Үҙәк район китапханаһында Башҡортостандың 100 йыллығына, Мостай Кәримдең тыуыуының 100 йыллығына һәм Театр йылына арналған “Быуат вертикалдәре” район әҙәбиәт марафоны старт алды.
Марафондың маҡсаты – тыуған төйәккә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләү, Мостай Кәримдең ижади мираҫын популярлаштырыу, халыҡты атайсалыбыҙҙың мәҙәни мираҫына һәм хәҙерге ҡаҙаныштарына – театр сәнғәтенә, драматургияға, әҙәбиәткә, музыка һәм хореографияға ылыҡтырыу. Марафон райондың барлыҡ китапханаларында февралдән алып ноябргә тиклем дауам итәсәк һәм декабрҙә еңеүселәрҙе иғлан итеү, бүләкләү менән тамамланасаҡ.
Әҙәби сарала район китапханалары хеҙмәткәрҙәре, Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы уҡыусылары, “Илһам” клубы ағзалары, әүҙем китап уҡыусылар йыйылды. Тамашасыларҙы мәҙәниәт бүлегенең методика кабинеты мөдире Лариса Худякова, Мәсетле ҡасаба-ара китапханалар системаһы директоры Светлана Ғәлимова сәләмләне. Кисәне алып барыусылар Башҡортостан автономияһының булдырылыу тарихы менән таныштырҙы. Тамашасыларға шағир, яҙыу-сы, драматург Мостай Кәримдең әҫәрҙәренән өҙөктәр, китап күргәҙмәләре, Баш-ҡортостанға, Мостай Кәримдең тормош юлына һәм ижадына арналған презентация, “Ай тотолған төндә” пьесаһынан өҙөк күр-һәтелде.
Ошондай бай йөкмәткеле сараларҙа булыу Башҡортостан поэзияһына тағы ла бер тапҡыр ҡағылыу, уларҙа тыуған еребеҙ моңон ишетеү мөмкинлеге бирә.
Марафон башланды. Эстафета Ләмәҙтамаҡ китапханаһына тапшырылды.