Бөтә яңылыҡтар

Олатайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Һөйләйәсәк һүҙебеҙ ҡарт олатайыбыҙ Ҡияметдин Әхйәм улы һәм олатайыбыҙ Марс Ҡияметдин улы Әхйәмовтар хаҡында булыр. Улар Тыуған ил именлеге хаҡына фиҙаҡәр хеҙмәттәре һәм Ватанға һөйөүҙәре менән хөрмәт ҡаҙанды.

Олатайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Олатайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Ҡарт олатайыбыҙ Ҡияметдин Әхйәм улы Әхйәмов (1905 – 1958) Оло Аҡа ауылында тыуған. Ҡарт өләсәйебеҙ Мөкәрәмә Сәләх ҡыҙы менән ете бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
1932 йылда Әжекәй ауылында колхоз ойошторола башлай. Ҡарт олатайыбыҙ Ҡияметдин Әхйәм улы ат, һыйыр тотҡан, етеш тормошло тип иҫәпләнгән һәм колхозға инергә теләмәгән. Колхозға инеүгә ҡаршы булғандарҙы йыйылышта ауылдан ҡыуырға ҡарар иткәндәр. Шулай итеп, Оло Ыҡтамаҡ ауылынан килгән милиция хеҙмәткәрҙәре ҡарт олатайыбыҙҙың ғаиләһен ҡулға ала һәм, өйөн, атын, һыйырын ҡалдырып, район үҙәгенә алып китә. Бында Мәсетле районының башҡа ауылдарынан ҡыуылған ғаиләләр йыйыла, уларҙы аттарға тейәп Сулеяға ебәрәләр. Юлда Дыуан һәм Ҡыйғы райондарынан да ҡыуылған ғаиләләр ҡушыла. Архангелгә барып еткәс, кешеләрҙе урманда ҡалдыралар. Улар йорттар төҙөй һәм шунда йәшәй башлай.
Ҡарт олатайыбыҙ урман ҡырҡыусылар бригадиры булып эшләй. Өлкәнең картаһын
бирәләр һәм ул, Әжекәйгә кире ҡайтырға юлды белер өсөн, уның күсермәһен үҙенә һүрәт итеп төшөрә. Ҡарт өләсәйебеҙ сохари киптерә башлай – ошолай итеп улар ҡасып китергә әҙерләнә. Өс бала менән ошо бәхетһеҙ урындан ҡасып, урман аша өс өлкәне йәйәү үткәндән һуң, улар тимер юл станцияһына барып етә. Унда Себерҙән шундай уҡ байтаҡ ҡасаҡтар йыйыла, ләкин поезға билет алыуы еңелдән булмай. Мәскәүгә, Михаил Калининдың үҙенә барырға һәм барыһын да һөйләргә кәрәк, шул саҡта ул билет һатып алырға ярҙам итәсәк, тиҙәр. Һәм шулай итергә булалар ҙа.
Мөкәрәмә ҡарт өләсәйебеҙ өс балаһы менән Мәскәүгә барып етә, Кремлдә Михаил Иванович менән осраша. Етәксе уны иғтибар менән тыңлай һәм ғаилә ағзаларына билеттар бирә. Ул – Әжекәй ауылынан Михаил Калинин менән шәхсән аралашҡан берҙән-бер ҡатын.
Ҡарт олатайыбыҙҙың белеме өс класс ҡына булыуына ҡарамаҫтан, ҡайтыу менән уны Ҡорғат ауылындағы Чкалов исемендәге колхоз рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр.
Һуғыш башланыр алдынан уға фронтҡа мобилизациялауҙан бронь бирелә. Әммә 1941 йылдың июлендә үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Сержант булып хеҙмәт итә, һалдаттарға кейем бирә. Һуғыштың береһендә ҡарт олатайыбыҙ ергә күмелеп ҡала. Быны Оло Ыҡтамаҡ ауылынан килгән иптәше күрә һәм һөжүмдән һуң уны ҡаҙып сығара. Ә ҡарт өләсәйебеҙгә, ирең батырҙарса һәләк булды, тигән ҡара ҡағыҙ килә.
1943 йылда Ҡияметдин Әхйәм улы һуғыштан әйләнеп ҡайта, уны Әжекәй ауылындағы Ворошилов исемендәге колхоз рәйесе, һуңынан Теләш ауылындағы “Коммунист” колхозы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Һуңынан ул Әжекәйгә ҡайта һәм әҙерләүсе булып эшләй.
Уның улы, олатайыбыҙ Марс Ҡияметдин улы Әхйәмов, 1939 йылдың 20 авгусында тыуған, Әжекәй ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай, Оло Аҡа урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. 1960 йылда Бәләбәй ҡалаһындағы киномеханиктар мәктәбен уңышлы тамамлай, ауыл мәҙәниәт йортонда киномеханик булып эшләй.
1963 йылда Михаил Хрущев ауыл хужалығы институтына ауылда эшләүсе студенттарҙы ҡабул итеү тураһында иғлан итә. Олатайыбыҙ “Зоотехния” факультетына уҡырға инә һәм институтты ҡыҙыл диплом менән тамамлай. “Ауыл хужалығы продукцияһының үҙҡиммәте һәм уны кәметеү юлдары” темаһына диплом эшен “бишле”гә яҡлай.
Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Марс Ҡияметдин улы Әжекәй ауылының “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозында баш иҡтисадсы булып эшләй. Ул ҡымыҙ фермаһын ойоштороусы була, тотош район буйлап бейәләр йыялар. Һуңынан Оло Аҡала ла ҡымыҙ фермаһын аса.
1970 йылда Советтар Союзының коммунистар партияһына инә. КПСС сәйәсәтен пропагандалау буйынса Почет грамотаһы бар. 1982 йылда Әжекәйҙә ауыл Советын ойошторғас, Марс Әхйәмов уның беренсе депутаты була (элек ауыл Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советына ҡарай).
1992 йылда олатайыбыҙ Әжекәй ауылында тәүгеләр-ҙән булып “Йәйғор” фермер хужалығын ойоштора, заводтан яңы Т-40 тракторын һатып ала. Шулай уҡ ул фермер хужалыҡтарының район йәмғиәтен етәкләне, ошо йәмғиәттең рәйесе булды. 1996 йылда ауылда беренсе булып “Березка” шәхси магазинын асты.
Беҙҙең олатай – бик әүҙем ауыл кешеһе. Ул Әжекәй ауылында 105 йыл элек булған фажиғәгә арналған һәйкәл ҡуйыу инициаторы булып тора.
Быйыл олатайыма һикһән биш йәш тула. Ул – оҫта умартасы. Үҙенең өйөн дә матур итеп биҙәгән. Өйөнөң фотоһы мәктәп музейында һаҡлана.
Артур һәм Илдар ӘХЙӘМОВТАР, Әжекәй ауылы.

Олатайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Олатайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Автор: