Бөтә яңылыҡтар

Яңы йылдан тағы бер квитанция барлыҡҡа киләсәк

2019 йылдан республика сүп-сар сығарыуҙың яңы схемаһы буйынса эшләй башлай. Халыҡ һәм юридик ойошмалар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу, сығарыу, эшкәртеү һәм утилләштереү буйынса төбәк операторҙары менән туранан-тура килешеүҙәргә күсәсәк.

Республика территорияһында улар барлығы дүртәү. Беҙҙең район ҡараясаҡ “Спецавтохозяйство по уборке города” (Өфө) баш ҡалала, шулай уҡ эргәһендәге – республика үҙәгендәге һәм көнсығышындағы 14 районда сүп-сар менән эш итеүгә яуаплы буласаҡ. “Дюртюлимелиоводстрой” компанияһы ике зона: 2-се – төбәктең төньяғы һәм 4-се (Межгорье ябыҡ ҡалаһы) зоналар өсөн яуап бирә. “ЭКО-Сити” компанияһы майҙаны буйынса иң ҙур 3-сө зона – республиканың көньяҡ райондары һәм “Экология-Т” ЯСЙ-һы төбәктең көнбайышы өсөн яуаплы буласаҡ. Ҡалдыҡтар хәрәкәтенең тотош сылбыры өсөн тап улар яуап бирәсәк һәм уларҙы ҡайҙалыр берәй йырынтыла йәки урманда түгел, ә заманса полигондарҙа урынлаштырыу гарантияһы буласаҡ.

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы коммуналь хеҙмәт өсөн иҫәптәр республиканың ҡайһы бер райондары халҡына электр энергияһы өсөн түләү менән бер квитанцияла киләсәк.

Ундай хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк оператор-ҙарының береһе – өсөнсө зона өсөн яуаплы “ЭКО-Сити” менән Башэлектросбыт (ЭСКБ) йәмғиәте төҙөгәндәр ҙә инде. Икенсе һәм дүртенсе зона төбәк операторҙары шулай уҡ ЭСКБ менән берләштерелгән түләү документы булдырасаҡ.

Түләү ҡағыҙҙарында “За оказание услуги по обращению с ТКО” тигән яңы юл газ, һыу һәм электр энергияһы өсөн кеүек үк яңы йылдың февраленән барлыҡҡа киләсәк.

Ләкин мәсетлеләр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәргә айырым квитанция буйынса түләйәсәк. Быйыл халыҡ памяткалар аласаҡ.

БР Дәүләт комитетында аңлатыу- ҙарынса, берҙәм төбәк операторы хеҙмәтенә тариф НДС менән 1 кубометр өсөн 650 һум 40 тингә тура килә. Шулай итеп, күп фатирлы йортта йәшәүсе бер кешегә фараз ителгән түләү айына 140 һум 92 тин, шәхси йортта йәшәгән кешегә 200 һум 54 тин тәшкил итәсәк.

Төбәк операторҙары хеҙмәттәренә хаҡтар, моғайын, бер аҙ айырыласаҡ.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА

әҙерләне.