Ул – Ҡошсо башҡорттарының һәм Оло Аҡа халҡының ер менән файҙаланыу тураһында килешеүе. Ҡыҙылбай ауылы 1736 йылғы башҡорт ихтилалында күп һанлы баш күтәреүселәрҙең йыйылыу урыны була. Халыҡ 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ла ҡатнашҡан. Салауат Юлаевтың Красноуфимск ҡәлғәһенә ғәскәре менән юлы ла ошо ауыл аша үтә. Тарихта шулай уҡ Ҡыҙылбай ауылынан Красноуфимск ҡәлғәһен алыуҙа, Көнгөр ҡалаһын ҡамауҙа, Оса һәм Ҡазан ҡалаларын алыуҙа үҙенең баш күтәреүселәр отряды менән ҡатнашҡан Пугачев полковнигы, Салауат Юлаевтың көрәштәше Илсеғол Ишҡолов тураһында мәғлүмәт теркәлгән.
Ҡыҙылбай ауылы янындағы урындар бик матур, үҙенсәлекле һәм иҫтәлекле. 1980 йылда йылғаның һул яҡ ярында Ҡыҙылбай ауылы эргәһендә археологик ҡаҙыу эштәре алып барыла. Эҙләнеү эштәре барышында Ҡыҙылбай ҡурғаны ҡәберлеге, I Ҡыҙылбай торағы, II Ҡыҙылбай ауылы, III Ҡыҙылбай ауылы табыла. Шулай уҡ бында неолит һәм иртә тимер быуат осоронда кешеләр йәшәүенә ишаралаған әйберҙәр осрай. Ошондай уҡ эҙләнеүҙәр йылғаның уң ярында, Сосновка ауылы янында, үткәрелә, унда ла элек кешеләр йәшәгән урындар табыла: I Сосновка торағы, II Сосновка ауылы, III Сосновка ауылы. Оло Ҡыҙылбай һәм Сосновка ауылдары янында табылған әйберҙәр хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең археология һәм этнография музейында һаҡлана.
Ҡыҙылбай ауылында 1816 йылда 65 йортта 611 башҡорт, 6 йортта 46 мишәр йәшәгән. 1925 йылда халыҡ һаны 752 кеше тәшкил итә, шуларҙың 481-е – башҡорттар, 140-ы – татарҙар, 131-е – мишәрҙәр. Башҡорттар һәм татарҙар өҫтөнлөк итә.
1918 йылдың йәйендә ҡыҙылбайҙар совет власына ҡаршы ихтилалда ҡатнаша. 1919 йылда ауылда бишенсе Ҡыҙыл Армия штабы урынлаша. XX быуат башына ауылда 2 мәсет була. Мәҙрәсәлә 4 баҫҡыслы белем бирелә: башта – ғәрәп телендә, ә 1927 – 1937 йылдарҙа – латин телендә. 1937 йылдан 5 класс белем бирелә башлай һәм 1938 йылдан уҡытыу башҡорт телендә алып барыла.
1920 йылдан ауыл Оло Ҡыҙылбай тип атала башлай. XIX быуаттың беренсе яртыһында Ҡыҙылбайҙан Кесе Ҡыҙылбай, Ҡыйғы һәм Сосновка ауылдары барлыҡҡа килә.
1920 йылда Кесе Ҡыҙылбай ауылында 320 башҡорт, 320 типтәр йәшәгән (халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре).
1917 йылда Ҡыйғыла 33 йортта башҡорттар йәшәгән. “Аръяҡ” тип йөрөтөлгән Сосновка ауылында башлыса башҡорттар көн күргән. 1925 йылда 32 йорт иҫәпләнгән, 1926 йылда 26 йортта 111 башҡорт көн күргән. 1959 йылда халыҡ һаны 185 кеше тәшкил итә, ә 1994 йылда 32 башҡорт һәм 17 татар ҡала.
1929 йылда Оло Ҡыҙылбай ауылында Карл Маркс исемендәге колхоз ойошторола. Колхозға Мәләкәҫ, Борғатья, Сосновка һәм Кесе Ҡыҙылбай ауылдары ҡарай. 1957 йылда колхозды “Мәсәғүт” совхозына ҡушалар. Һөрөнтө ерҙәр һәм көтөүлектәр башлыса йыл-ға аръяғында урынлашҡанлыҡтан, техника һәм мал-тыуарҙы күсереү өсөн йыл һайын иртә яҙҙа ваҡытлыса күпер төҙөргә кәрәк була, күпселек осраҡта яҙғы ташҡын уны алып китә. Ваҡытлыса күперҙең ике яҡ ситенән бер ҡасан да яндауыр булмай, өҫтәүенә, төнгө ваҡытта күпер яҡтыртылмай. Байрамдарға сыҡҡан йәштәр күперҙә йыйыла, бер-береһен оҙата бара.
1966 йылда Октябрь революцияһы байрамына туғандарына килгән бер студент юғала. Уны эҙләү һөҙөмтә бирмәй. Бер йылдан шул уҡ осорҙа икенсе студент юғалды. Бер аҙнанан уның кәүҙәһе йылға ағымынан түбән табылды. Бер ниндәй ҙә тән йәрәхәттәре юҡ ине. Миңә, Эске эштәр бүлегенең оператив хеҙмәткәре булараҡ, был эште тикшереүҙә Башпрокуратура тәфтишсеһе һәм республика Эске эштәр министрлығының оператив хеҙмәткәренән торған төркөм составында ҡатнашырға тура килде.
Һәр ауылдың үҙ патриоттары бар. Оло Ҡыҙылбай ауылында Рәзиф Вәис улы Миңлеәхмәтов шундайҙарҙан. Ул ауылдаштарының нимәгә мохтаж булыуын белеп тора. Сорғот ҡалаһында бер нефть ойошмаһында етәксе булып эшләгәндә, ҙур диаметрлы торбалар ташыу һәм свайҙарҙы ҡағыу өсөн техника алып килеүҙе ойоштора, Әй йылғаһы аша капиталь күпер төҙөргә ярҙам итә. 2011 йылда күпер ике ярҙы ла тоташтыра. Рәзиф шулай уҡ яҡташтарына эшкә урынлашырға ярҙам итә. Әммә район гәзитендә Рәзиф Миңлеәхмәтовтың изге эше тураһында баҫылып сыҡҡан мәҡәләне көнсөлдәр уның юғары начальнигына ебәрә. Бынан һуң хужалыҡта ревизия үткәрелә һәм төҙөлөш материалдары етешмәүе асыҡлана. Был Рәзиф Миңлеәхмәтовты эштән бушатыу өсөн сәбәп була. Күпер әле лә кешеләрҙе ҡыуандыра, ә Рәзиф Вәис улы Оло Ҡыҙылбай ауылының почетлы гражданы булып тора. Уның изге эше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташы Ләбип Зариповтың китабында сағылыш таба.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Оло Ҡыҙылбайҙан – 114, Кесе Ҡыҙылбайҙан – 45 һәм Сосновканан 23 кеше мобилизациялана. Улар араһында Кесе Ҡыҙылбайҙан партия-совет эшмәкәре, 1916 йылда тыуған Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Тимерйән Байрам улы Байрамов була. Ул 1938 йылдан алып – финдарға, һуңынан Ленинград, Балтик буйы һәм Белоруссия фронттары составында немец илбаҫарҙарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Һуғыштан һуң партия-совет аппараттарында төрлө вазифаларҙа эшләй. 1958 йылдан Мәсетле район Советы рәйесе урынбаҫары, ә 1965 – 1976 йылдарҙа Совет рәйесе була. Күп хәрби һәм хеҙмәт наградаларына эйә. Пенсияға сыҡҡас, Өфөлә ҡыҙы янында йәшәй. Оло йәшкә етеп донъя ҡуя, тыуған төйәгендә ерләнә.
Оло Ҡыҙылбай ауылынан Зарипов Ләбип Атип улы 1924 йылда тыуған, уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан Ленинград һәм 1-се Украина фронттарында һуғыштарҙа ҡатнаша. Еңеүҙе Прагала ҡаршылай. 1945 йылдан 1947 йылға тиклем Төньяҡ Корея һағында тора. Күп хәрби һәм хеҙмәт наградалары бар. Ул районда юғары уңышҡа өлгәшкән “Карл Маркс” колхозының 1955 – 1957 йылдарҙағы һуңғы рәйесе. 90 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Ике китап авторы. Ғүмеренең аҙағына тиклем ысын коммунист булып ҡалды. Ғәҙеллек өсөн көрәште. Етәкселектең дөрөҫ булмаған ҡарарҙарын тән-ҡитләне һәм еңеп сыҡты.
Сосновка ауылынан Шәйәхмәтов Баҡый Шәйәхмәт улы 1909 йылда Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуған. Ул 22-се кавалерия полкы, 5-се кавалерия дивизияһы составында ҡыҙылармеец-кавалерист булып хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Архив мәғлүмәттәренә ярашлы, ул 1942 йылдың 7 июлендә һәләк булған һәм Воронеж өлкәһенең Ольховатка ауылында ерләнгән (“Хәтер”, 1998 йыл, 222-се бит). Икенсе документ буйынса ул хәбәрһеҙ юғалған (МО белешмәһе). Әммә 1945 йылдың майында ул хәрби кейемдә өйөнә ҡайтып төшә. Баҡтиһәң, ул әсирлеккә эләгә, ҡасып ҡотола. Уны йәнә ҡулға алалар һәм Польша территорияһындағы икенсе концлагерға ебәрәләр. Совет ғәскәр-ҙәре яҡынлашҡанда тағы ла ҡаса һәм үҙебеҙҙең ғәскәрҙәр составында һуғышыуын дауам итә.
Баҡый ағай туған колхозында бригадир булып эшләй, совхоз бүлексәһендә төрлө эштәр башҡара. 1989 йылда 80 йәшендә вафат була.
Йәш сағында, ни бары 15 йәш булғанда, уны бер ҡыҙға өйләндерергә булалар. Әммә ул туйҙан ҡаса һәм яратҡан ҡыҙы Бибинурҙы өйгә алып ҡайта. Улар 10 балаға ғүмер бүләк итә. Әммә тәүге ҡыҙҙары Фатима һәм дүртенсе ҡыҙҙары Рәмилә бәләкәй саҡта вафат була.
1932 йылда тыуған ҡыҙҙары Фәрзәнә ире Шамил менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
1935 йылғы Фәрхәнә ире Нәзиф менән Оло Ҡыҙылбай ауылында йәшәй.
1939 йылда тыуған улдары Риза ҡатыны Миләүшә менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Риза Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1996 йыл), ғүмер буйы “Мәсәғүт” совхозында эшләй.
1941 йылғы Рикза ҡатыны Кинйәбикә менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
1946 йылда тыуған Рәҡип ҡатыны Клара менән (Нуриман районынан) Илдар исемле ул һәм Гөлнара исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә, улар юғары юридик белем ала. Илдар элек эске эштәр бүлегендә тәфтишсе булып эшләй, хәҙер район суд приставтары хеҙмәте етәксеһе булып тора. Подполковник дәрәжәһенә эйә. Ҡатыны Ралиә менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Гөлнара ире менән Мәскәүҙә йәшәй һәм шәхси компанияла эшләй.
Рәҡип Шәйәхмәтов үҙе, Волгоград юғары тәфтиш уҡыу йортон тамамлағандан һуң, Иглин районы эске эштәр бүлегендә тәфтишсе, Мәсетле районы эске эштәр бүлегендә өлкән тәфтишсе, Ҡариҙел районы эске эштәр бүлегендә начальник урынбаҫары һәм начальнигы, һуңынан Мәсетле районы эске эштәр бүлегендә начальник булып эшләй. Милиция подполковнигы дәрәжәһендә отставкаға сыға. Күп ведомство миҙалдары бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ҡатыны Клара иҫән түгел.
1948 йылда тыуған ҡыҙы Флорида ире Рауфан менән ике ҡыҙ тәрбиәләй.
1950 йылғы улы Рәшит ҡатыны менән ул үҫтерәләр.
1951 йылғы Рафаэль да ҡатыны Ирина менән ул үҫтерә. Рафаэль үҙе Дыуан районы эске эштәр бүлегендә начальник урынбаҫары булып эшләй, хәҙер отставкала.
Шулай итеп, Шәйәхмәтовтар ырыуы дауам итә. Ә уларҙың шәжәрәһе Абдулсәлих Дусмөхәмәтовтан башлана. Уның тураһында мәғлүмәттәр 1839 йылғы ревизия мәғлүмәттәрендә (халыҡ иҫәбен алыу) теркәлгән. Абдулсәлих 1831 йылда 58 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Уның балалары күп була. Беренсе улы – Шәйәхмәт. Шәйәхмәттән Ғәҙелгәрәй, Абдулҡадир һәм Баҡый тыуа.
Оло Ҡыҙылбай ауылының тарихы, унда йәшәгән кешеләрҙең яҙмышы бына ошондай.
Вәрис ВӘЛИЕВ,
отставкалағы подполковник, Эске эштәр министрлығы һәм хеҙмәт ветераны. 2024 йыл, февраль.