Географик яҡтан район Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һәм Свердловск өлкәһе менән сиктәш. Тәбиғәт шарттары буйынса урмандала һәм хәүефле игенселек зонаһы булып тора. XX быуат уртаһында халыҡ һаны уртаса 29 меңдән ашыу тәшкил итә. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса – 25 мең, шул иҫәптән 14961 – баш-ҡорт, 6052 – татар һәм 4252 – рус. 49 ауылда бөтәһе 22 милләт иҫәпләнә.
Район үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылынан 300 километр алыҫлыҡта Өфө, Пермь, Силәбе һәм Екатеринбург кеүек ҙур ҡалалар урынлашҡан. Район курорт зонаһы булып иҫәпләнә, республика әһәмиәтендәге ике шифахана бар.
Совет осоронда районда сәнәғәт, төҙөлөш һәм башҡа предприятиелар, колхоздар һәм совхоздар уңышлы эшләй. Уларҙан район ҡаҙнаһы һиҙелерлек килем ала һәм халыҡ башлыса районда хеҙмәт итә.
Оло Ыҡтамаҡ һәм башҡа ауылдар халыҡ ҡатнашлығында милли проект буйынса төҙөкләндерелә.
Райондың “Мәсетле” атамаһы менән йөрөтөлөүе Дыуан-Мәсетле исеме менән тығыҙ бәйле.
Тарихы
Дыуан һүҙе – Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына ингән башҡорт ҡәбиләһе атамаһы (“Башҡорт ырыуҙары тарихы: Әйле, Тырнаҡлы, Түбәләҫ” китабы, 25-се том, 2017 йыл). Әйле башҡорттары төркөмөнә Әй, Дыуан, Көҙәй, Мырҙалар, Ҡошсо, Һыҙғы һәм Өпәй ырыуҙары инә. Символдары: тамға – Етегән йондоҙ, ағасы – тирәк, ҡошо – аҡҡош, ораны – Салауат.
Дыуандарҙың риүәйәте буйынса, уларҙың ата-бабаһы – батыр Ҡормый Алтайҙан килгән. Башта Ыҡ йылғаһы буйында (Һамар үҙәне), һуңынан Ағиҙел йылғаһының түбәнге өлөшөндә йәшәгән. Дыуан ырыуының бер өлөшө һәм батыр Ҡормый 13 улы менән Әй һәм Йүрүҙән йылғалары үҙәненә күсеп килә. Хәҙер Дыуан ырыуы Балаҡатай, Дәүләкән, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман һәм Дыуан райондарында йәшәй.
Дыуандарҙың миграцияһы XIII быуатҡа ҡарай һәм монгол походтары менән бәйле. Улар боронғо этнонимын юғалтмай, ҡыпсаҡ мөхитендә тарҡала.
Таулы Алтай республикаһы территорияһында “Йәйләү”, “Таш аҫты”, “Аҡташ”, “Ҡош-Ағас” кеүек атамаларҙың һәм һүҙҙәрҙең, тағы ла башҡа бик күп исемдәрҙең һаҡланып ҡалыуы быны раҫлай, улар географик картала сағылыш таба. Сәйәхәтселәр һөйләүенсә, урындағы халыҡ башҡорттарҙың хәҙер Уралда йәшәүен белә һәм Башҡортостандан килгәндәргә дуҫтарса мөнәсәбәттә тора.
Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң дыуандарҙың көнсығыш ерҙәре Себер даруғаһының Дыуан улусын тәшкил итә. XVIII – XIX быуат аҙағында дыуандар территорияһы Троицк өйәҙенә инә, ә идара итеүҙең кантон системаһы осоронда – 3-сө Таулы, 4-се Көнбайыш, 7-се һәм 8-се Баш-ҡорт кантоны.
Дыуан-Мәсетле ауылы
Шәжәрәгә ярашлы, ауылға 1795 йылда Аҡбулат (Сөнсәләйҙең улы, Ҡарамыштың ейәне) нигеҙ һала, ул документта Мәсетле исеме аҫтында иҫәпкә алынған. Халыҡта ҡайһы берҙә Әбдей, Әбдраҡ, Уртаул тип йөрөткәндәр. 1865 йылда мәсет, мәҙрәсә эшләй, ә XX быуат башында ике мәсет һәм урыҫ-башҡорт земство мәктәбе була. Ауылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Дыуан-Мәсетле улусы идараһы урынлаша. Октябрь социалистик революцияһынан һуң, 1917 йылдың ноябрендә, баш-ҡорттар һәм татарҙар ҡоролтайында яңы административ идаралыҡ булдырыу мәсьәләһе тикшерелә.
1918 йылдың башында Златоуст өйәҙе Мәсәғүт кантонының Дыуан-Мәсетле улусы ойошторола. Башҡарма комитеттың беренсе вәкиле итеп Хәбибулла Вәлиәхмәтов (сығышы менән Арый ауылынан) һайлана. 1918 йылдың июнендәге кулак ихтилалы ваҡытында совет власының дошмандары улус етәкселеге рәйесен һәм бөтә ағзаларын үлтергәнсе туҡмап, ауыл эргәһендәге соҡорға ташлай (Г. Мирхәеваның “Тарих яҙыр инем ташына” китабы, 116-126-сы биттәр, 2001 йыл). Ошондай уҡ ихтилалдар Һабанаҡ, Оло Ыҡтамаҡ ауылдарында, Балаҡатай һәм Ҡыйғы райондарында була, был урындарҙа уларға һәйкәл-обелискылар ҡуйылған.
Район 1922 йылдан Башҡорт республикаһы Мәсәғүт кантонының Дыуан-Мәсетле улусы тип атала, 1930 йылдың 30 авгусынан Дыуан-Мәсетле исемендә ойошторолған. Ойоштороу документтарында райондың исеме ике төрлө осрай: РСФСР-ҙың ВЦИК ҡарары буйынса – “Дыуан-Мәсетле”, ә ЦИК һәм БАССР халыҡ комиссарҙары советы ҡарарында – “Мәсетле”. Күпмелер ваҡыттан район үҙәге Ләмәҙтамаҡ ауылына күсерелә, 1932 йылдан район үҙәге булып Оло Ыҡтамаҡ ауылы тора. Райондың барлыҡҡа килеүе тураһында район энциклопедияһында яҙылған, әммә унда мәғлүмәт буталсыҡ итеп бирелгән.
Дыуан-Мәсетле ауылынан бик күп билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар тураһында район һәм республика киң мәғлүмәт сараларында бихисап мәҡәләләр баҫылған.
Был ауылдан Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында фронтҡа 120 кеше китә, 95-е әйләнеп ҡайта (район гәзите, 2010 йылдың 6 майындағы 55-се һан).
Әхмәтшиндар ғаиләһенән генә Бөйөк Ватан һуғышында 5 кеше ҡатнаша.
Әхмәтшиндар ғаиләһе
Әхмәтшиндар төҙөгән шәжәрә буйынса, уларҙың тамырҙары алыҫ үткәндәргә барып тоташа. Ул Ҡарамыш, Сөнсәләй, Аҡбулат, Ураҙа һәм Ҡылысбайҙан башлана. Ҡылысбайҙың Ғүмәр, Һатый, Хәбибулла һәм Мөхәмәтшәриф улдары була. Хәбибулланың улдары: Бүләк, Фәйзулла, Ғөбәйҙулла һәм Зөбәйҙулла. Зөбәйҙулланың улы – Зәйнулла. Зәйнулланың улдары: Мөхәмәтйософ, Мәхәмәтша һәм Әхмәтша. Әхмәтшаның ете улы була: Миндиәхмәт, Хажиәхмәт, Нәбиулла, Һиҙиәтулла, Ғиниәтулла, Фәтих һәм Яҡуп.
Әхмәтшиндарҙың фамилияһы шулай башлана. Беренсе улы Миндиәхмәттән Нуриәхмәт тыуа. Документтарҙа Нурый 1899 йылда сағылыш таба. Нурыйҙың балалары: Фазлиәхмәт (1922), Абрар (1925), Мансур (1927), Рая (1935), Алкин (1938), Дим (1940) һәм Зифа (1942).
Әхмәтшин Нурый, Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәһә лә, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә сағылмай.
Нурыйҙың ҡатыны Мәғәфүрәнең тормошо бик ауыр була, сөнки ул үгәй әсә ҡулында үҫә. Мәғәфүрәнең йәшлеге “Беҙҙең тормош” район гәзитендә хеҙмәткәр Рәйес Юлдашев тарафынан сағылдырыла (2005 йылдың 28 мартындағы 34-се һан).
Әхмәтшиндарҙан беренсе булып фронтҡа Нурыйҙың 1908 йылғы ағаһы Хажиәхмәт Миндиәхмәт улы китә. Документтарҙа 1942 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Архивта башҡа мәғлүмәттәр юҡ.
Нурый Миндиәхмәт улы 1943 йылда саҡырыла, шулай уҡ 1943 йылдың майында хәбәрһеҙ юғалған.
Өсөнсө булып фронтҡа Нурыйҙың улы Абрар китә, 97-се уҡсылар дивизияһының 136-сы уҡсылар полкы составында һуғыша, снайпер, өлкән сержант, 1944 йылдың 20 октябрендә Көнсығыш Пруссияла һуғышта һәләк була һәм Пираген зыяратында ерләнә. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
Дүртенсе булып Фазлиәхмәт Нурый улы китә, 1944 йылда хәбәрһеҙ юғала.
Сират өсөнсө улы Мансур Нурый улына ла етә. Мансурҙың йәшлеге ауыр шарттарҙа үтә. Һуғыш бара, ғаиләлә өлкән булып ҡала. Тағы ла дүрт ҡустыһын һәм һеңлеһен ашатыу өсөн эшләргә лә, уҡырға ла кәрәк. Йәйге каникулдарҙа колхозда өлкәндәр менән эшләй. 8-се класты тамамлағас, аҡыллы, грамоталы Мансурға мәктәп етәкселеге уҡытыусылыҡ эшен ышанып тапшыра – башланғыс кластарҙа дәрестәр алып барырға ҡуша. Был 1943-1944 йылдарҙа була, ә йәйгеһен колхозда иҫәпсе булып эшләй.
17 йәшлек Мансур Әхмәтшинды 1944 йылдың ноябрендә армияға саҡыралар. Шулай итеп ул Алыҫ Көнсығыш фронтында хәрби хеҙмәтен башлай. “Улар Еңеү менән ҡайтты” китабында уның Тымыҡ океан флотының 3-сө мина-торпеда дивизияһының 50-се авиация базаһында хеҙмәт иткәне, 1945 йылда хеҙмәттән бушатылғаны билдәләнгән. Ә хәрби билеттағы яҙмалар буйынса ул Кореяны баҫҡынсыларҙан азат итеүҙә ҡатнаша һәм 1954 йылдың 30 апрелендә лейтенант дәрәжәһендә запасҡа ебәрелә. “Японияны еңгән өсөн”, “Кореяны азат иткән өсөн” һәм “1941–1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Аныҡ ҡына хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуы тураһында архивтарҙа мәғлүмәт юҡ. 1947 йылдан КПСС ағзаһы.
Өйгә ҡайтҡас, Мансур Нурый улы Дыуан-Мәсетле мәктәбендә 10-сы класты экстерн булып тамамлай. Диңгеҙ авиацияһының әүҙем, һомғол лейтенантын КПСС-тың Мәсетле район комитетына пропагандалаусы итеп эшләргә саҡыралар. Шулай итеп уның партия-хужалыҡ карьераһы башлана. 1955 йылда Мәсетле район башҡарма комитеты секретары итеп тәғәйенләнә.
Перспективалы, сәйәси яҡтан грамоталы хеҙмәткәрҙе Өфө юғары партия мәктәбенә ебәрәләр, уны 1960 йылда тамамлай. Һәр яҡлап грамоталы хәрби офицерҙы уҡыуҙан һуң КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы итеп эшләргә ҡалдыралар.
Райондар берләшкәндә, 1962 йылда, Мансур Әхмәтшинды Балаҡатай (үҙәге – Оло Ыҡтамаҡ ауылы) производство колхоз-совхоз идаралығы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. 1964 йылда, райондар бүленгәндән һуң, ул КПСС-тың Мәсетле район комитеты партия контроле рәйесе булып эшләй. Ә 1965 йылда район комитетының II секретары итеп һайлана. Әммә 1972 йылда район комитеты аппаратында “ҡара бесәй” уҙа. Мансур Нурый улын вазифаһынан бушатыу өсөн сәбәп эҙләй башлайҙар, һәм сәбәп табыла. Мансур Әхмәтшинда күршеһе ҡулланған теркәлмәгән утлы ҡорал – ваҡ калибрлы винтовка табыла.
Мансур Нурый улының юғары партия-совет органдарында дуҫтары күп була. Уға Баймаҡта район комитеты рәйесе вазифаһын тәҡдим итәләр. Был районда булғандан һуң, ул үҙенең районынан китергә ризалашмай. 1972 йылда уны элек КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының I секретары булып эшләгән, СССР-ҙың ауыл хужалығы һәм әҙерлек министры З. Нурыев етәкселек иткән Мәсетле мал аҙығы совхозы директоры итеп тәғәйенләйҙәр, ә 1975 йылда Мансур Әмәтшинды ауыл хужалығы профсоюздары район комитеты рәйесе итеп һайлайҙар, 1979 йылда ул район ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе итеп һайлана. Әммә, сирләү сәбәпле, оҙаҡ эшләргә тура килмәй. 1986 йылда 53 йәшендә вафат була.
Кесе Ҡыҙылбай ауылында тыуып үҫкән, район ҡулланыусылар союзы системаһында бухгалтер булып эшләгән ҡатыны Рәшиҙә менән ике бала тәрбиәләп үҫтереп, белем бирәләр.
Улдары Илфат 1956 йылда тыуған, Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә уҡый, һуңынан сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, Свердловск автоюл техникумын тамамлай, мастер булып эшләй. Хәҙер хаҡлы ялда һәм ғаиләһе менән Екатеринбург ҡалаһында йәшәй.
Ҡыҙы Илзида 1961 йылда тыуған, Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен тамамлай, Өфөлә БДПУ-ла юғары белем ала, тыуған мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай, һуңынан Эске эштәр министрлығының Мәсетле бүлегендә балиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор булып эшләй. Өфө юридик институтын тамамлай һәм 16 йыл Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығында айырыуса мөһим эштәр буйынса тәфтишсе була. Юстиция подполковнигы дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға. Ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй.
Мансур Нурый улы Әхмәтшин, хеҙмәттәштәре хәтерләүенсә, бик тыйнаҡ, тыныс, тәрән белемле, сәйәси яҡтан камил һәм яҡшы ғаилә башлығы була.
Оло Ыҡтамаҡ ауылының Совет урамында беҙҙең ҡаршы йортта йәшәгән Мансур Нурый улы минең дә хәтерҙә ошондай булып ҡалды.
Вәрис ВӘЛИЕВ,
эске эштәр министрлығы ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе.