Мәсетле тормошо
+12 °С
Облачно

Йәйләү яланы тарихы

Туҡбай ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан ялан “йәйләү” тип йөрөтөлә. Бер ваҡыт олатайыма: “Нимә ул йәйләү?” – тип һорау бирҙем. Ул һөйләп алып китте. Мин беренсе класты тамамлағайным, ә ҡустылар әле бәләкәйҙәр, олатайымдың бәйән иткәнен тыңлап ултырҙыҡ.

Йәйләү яланы тарихыЙәйләү яланы тарихы
Йәйләү яланы тарихы

Уның һөйләүенә ҡарағанда, XVII быуат баштарына ошо “йәйләү” тигән яланға иртә яҙҙан ҡышҡа тиклем йәшәргә килгәндәр. Ҡайҙан килгәндәрен олатайым әйткәндер, бәлки, бәләкәй булғанлыҡтан иҫләмәйем. Фәхретдиндәр ырыуы ошо йәйләүҙә, ә олатайымдың ырыуы Үрге Туҡбай ауылында яланда тирмәләр ҡороп йәшәгәндәр.
Йәйләүгә күсеп килгәс тә ир-егеттәр иң беренсе аш-һыу әҙерләргә ҡаҙан аҫҡан, тирмәләр ҡороп йәшәргә урын әҙерләгән. Кемдер мал-тыуарға ҡуралар эшләгән, сөнки айыу-бүреләр күп булған, аҙ ғына ҡарамаһаң, малһыҙ ҡалаһың. Шуға күрә ҡарттар мылтыҡ менән көнөн дә, төнөн дә ҡарауылда торған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бар эше балаларҙы ҡарау, ашарға бешереү булған, буш ваҡыттарында дарыу үләне, сәйгә үләндәр йыйып киптергәндәр. Ир-егеттәр ер һөрөп бойҙай, аттарға һоло сәскән. Бөтә эштәр тамамланғас, байрам иткәндәр: тирә-яҡтан таныш кешеләр, туған-тыумасалар йыйылып ҡунаҡ булғандар.
Күсеп килгәнгә тиклем Туҡбай ауылын ожмахтың бер мөйөшө тигәндәр: шишмәһе сылтырап аға, ә йылға буйы әрәмәлә ниндәй генә ҡарағат, муйыл, балан, йылғаһында ниндәй генә балыҡ юҡ! Ҡатын-ҡыҙҙар еләк-емеште иҙеп, ҡаҡ киптергән. Һыуыҡ тейеп сирләгәндә, сәй менән ҡарағат ҡағы ашап төҙәлгәндәр. Киптерелгән ер еләгенән төрлө ризыҡтар бешергәндәр. Ҡан баҫымы юғары булғанда, балан ашағандар. Был емеш әллә нисә йыл торһа ла боҙолмай.
Ир-егеттәр һунарға йөрөгән: айыу, бүре, төлкө, тейен һәм башҡа йәнлектәр аулап алғандар. Тиреһен ололар эшкәртеп һаҡлаған, һатҡандар. Бик күп йыйылһа, атҡа тейәп ҡалаларға алып барғандар. Йыш ҡына баҫҡынсылар тиреләрҙе талап алған, шуға күрә көслө егеттәр ҡылыс, суҡмар, хатта мылтыҡ менән оҙатып барғандар. Тиреләрҙе ҡиммәт хаҡҡа һатҡандар һәм аҡсаһына әйбер алғандар, тура килгәнендә – сәйен дә, сөнки үлән сәйе ялҡытып киткән. Ә бында грузин, ҡытай, хатта һинд сәйҙәре була. Баласағаларға тәмле күстәнәстәр алып ҡайтҡандар.
Муйыл йыйып киптергәндәр, уны ҡул тирмәне менән бер-ике тапҡыр тарттырып, ҡайнар һыу ҡойоп эскәндәр. Баланды йыйып, элеп ҡуйғандар. Гөлйемеште киптергәндәр, һуңынан ҡайнатып эскәндәр. Сейәне һаҡлауҙа ла әмәлен тапҡандар: көршәктәргә тултырып, өҫтөнә иретелгән аҡ май һалғандар. Туҡбай ауылы тауҙарында сейә тулып ултыра, ҡара көҙгә тиклем була.
Мәле еткәс бесән әҙерләгәндәр. Бесәнде күбәләргә өйөп ҡуйғандар, ҡышҡыһын ташып алғандар.
Был ерҙәрҙә йәшәү бөтәһенә лә оҡшай, шуға ла ағас йығып, буралар бурап, бында йәшәргә ҡалырға булалар. Был хәл 1746 йылда була. Өйҙәр һалып, йылғаның һул яҡ ярында йәшәй башлайҙар.
Әле мин бәйән иткән мәғлүмәттәрҙе олатайымдың олатаһы яҙып барған, ул яҙманың береһен 1960 йылдарҙа йөрөгән тарихсыларға биреп ебәргән, ә икенсеһен Мөхәмәтхан ағайым өйҙәрен Үрге Туҡбайҙан күсереп һалғанда юғалтҡан. Олатайымдың хәтере яҡшы ине. Уның әйтеүенсә, ауылдан өс егет Красноуфимск яғына юлланған, Салауат армияһына ҡушылып киткән. Уларҙың кире әйләнеп ҡайтыуҙары тураһында әйтмәне.
Йәйләүҙең тау ҡырыйында зыярат булған, 1952 йылға тиклем Түбәнге Туҡбай ауылынан мәрхүмдәрҙе ҡуйғандар, ә Үрге Туҡбайҙа – ҡарттайымдарҙың баҡса артында. Үрге Туҡбай ауылы хәҙер юҡ, унан халыҡ күскән.
Миндихан ӘМИНЕВ.

Йәйләү яланы тарихы
Йәйләү яланы тарихы
Автор: