

Мәсетле районы энциклопедияһында бирелгән мәғлүмәттәргә ярашлы, Салйоғот ауылына 18-се быуаттың беренсе яртыһында Салйот ырыуы башҡорттары тарафынан нигеҙ һалынған. Халыҡ мал аҫраған, ер эшкәрткән. Ауыл 1756 йылда Ырымбур губернаһы картаһында билдәләнгән. 1795 йылда Оло һәм Кесе Салйоғот телгә алына, 25 йортта 103 кеше йәшәгән. 19-сы быуат һуңында Салйоғотҡа 18-се быуат уртаһында барлыҡҡа килгән Төплөкүл ауылы ҡушыла. 1906 йылда мәҙрәсә барлығы теркәлә, 19-сы быуат һуңында мәсет булған. Ауыл Себер юлының Салйоғот улусы составына ингән; 1781 йылда – Өфө өйәҙе Салйоғот улусына; 1796 йылда Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Салйоғот улусына; 1798 йылда – Ырымбур губернаһы Оло Ҡошсо улусының 8-се башҡорт кантонына, 1865 йылда – Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Оло Ҡошсо улусына, 1919 йылда – Ҡошсо кантоны Дыуан-Мәсетле улусына, 1922 йылда – Мәсәғүт кантонының Дыуан-Мәсетле улусына, 1930 йылда – БАССР-ҙың Дыуан-Мәсетле (хәҙер – Мәсетле) районына. 1859 йылда Салйоғот ауылында 191 кеше иҫәпләнгән, 1870 йылда – 214, 1920 йылда – 496, 1959 йылда – 461, 1989 йылда – 262, 2002 йылда – 255, 2010 йылда – 266, ә 2020 йылда 242 кеше теркәлгән.
Ауыл уҙаманы Фәрхетдинов Фәррәх һөйләп ҡалдырған яҙмаларға ярашлы (2010 йылда), ауылдан 60 ир-егет 1941–1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, шуларҙың 25-енә тыуған ерҙәренә кире әйләнеп ҡайтыу яҙмаған.
Ошо һуғыш йылдарына бәйле ауылда Әлифә исемле әүлиә ҡатын тураһында тарих һаҡланған. Һабанаҡ ауылынан килен булып төшкән күрәҙәсе ҡатын күптәргә ярҙам иткән. Был хаҡта Йонос ауылынан Сәғиҙә Мөхәрәмова район гәзитендә яҙып сыҡты (2019 йыл, 1 март).
Ауыл халҡы Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Серп и молот” колхозында, Һабанаҡ ауылына ҡараған мал һимертеү совхозында эшләгән. Ауылдан алыҫ түгел, Һаҡтауҙан ары, мал һимертеү совхозының сусҡа фермаһы урынлашҡан. Салйоғоттоң үҙендә, Әй буйында, мал һимертеү фермаһы булған (ул урында хәҙер Йәштәр урамы халҡының баҡсалары). Ауыл халҡының барыһы ла тиерлек ошо ике фермала эшләгән. Ауылдың алдынғы колхозсылары һәм совхоз эшсәндәре: Солтанов Мансур, Ильясов Сәрүәр (Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары), Әхмәҙуллин Мөхәмәтйәр, Ғәлләмов Ғарифйән һәм Ғәлләмова Зимфира, Ғатауллина Рәйфә, Ҡадиров Ҡабдулла һәм Ҡадирова Фәрзәнә, Хужина Рәшиҙә, Насырова Венера (Мөнәүәрә), Саҙрыева Сәкинә, Әхкәмова Рәйфә, Ҡорбанова Мөнирә, Йәрмөхәмәтова Әнжилә, Йәрмөхәмәтовтар Фәриха һәм Мәғәфүр, Сәхәүетдинова Мәликә, Минһажева Гөлниса, Шайкамалов Әүәл һәм Шайкамалова Әлимбикә, Миндиәхмәтова-Йомағужина Нурания, райондың атҡаҙанған мал ҡараусыһы Ҡорбанов Дарвин, Әлмөхәмәтов Рәфҡәт һәм Әлмөхәмәтова Тамара, Миндиәхмәтов Наил, Шафиҡова Фәриҙә, Саҙрыев Мулланур, Саҙрыев Ғәлимйән. Хоҙайбирҙина Алма ауылда һөт йыйып, май заводына алып барып тапшырған.
80-се йылдар аҙағында районда газ үткәрәләр. Газ үткәргес Мәләкәҫ яғынан Һабанаҡҡа тартыла. Ул Салйоғоттан алыҫ түгел ерҙән үтә, әммә ауыл газ үткәреү планына индерелмәй, сөнки ул ваҡытта ауыл йә “Серп и молот” колхозына, йә мал һимертеү совхозына күсереп йөрөтөлә. Салйоғот ауылында ла газ булһын өсөн, Ғатауллин Дамир КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Шакировҡа биш тапҡыр үҙе бара. Үҙ аҡсаһына йөрөй. Газ кертеү планына индереү өсөн хаттар төҙөй, халыҡтан ҡултамғалар йыя, хатында ауылда ниндәй производство алдынғылары, һуғыш ветерандары йәшәгәнен хәбәр итә. Һөҙөмтәлә Салйоғотта газ 90-сы йылдар башында, Һабанаҡ ауылына ҡарағанда иртәрәк, барлыҡҡа килә. Дамир Ғатауллиндың үҙенә килгәндә, ул күп йылдар Салйоғот ауылында ферма мөдире булып эшләй. Һуңынан Оло Ыҡтамаҡ ауылының тау башында мал һимертеү майҙансығы һәм ферма төҙөйҙәр, Салйоғоттағы бөтә колхозсыларҙы шунда күсерәләр. Дамир Хөснулла улы унда 1985 йыл тирәһендә инвалидлыҡ буйынса хаҡлы ялға сыҡҡансы мөдир булып эшләй.
Ауылда балалар башланғыс белемде урындағы мәктәптә ала, артабан Һабанаҡ һигеҙ йыллыҡ, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәптәрендә, 1-се һанлы һәм 2-се һанлы Оло Ыҡтамаҡ мәктәптәрендә уҡыйҙар. Салйоғот башланғыс мәктәбендә төрлө йылдарҙа Носратуллина Ҡәнифә (тәүге мөғәллимә, 1947–1983 йылдарҙа эшләй, мәктәп мөдире була), Нәҙершина Фаина, Рида Ғәлина, Ғәйфуллина Гөл, Роза апа, Людмила Тәүәкәлова, Булатова Сәлимә, Линиза Ҡотлоева, Зөһрә Ғатауллина, Миләүшә Йоносова балаларға белем бирә. Мәктәптә оҙаҡ йылдар Зиннәтуллина Венера, Рафиға Әхкәмова йыйыштырыусы булып эшләйҙәр, мейескә яғып, уҡыусылар килеүгә мәктәпте йылытып ҡуялар. 2000-се йылдар башында башланғыс мәктәп ябыла.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәҙиев Фәхретдин оҙаҡ йылдар урмансы булып эшләй. Уҡыусылар уның менән бергә Һабанаҡ яғына урман ултыртырға йөрөй. Миндиәхмәтов Фәрит – юл төҙөү идаралығында механик.
Район ҡулланыусылар йәмғиәтенең ауылдағы магазины бик бай була, унда хатта ҙур ауылдарҙан халыҡ тауар алырға килә. Бында тәжрибәле һатыусылар Әхмәҙуллина Ләлә, Миндиәхмәтова Бибисара халыҡты хеҙмәтләндерә.
Эштән һуң халыҡ ауыл клубына йыйыла. Мәҙәни сараларҙы клуб мөдирҙәре Тәнзилә Ҡорбанова, Саҙрыева Гөлсимә, Дилара Саҙрыева, Әлфиә Ғатауллина, Линиза Ҡотлоева ойоштора. Гармунсылар Роберт Жиянов, Әлфит һәм Рауфан Ҡорбановтар, Ландыш Миндибаев, Миндиәхмәтов Фаиз, Ғәниев Раян кисәләрҙе музыкаль яҡтан биҙәй.
Фельдшер-акушер пунктында Мәүлиҙә Ҡадирова, Әлфинур Миндиәхмәтова эшләйҙәр.
Гәзит-журналдар халыҡҡа атҡаҙанған почтальон Мөхәмәҙиева Ҡәнифә, почтальондар Эльмира Мөхәмәҙиева, Мәрфуға Ярмушева, Рафиҡ Ҡадиров ярҙамында барып етә.
Бәләкәй генә Салйоғот ауылы үҙенең тырыш ул һәм ҡыҙҙары менән дан тота: Рәсүл Әхмәҙуллин – КПСС район комитетының беренсе секретары, Ғатауллин Венер – типография директоры, район Советы депутаты, Мәрйәм Миндибаева (Ҡолмөхәмәтова) – Салауат Юлаев ордены кавалеры, Линиза Ғатауллина (Вәликәйева) – “Ҡарағай” шифаханаһының баш бухгалтеры. Оҫта хирург Сәхәүетдинов Мөхәрләм үҙәк район дауаханаһында, һуңынан Балаҡатай дауаханаһында оҙаҡ йылдар халыҡ һаулығы һағында тора. Дина Ҡорбанова (балалар бүлексәһе), Клара Әхмәҙуллина (Мөхәмәтова, бала табыу бүлексәһе), Зәлифә Йәрмөхәмәтова (Вәлиева, поликлиника) күп йылдар үҙәк район дауаханаһында яуаплы вазифа биләйҙәр – өлкән шәфҡәт туташы булып эшләйҙәр. Бөгөн табип булып эшләгән йәш быуыны менән дә ғорурлана Салйоғот халҡы: Рөстәм Шәрәфисламов, Альвина Насырова (Ғәйнелйәнова) (табип-гинекологтар), Эльвира Хафизова (Шәрипова, терапевт), Гүзәлиә Хафизова (стоматолог), Ләйсән Ҡотлоева (Максимова, педиатр), Эльмира Ғатауллина (Ғизәтуллина, педиатр). Илдар Нафиҡов – хәрби фельдшер.
Әйтергә кәрәк, район үҙәгендәге Башҡорт гимназияһын миҙалға тамамлаусылар араһында Салйоғот ауылынан уҡыусылар күп: Ильгина Зиннурова (Байгазина), Әминә Ғатауллина, Алина Солтанова (Кондратьева), Гүзәлиә Хафизова, Ләйсән Ҡотлоева (Максимова), Зәлиә Ғәниева (Сабирйәнова).
Запастағы хәрби офицер Динар Ғатауллин һәм икенсе ауылдашыбыҙ Муллаян Саҙрыев илебеҙ ҡушыуы буйынса Афғанстанда интернациональ бурыстарын үтәйҙәр үҙ ваҡытында.
Алдынғы уҡытыусылар, шәфҡәт туташтары, бухгалтерҙар араһында ла осратырға була салйоғоттарҙы.
Ауыл ҙурая, йәштәр матур итеп яңы өйҙәр һалып сыға. Бөгөн ул активистар көсө менән йәшәй. Ауылда таҙалыҡты тәьмин итеүҙә Айрат Ғәниев, Дина Ҡорбанова, Вәғиз Ҡорбанов, Әлфиә Ғатауллина, Гөлсирә һәм Марат Сибәғәтуллиндар, Эльвира һәм Фирус Ғәлимовтар, Таһира һәм Рифас Зиннуровтар, Флүзә һәм Өлфәт Гәрәевтар, Филиза Хәтмуллина, Руслан Йосопов, Эльза һәм Руслан Ҡотлоевтар, Даниэль һәм Альфред Лотфуллиндар, Роза Сабирова, Азамат Сабиров, Рафиҡ Ҡадиров, Лида Солтанова, Илдар Мөхәмәтов, Эльвира һәм Ришат Закировтар, Ринат Бәҙретдинов, Вера Ғатауллина, Альмира һәм Әғләм Хафизовтар, Флүзә Шәрәфисламова, Айгөл Тимербаева, Фәриҙә Солтанова, Ирина Йомағужина, Эльвина һәм Денис Саҙрыевтар, Дилә һәм Эдуард Куловтар, Эльвира һәм Рөстәм Жияновтар, Рөстәм Кулов, Резеда Әхкәмова, Рәйсә Зиннурова, Алида Заһитова, Нәргизә һәм Дмитрий Дульцевтар, Миндинур һәм Рәмил Ғатауллиндар, Рита һәм Марс Хужиндар, Эльвира Ғәлләмова, Фәнис Миндиәхмәтовтың һәм башҡаларҙың тырышлығы баһалап бөткөһөҙ.
Уҙған шәмбе, 22 августа, Салйоғот ауылы халҡы стела асыу хөрмәтенә ҙур байрамға йыйылды. Тантанаға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов һәм Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөлфиә Ғилманшина ҡотланы. Район Мәҙәниәт һарайы артис-тары халыҡты дәртле концерт номерҙары менән һөйөндөрҙө, ә Ралина Әхмәтйәнова балалар өсөн бушлай батут ҡуйҙы.
Стеланы эшләү тәҡдиме менән Данил Насыров сығыш яһағайны, эштәр менән дә ул идара итте, тамырҙары менән Салйоғот ауылына бәйле эшҡыуарҙар менән һөйләшеүҙәр алып бар-ҙы. Стеланы эшләтеү өсөн аҡсаны ауыл халҡы һәм ситтә йәшәгән яҡташтар дәррәү йыйҙы. Төҙөлөш материалдары менән урындағы эшҡыуарҙар Булат Сабиров, Владислав Тимербаев, Илфат Ғәлимов, Фирдус Йомаҙилов, ситтә йәшәгән яҡташыбыҙ Азат Кинйәбаев ныҡ ярҙам итте. Стеланың эскизын Пионерҙар һәм уҡыу-сылар йорто педагогы Лилиә Сабирова эшләп бирҙе, ә стеланың үҙен – Фәнис Закиров. Арт-объектты урынлаштырыу эшендә ағалы-ҡустылы Мулланур һәм Муллаян Саҙрыевтар, Данил һәм Салауат Насыровтар, Вәғиз Ҡорбанов, Ралит Ҡотлоев, Ринат Бәҙретдинов, Таһир Ильясов, Эдуард Кулов, Фаил Миндибаев, Айрат Ғәниев, Алмаз Әлмөхәмәтов, Денис Саҙрыев, Рәсим Хужин, Рөстәм Жиянов, Флорид Саҙрыев, Эдуард Мөхәмәҙиев, Марат Сибәғәтуллин, аталы-уллы Фәнис һәм Айназ Миндиәхмәтовтар, Әмир һәм Дамир Зиннуровтар ҡатнашты.
Тормош дауам итә, йәштәр ғаилә ҡора, балалар донъяға килә. Ауылдың киләсәген нәҡ ошо йәш быуын яҙасаҡ. Был киләсәк матур һәм яҡты булһын!
Зөһрә ҒӘНИЕВА (Ғатауллина),
ауыл старостаһы.