Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Мәсетле районында автомобиль юлдарын тотоуға һәм ремонтлауға финанслауҙың бөтә сығанаҡтарынан 235 млн һумдан ашыу сарыф ителгән.
Төбәк әһәмиәтендәге “Кропачево – Мәсәғүт – Әчит” автомобиль юлында 146,5 млн һумға 15,5 км юл түшәме ремонтланған.
Оло Ыҡтамаҡ ауылының Мелиораторҙар, Күпер, Совет, Ленин, Әләгәҙ ауылының Совет, Салйоғот ауылының Совхоз, Һабанаҡ ауылының М. Ғафури, Ләмәҙтамаҡ ауылының К. Маркс урамдарында юлдарҙың асфальт-бетон япмаһына ремонт яһалған. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 9,5 млн һум тәшкил иткән. 1,7 км автомобиль юлы йүнәтелгән.
Ауыл биләмәләренә юл билдәләре һатып алып ҡуйыуға 800 мең һумдан ашыу бүленгән. Урындағы әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары схемалары әҙерләнгән.
Быйыл Оло Ыҡтамаҡ ауылының Мелиораторҙар һәм Әләгәҙ ауылының Совет урамдарында юлдарҙы ремонтлау буйынса эштәрҙе дауам итеү планлаштырыла. Шулай уҡ райондың башҡа ауылдарындағы юлдарҙы йүнәтеү дауам итәсәк. Барлыҡ ремонт эштәренә 15 млн һумдан ашыу, урындағы әһәмиәттәге дөйөм ҡулланыу юлдарын хеҙмәтләндереүгә 10 млн һум самаһы сарыф ителәсәк.