Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Театр йылы-2019
5 Февраль 2019, 16:01

Һәр бала актер була ала

Балаларҙа сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү



Театр йылына бәйле “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында педагогтар һәм ата-әсәләр бергәләп “Беҙҙең театр” проектын башланы.Уның авторы – юғары категориялы музыка етәксеһе Альбина Закирова.

Ошо көндәрҙә беҙ был сараны үҙебеҙ барып күрҙек һәм һеҙҙе лә иҫ китмәле балалар театрына саҡырабыҙ. Балалар баҡсаһында сихри атмосфера ине. Театрға ингән ерҙә клоун кейемендәге контролер тора. Ул һәр береһен ихтирам менән сәләмләне һәм тамашасыларҙы билет буйынса залға саҡырҙы. Көй яңғыраған ваҡытта ата-әсәләр менән балалар залға үтеп инде һәм билеттағы номерҙар буйынса үҙ урындарын биләне.

Актерҙер– балалар. Улар шиғыр һөйләү өсөн театр костюмдарында тамашасылар алдына сығып баҫты. Артабан классик музыка аҫтында балалар өсөн музыка ҡоралдары ярҙамында Корней Чуковскийҙың “Муха-Цокотуха” әкиәтен сәхнәләштерҙеләр. Сабыйҙарының Чуковскийҙың әҫәрҙәрен тулыһынса ҡабатлауҙары ата-әсәләр өсөн көтөлмәгән хәл булды.

Бына ата-әсәләргә сират етте. Улар балалары урынына сыҡты. Хәҙер актерҙар – ата-әсәләр. Улар “Мөғжизә” музыкаль әкиәте буйынса йәш тамашасылар өсөн ҡурсаҡ театры ойошторҙо. Балаларҙың шат йылмайыуҙары һәм ихлас алҡышлауҙары уларға тамашаның бик оҡшауын күрһәтте.

– Был проекттың мөһимлеге шунда: ата-әсәләр театр эшмәкәрлеге мөмкинлегенә, уның балаларҙың үҫешендәге роленә етерлек иғтибар бүлмәй. Проекттың маҡсаты – ата-әсәләрҙең балаларын театр эшмәкәрлеге ярҙамында тәрбиәләүҙә компетентлыҡтарын арттырыу, ата-әсәләрҙең ижади һәләттәрен үҫтереү, уларҙы театр сәнғәтенә ылыҡтырыу, өй шарттарында театр ойошторорға ярҙам итеү һәм шуның менән улар-ҙың балалары менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙарына килтереү. Төп әһәмиәте – һәр ҡатнашыусының актер ҙа, бер юлы тамашасы ла булыуында, – ти проект авторы.

Беҙ проектҡа бәйле ата-әсәләр-ҙең фекерҙәрен һораштыҡ.
Резеда Дәүләтова: “Был бергәләп үткәргән иҫ китмәле кисә булды. Мин беҙҙең үҙебеҙгә лә театрҙа ҡатнашып, балаларыбыҙҙы һөйөндөрә алыуыбыҙға ла шатмын”.
Ирина Ғилманова: “Һәр сығыш-ҡа күңелдәрен һалған һәм һәр баланы таныш булмаған яҡтан асҡан, беҙгә сағыу тойғолар бүләк иткән проект авторына һәм тәрбиәселәргә рәхмәт”.

Беҙгә балаларҙың тәьҫораттарын да белеү мөһим ине.
Булат Бижанов: “Мин әкиәттә үрмәксе инем һәм себенде ашарға тейеш инем, әммә серәкәй миңә улай итергә бирмәне. Ул иң ҡыйыуылыр. Барыһына ла уның кеүек булырға кәрәк”.
Мария Топычканова: “Миңә был әкиәттә ҡатнашыу бик оҡшаны. Мин металлофонда уйнаным. Ул музыка уйнай торған нәмә, исемен бик оҙаҡ иҫемдә ҡалдырҙым”.
Алина Нуретдинова: “Мин муха-цокотуханы уйнаным. Мине ҡыйыу серәкәй ҡотҡарҙы. Әммә нығыраҡ “Мөғжизә” әкиәте оҡшаны. Унда ҡар бабай умырзаяны ҡотҡарҙы. Бына улар ысын дуҫтар, шулаймы?!”


Эйе, был – ысын дуҫлыҡ. Ә дуҫлыҡ ул – ысын мөғжизә! Сәнғәткә ҡағылырға мөмкинлек биргән өсөн рәхмәт.