Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Театр йылы-2019
21 Май 2019, 16:07

Серле театр донъяһы

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Мәсетле районында театрҙар марафонының тәүге этабы уҙҙы. Уның барышында һәр ауыл биләмәһенең драма коллективтары төрлө авторҙарҙың әҫәр-ҙәрен сәхнәлә тамашасыларға тәҡдим итте. Финалға бер нисә коллектив үтеп, улар район Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ.

22 майҙа Абдулла ауылының драма коллективы Туфан Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектакле менән сығыш яһаясаҡ.

Спектакль йәмғиәтебеҙҙең көнүҙәк проб- лемаларының береһен – ҡайһы бер әсәйҙәр-ҙең балаларын тәрбиәләргә теләмәү мәсьәләһен күтәрә. Сабыйҙарын ҡалдырып киткән әсәйҙәр тураһында киң мәғлүмәт сараларында күп яҙалар. Абдулла ауылы артистары был мәсьәләне бик оҫта асып һалды. Ваҡиға бала табыу йортонда бара. Балаһыҙ ҡатындың сәхнәләге уйҙары, әңгәмәһе уйланырға урын ҡалдыра.
23 майҙа Яңы Мишәр ауыл биләмәһенең “Йәйғор” драма коллективы Флорид Бүләковтың “Эх, күгәрсенкәйҙәрем” спектаклен тәҡдим итәсәк.

Ҡарттар йортонда бер бүлмәлә йәшәгән төрлө холоҡло, үҙ принциптары булған әбей-ҙәр электрик Абдулла пәйҙә булыу менән үҙгәреп, ҡупшыланып китәләр. Талапсан староста Фатима ла баш биреп, Абдуллаға буй-һона, активистка һәм уйлап сығарыуға әүәҫ Әҡлимә һөйөүен белдерә, хисле шағирә Сәлимә асылып китә һәм үҙенең иң тәьҫирле шиғырҙарын уҡый. Улар һәр тамашасының күңеленә үтеп инә, хатта ятҡан һәм һөйләшеп бармаған Хәнә лә аяғына баҫып, һөйләшә башлай. Киң күңелле Абдулла уларға ҡарата миһырбанлыҡ күрһәтә...
24 майҙа театр марафонын район Мәҙәниәт һарайының “Илһам” халыҡ драма театры “Һыу ҡойоһо” комедияһы менән тамамлаясаҡ.

Ғәҙәти ауыл тормошоноң ҡыҙыҡлы күренештәре. Ауыл халҡының ҡылыҡтарына түҙә алмай, барыһы ла файҙаланған берҙән-бер һыу ҡойоһо йәнләнә һәм геройҙарҙың иң серле серҙәрен һөйләй башлай. Мулланың һәр ваҡыт иҫерек йөрөгән полиция хеҙмәткәре менән нисек бәйле булыуын, ауыл халҡы бергәләп татыу йәшәү юлын таба алыуҙарын...
Спектаклдәр киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү түләүле. Килегеҙ, сихри театр донъя-һына сумығыҙ.

Тулыраҡ мәғлүмәт 2-10-84 телефоны буйынса.