Күптән түгел Оло Ыҡтамаҡҡа Сал-йоғот ауылы яғынан килеү юлын ремонтлауҙың икенсе этабы тамамланды. Былтыр был эштең беренсе этабы башҡарылғайны. Ул саҡта юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1700 метр юлға тигеҙләүсе ҡатлам һәм 300 метрҙа асфальт һалынғайны. Икенсе этап 1400 метрҙа асфальт түшәмәһе һалыуҙы үҙ эсенә ала.