– Алмаз Сиражетдин улы, алдағы йылытыу миҙгеленең нисек үтеүе тураһында һөйләгеҙ әле.
– Уҙған йылытыу миҙгеле планға ярашлы үтте. Бөтә эштәр ҙә ваҡытында башҡарылды. Бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш хәлдәр булманы. Шуға күрә беҙ уны уңышлы үтте тип әйтә алабыҙ.
– Ә быйыл әҙерлек нисек бара?
– “Тепловик” йәмғиәте ике ҡаҙанлыҡты хеҙмәтләндерә. Бөгөнгә уларҙы ҡышҡы осорға әҙерләү буйынса эштәр 90 процентҡа үтәлгән. Насостарға һәм келәле арматураларға ревизия уҙғарылды, бынан тыш ҡаҙандар ремонтланды һәм йыу- ҙырылды, шулай уҡ уларға преслау үткәрелде.
Капиталь ремонт һәм финанс сығымдарҙы талап иткән участкалар ҙа бар, әлбиттә. Был мәсьәлә район хакимиәте менән берлектә хәл ителә.
– Ҡайһы бер күп фатирлы йорттарҙы айырым йылытыу системаһына күсергәндән һуң эш күләме үҙгәрҙеме?
– Үҙәк теплотрассанан Ленин һәм Тракт урамдарында урынлашҡан күп фатирлы йорттар айырылды. Быйылдан улар айырым йылытыу системаһына күсә. Шуға күрә теплотрасса ҡыҫҡарҙы. Бөгөн улар- ҙа гидравлик һынауҙар һәм ремонт эштәре бара.
– Йылытыу селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүгә бәйле ниндәй проблемалар тыуа?
– Төп мәсьәләләрҙең береһе булды һәм булып ҡала – ул ҡулланған йылы өсөн бурыс-тар. Уларҙың суммаһы ҙур. Был аҡсаларҙы ремонт эштәренә йүнәлтергә булыр ине. Финанс средстволарҙан башҡа күп эштәр ваҡытында үтәлмәй ҡала. Шуға күрә халыҡҡа ҙур үтенес: яңы йылытыу миҙгеленә әҙерлек һөҙөмтәлерәк үтһен өсөн күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләгеҙ.
Шундай хәлдәр булыуға ҡарамаҫтан, беҙ бөтә кәрәкле эш күләмен үтәргә һәм уларҙы йылытыу миҙгеле башланғанға – 15 сентябргә тиклем тамамларға тырышасаҡбыҙ.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.