Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
19 Февраль , 11:50

Мәсетле районында тәүге мәсет төҙөлөүгә – 25 йыл

Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ 8 февралдә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында тәүге мәсет асылыуға 25 йыл тулыу уңайынан саралар уҙҙы.

Мәсетле районында тәүге мәсет төҙөлөүгә – 25 йыл
Мәсетле районында тәүге мәсет төҙөлөүгә – 25 йыл

Тантаналы йыйылыш район Мәҙәниәт һарайында асылды. Ҡөрьән уҡығандан һуң ҡотлау һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесе – мөфтөй Айнур Бирғәлин һәм район мөхтәсибе Азамат Вәлиев сығыш яһаны. Районда беренсе мәсет төҙөлөшө тарихы менән Закирйән Ғатауллин һәм 90-сы йылдарҙа район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарған Вилнүс Миңлеғәлин таныштырҙы.
Мәсет төҙөү эшендә, хәйриә сараларында ҡатнашҡан райондаштарға, халыҡ менән дини мәғрифәтселек эштәре алып барған йәмәғәт эшмәкәрҙәренә рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Һуңынан “Наил-хажи” мәсетендә сараға йомғаҡ яһалды. Дин әһелдәре алдында мөфтөй Айнур Бирғәлин сығыш яһаны. Артабан 4 – 8 февралдә “Рәсәй мосолмандарының дөйөм Рәсәй гражданлыҡ оҡшашлығын булдырыуҙа дини ойошмаларҙың роле” программаһы буйынса квалификация күтәреү курстарын үткән республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарынан 39 имамға һәм мәзингә сертификаттар тапшырылды. Курстарҙы “Ғәлиә” ислам колледжы уҡытыусылары үткәрҙе.
* * *
7 февралдә кискеһен “Ҡарағай” шифаханаһының киноконцерт залында Мәсетле районы халҡы һәм ял итеүселәр өсөн ойошторолған тантаналы сара алдынан мөфтөй Айнур Бирғәлин рәйеслегендә йыйылыш уҙҙы. Йыйылыш барышында дини мәсьәләләр тикшерелде, сығыштар илебеҙ хәүефһеҙлеге темаһына ҡағылды. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.

Мәсет һалыу тарихы
Район мөхтәсибенең йәмәғәтселек менән эш буйынса ярҙамсыһы Закирйән Ғатауллин “Наил-хажи” мәсете төҙөлөшө тарихы тураһында һөйләне.
Мәсетле районына исем, халыҡтың аңына атеизм төшөнсәһе тағылып, манараларҙы емереп, мәсеттәрҙе колхоз келәте, контора, клуб һәм мәктәп өсөн бина итеп тапшырған йылдарҙа бирелгән. Коммунистик идеология осоронда районға был исемде (“мәсжед” һүҙенән – ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “Аллаһҡа табыныу урыны”) нисек бирә алғандар? Был һорау асыҡ ҡала.
2023 йылда район үҙәгендә тәүге мәсет асылыуға 25 йыл тулды. Ул 1991 йылдан 1998 йылға тиклем бөтә халыҡ ҡатнашлығында төҙөлә. Ойоштороусыларҙың күптәре бөгөн юҡ инде, ләкин уларҙың исемдәре әле һаман хәтерҙә.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса элекке урынбаҫары Радик Вәлиев хәтирәләренән: “Абдуллин Баҡый хәҙрәт, бер нисә йыл район муллаһы вазифаһында эшләп, йәшерәк имам һайлауҙа ҡатнашыуымды һәм ярҙам итеүемде һораны. Үҙе үк дини йолаларҙы белгән һәм халыҡ үтенесе буйынса уларҙы башҡарған кандидатураны тәҡдим итте.
Элекке район башҡарма комитеты бинаһында йыйылыш үткәрҙек, унда ағымдағы мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Мәсетле районы имамы Баҡый хәҙрәт, оло йәштә булыуы һәм сәләмәтлек торошо насарайыу сәбәпле, үҙ урынына йәш Наил Вәлиевты тәҡдим итте.
Хәҙер инде үткән йылдарҙы бай-ҡап, был һайлау дөрөҫ эшләнгән, тип әйтә алабыҙ. Наил хәҙрәттең ихлас борсолоуҙары, тырышлығы менән имамдарҙы эҙләү, тәғәйенләү, район ауылдарында ғибәҙәтханалар асыу буйынса системалы эш башланды. Ул, тиҙ арала халыҡ яғынан абруй яулап, ислам ҡанундарына ярашлы ысын мәсет төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе”.
“Мәсеттәрҙе бөтә ил менән төҙөйҙәр, – тип хәтерләй Вилнүс Миңлеғәлин. – Наил-хажи менән танышҡанда, хакимиәттә эшләй инем. 1995 йылда, район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнгән ваҡытта, мәсет төҙөлә башлағайны. Аҡса булмауға ҡарамаҫтан, районда мәктәптәр, клубтар төҙөү, юлдарға асфальт түшәү эштәре алып барылды. Район хакимиәте башлығы мәсет төҙөлөшөн дә контролдә тоторға бойорҙо. Наил хәҙрәттең мәсет төҙөлөшө буйынса миңә көнөнә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткән саҡтары булды.
Мәсет төҙөүҙә ҡатнашыуымды ҙур ҡаҙаныш тип һанамайым, сөнки был изге эштең “двигателе” Наил мулла үҙе ине. Эштәр яй барғанда, ул башлыҡҡа инеп, дипломатик рәүештә ярҙам һорарға оялманы. Район хакимиәте башлығы Илдар Хәким улы Мөхөтдинов диндарҙарға ихлас ярҙам итте.
90-сы йылдар уртаһында ремонт-төҙөлөш идаралығынан Урал Әхмәҙиев, 8-се ПМК-нан Радик Ғәйнуллин, МПМК-нан Владимир Топычканов, кирбес заводынан Мазһар Сафин һәм төҙөлөш, ремонт ойошмаларының башҡа етәкселәре ярҙамы менән төҙөлөш дауам итте: материалдар эҙләп табылды һәм эшсе бригадалар йүнәлтелде.
Бер осраҡ иҫемдә яҡшы ҡалған: ашығыс рәүештә 50 мең һум ҡулаҡса кәрәк ине. Ул заманда был – ҙур сумма. Район хакимиәте башлығы кәрәкле сумманы үҙе йыйып, төҙөлөшкә тапшырҙы. Бер кем дә награда хаҡында уйламаны, бөтәһе лә ихлас күңелдән ярҙам итергә тырышты.
Районда төҙөлгән тәүге мәсет башҡа ауыл имамдары өсөн үрнәк булды: теләк бар икән, күмәкләгән көс менән һәр ауылда мәсет төҙөргә мөмкин. Бөгөнгө көндә улар районда ундан ашыу. Уларҙың барыһы ла халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итә һәм район исемен аҡлай”.
Мәсетле районы үҙенең исеме менән генә түгел, шулай уҡ исемдәре дин менән бәйле бихисап ауылдары менән дә үҙенсәлекле. Абдулла ауылы исеме ғәрәп теленән – “Аллаһ Тәғәлә Раббы”, Әбдрәхим – “Рәхим Раббы” (“Әр-Рәхим” һүҙе – Аллаһ Тәғәлә исемдәренең береһе), Аҙанғол “Аҙан” һүҙенән барлыҡҡа килә һәм “вәғәзләү, саҡырыу” (намаҙға) тип тәржемә ителә. Ясин ауылы – 36-сы “Йәсин” сүрәһе исеме, уның шартлы исеме “Ҡөрьән йөрәге”. Айып – иң сабыр Әйүп пәйғәмбәр исеменән. Дыуан-Мәсетле – “мәсжед” һүҙенән (сәждә ҡылыу). Яңы Мөслим – “Мөслим” һүҙе тәржемә иткәндә “ислам ҡабул иткән, мосолман” тигәнде аңлата. Һөләймән – бөйөк Сөләймән пәйғәмбәр исеменән. Йонос – Йонос пәйғәмбәр исеменән. Ибраһим ауылы (Йыланыш менән Яңы Яуыш ауылдары араһындағы элекке ауыл, хәҙер юҡ) – ғәрәп һәм йәһүд халыҡтарының тәү атаһы булып иҫәпләнгән Ибраһим пәйғәмбәрҙең исеменән.
“Наил хәҙрәт менән тәүге әңгәмәм 2013 йылдың мартында булды. Ул былай тине: “Һәр эшеңде “Бисмилла” һүҙенән башла”. Ул үҙен нисек имам итеп һайлауҙары, мәсет төҙөлөшөн планлаштырыу һәм ойоштороу тураһында һөйләне. “Ватан” гәзитендә “Мәсетһеҙ Мәсетле” исемле мәҡәлә төҙөлөш эшен башлауға тағы бер үҙенсәлекле этәргес булды, тип билдәләне. Наил хәҙрәттең әйтеүенсә, был мәҡәлә буш һөйләшеүҙәрҙән ысын эшкә тотонорға ярҙам иткән”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Закирйән хәҙрәт Ғатауллин.
Наил хәҙрәт үҙ ваҡытында күрше Балаҡатай районының Яңыбай ауылында мәсет төҙөү эшенең уңышлы барып сығырына бер аҙ икеләнеп тә ҡуя. Әммә район хакимиәте башлығы Иван Никулин һәм баш бағыусы – “Газсервис” ойошмаһы – етәксеһе Николай Крюков ярҙамы менән төҙөлөштө, районыбыҙға ҡарағанда бер йыл һуңғараҡ башлаһалар ҙа, алдараҡ тамамлайҙар.
Бөгөн Мәсетле районында 25-тән ашыу мәсет һәм ғибәҙәтхана бар. Улар араһында революцияға тиклем төҙөлгән һәм мосолмандарға кире ҡайтарылған, шулай уҡ яңы төҙөлгән биналар ҙа бар. Был саралар район имам-мөхтәсибе Наил-хажи ҡатнашлығында уҙҙы.
Аҙан ишетелде, аҙан тауышы,
Яңғыраны оҙон көйөнә!
Саҡыра ул киске намаҙға,
Мосолмандар сыға өйөнән.
Яңғырай ул һәр көн һайын –
Иртәнге һәм киске эңерҙә.
Уҡыйым мин белгән доғамды,
Аллаһымдан һорап ғүмерҙе.
Аҙан килә төҫлө күктәрҙән,
Тирбәлдереп күңел ҡылдарын.
Доғаларым күккә оҙатам,
Күкрәгемә ҡыҫып ҡулдарым.

Нурания ӘБДРӘХИМОВА әҙерләне.


Һүрәттә: тәүге мәсетте асыу тантанаһы.

Мәсетле районында тәүге мәсет төҙөлөүгә – 25 йыл
Мәсетле районында тәүге мәсет төҙөлөүгә – 25 йыл
Мәсетле районында тәүге мәсет төҙөлөүгә – 25 йыл
Мәсетле районында тәүге мәсет төҙөлөүгә – 25 йыл
Мәсетле районында тәүге мәсет төҙөлөүгә – 25 йыл
Мәсетле районында тәүге мәсет төҙөлөүгә – 25 йыл
Автор: