Бөтә яңылыҡтар

Эштәрҙең тиҙлеге фатир хужаларына бәйле

Оло Ыҡтамаҡ ауылында күп фатирлы йорттарҙы айырым йылытыу системаһына күсереү буйынса эштәр тулы көйгә бара. Эштәр барышы һәм осраған ҡыйынлыҡтар тураһында Мәсетле районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов һөйләне.


- Азамат Мөхәмәтхаяз улы, һәр фатирҙы айырым йылытыуға күсереү программаһына ярашлы Оло Ыҡтамаҡ ауылында ниндәй эштәр башҡарылған?

- Айырым йылытыуға күсерелә торған 815 фатирҙың быйыл 465-е күсереләсәк. Ул Ленин һәм Тракт урамдарындағы йорттар, шулай уҡ Мәктәп урамындағы 17-се һәм Тыныслыҡ урамындағы 25-се йорт фатирҙары.

Эштәрҙе “Башкоммунприбор” акционерҙар йәмғиәте башҡара, уның бындай программаларҙы бойомға ашырыуҙа ҙур тәжрибәһе бар. 2016 йылда Әләгәҙ ауылындағы күп фатирлы йорттар фатирҙарын айырым йылытыуға күсергәндә лә подрядсы ойошма ул ине.

Әйтергә кәрәк, йылытыу системаһы газ ҡорамалдарын эксплуатациялауҙа ла, фатир-ҙарҙа йәшәүселәрҙең һаулыҡ һәм ғүмерҙәре лә хәүефһеҙлектең бөтә дәрәжәләге һаҡлағыстары менән тәьмин ителәсәк. Фатирҙар хужаларына ҡаҙандар, көсөргәнеш стабилизаторҙары, газ сигнализатор-ҙары һатып алыу тураһында борсолорға кәрәкмәй. Былар-ҙың барыһы ла проект менән ҡаралған. Файҙаланылыу сроктары сыҡҡан газ үткәргестәр ҙә яңырасаҡ.

Торлаҡ фатирҙарҙан тыш, “Башаҡҡай” һәм “Ромашка” балалар баҡсалары өсөн блоклы модулле ҡаҙанлыҡтар һәм төтөн торбалары өсөн нигеҙҙәр әҙерләү бара. Нигеҙҙәр әҙер булғас, заводта йыйылған блоклы ҡаҙанлыҡтарҙы килтереп, әҙер килеш ҡуясаҡтар.

- Оло Ыҡтамаҡ ауылы күп фатирлы йорттарында йәшәүселәрҙең күбеһен күпме аҡса йыйырға кәрәклеге борсой.

- Эйе, күп фатирлы йорт- тарҙа йәшәүселәрҙең аҡсаны ни тиклем тиҙ йыйыуҙарына күп нәмә бәйле. Йылытыу миҙгеле башланыуға һәр фатирҙы айырым йылытыуға күсереү буйынса эштәр тамамланһын өсөн, быны бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләргә тырышырға кәрәк. Ул бер тапҡыр ғына индерелә торған түләү. Кешеләр өй эсе эштәре хаҡының 10 процентын ғына түләй. Был эштәргә иҫке радиаторҙарҙы һүтеү һәм яңыларын ҡуйыу, ҡаҙан менән тоташтырыу, төтөн торбалары һәм өй ҡыйыҡтарында ҡар тотҡостар ҡуйыу инә. Эштәрҙең ҡалған 90 процентын район һәм республика бюджеттары түләй. Өй эсе эштәре 20–30 мең һум-ға, ятаҡханаларҙағы бүлмәләргә 7 – 10 мең һумға төшәсәк. Аныҡ суммалар менән түләү ҡағыҙҙарын фатир хужалары беренсе августа аласаҡ. Халыҡҡа ҙур үтенес: түләүҙе һуҙмағыҙ! Кәрәкле эштәрҙе нисек тиҙ башҡарыуыбыҙ һеҙҙән тора.

- Программаны бойомға ашырыу барышында ниндәй ҡыйынлыҡтар осраны?

- Нескәлектәр күп, әлбиттә. Ҡайһы бер фатирҙарға инеп булмауы – ҙур проблема. Унан тыш, фатирҙарҙа ҡайтанан планлаштырылыу булып, техпаспортта уның сағылдырылмауы ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Фатир хужаларының да һорауҙары күп: кухня бәләкәй икән, фатирҙа яңыраҡ ҡына ремонт эшләнгән булһа, нисек итергә һәм башҡалар, һәм башҡалар.

Ҡыйынлыҡтар һәм һорау-ҙарҙың күп булыуына ҡарамаҫтан, йылытыу миҙгеле башланыуға бер генә фатир ҙа йылыһыҙ ҡалмаһын өсөн күп фатирлы йорттарҙы индивидуаль йылытыуға күсереү билдәләнгән сроктарҙа бойомға ашырылырға тейеш.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.