсе төбәк операторҙарының рәсми сайттарында урынлаштырылған:

– “Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ” МУП-ы (тел. 8 (800) 347-80-03, http:// saufa.ru), хеҙмәтләндереү зонаһы – Өфө ҡалаһы, Архангел, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө, Шишмә райондары.

Сүп-сар йыйыу һәм сығарыу-ҙың яңы системаһына күсеү менән бәйле килеп тыуған барлыҡ һорауҙар буйынса төбәк операторҙарының “ҡыҙыу линиялары”на һәм 8 (347) 218-03-90 телефоны буйынса БР Экология министрлығына шылтыратыр-ға мөмкин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2019 йылдың 1 ғинуарынан беҙҙең республика, бөтә ил кеүек үк, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күс-те. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнәсәк, ә халыҡ билдәләнгән тарифтарға ярашлы был хеҙмәттәр өсөн түләйәсәк.

Был эш, барыһынан да элек, ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең заманса, экологик яҡтан хәүеф-һеҙ системаһын формалаштырыуға, күп һанлы рөхсәтһеҙ сүп-лектәрҙе бөтөрөүгә һәм яңыларының барлыҡҡа килеүен булдырмауға, шулай уҡ сүптәрҙе сорттарға бүлеү һәм эшкәртеү буйынса үҫешкән инфраструктура булдырыуға йүнәлтелгән.


Ауыл ерендә сүп-сар өсөн контейнерҙар буласаҡмы?

Эйе, урындағы хакимиәттәр һәм төбәк операторҙары уларҙы ошо йылдың 1 июненә тиклем йыһазландырып бөтөргә тейеш. Санитар нормаларға ярашлы, ул бетон йәки асфальт түшәлгән, периметры буйынса бордюр менән сикләнгән, автотранспортҡа килеп туҡтау өсөн урыны булған майҙансыҡ булырға тейеш. Контейнерҙарҙың иң күп һаны – бишәү. Контейнерҙарҙан торлаҡ биналарға, ял һәм спорт менән шөғөлләнеү урындарына тиклемге ара 20 метрҙан кәм һәм 100 метр-ҙан артыҡ булырға тейеш түгел. Әлегә коммуналь ҡалдыҡтарҙы пакеттарға йәки башҡа һауыттарға тултырырға кәрәк.


Әгәр квитанцияларҙы түләмәһәң, ни була?

Статусына ҡарамаҫтан, физик шәхесме ул, әллә юридик ойошмамы, торлаҡ йәки офис бинаһымы, йәиһә шәхси сектормы – барлыҡ бина хужалары ла ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы хеҙмәттәренә килешеү төҙөргә һәм уның өсөн түләргә бурыслы. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр күр- һәтеүгә килешеүҙең типовой формаһы РФ Хөкүмәтенең 2016 йылдың 12 ноябрендәге 1156-сы ҡарары менән раҫланған. Шуның менән бергә түләүҙән ситләшкән өсөн яуап-лылыҡ та ҡаралған. РФ КоАП-ының 8.2-се статьяһына ярашлы, ундай килешеүҙе төҙөмәү ҡулланыусыларҙы күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн түләүҙән азат итмәй һәм административ яза рәүешендә яуаплылыҡҡа килтерә. Был осраҡта граждандарға – берҙән ике мең һумға тиклем; вазифалы шәхестәргә – ундан утыҙ мең һумға тиклем, юридик ойошма булдырмайынса ғына эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыусылар-ға утыҙҙан илле мең һумға тиклем штраф йәки туҡһан тәүлеккә тиклем эшмәкәрлектәрен административ туҡтатып тороу янай; юридик ойошмаларға йөҙҙән ике йөҙ илле мең һумға тиклем штраф һалына йәки туҡһан тәүлеккә тиклем эшмәкәрлектәре админис-тратив туҡтатып торола.

Беҙҙең хәбәрсе.