Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
18 Сентябрь 2023, 14:15

Һәйкәл яңы төҫ алды

Оло Ыҡтамаҡ ауылында 1918 йылғы кулак фетнәһе ҡорбандарына, реставрация-тергеҙеү эштәренән һуң, һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы.

Һәйкәл яңы төҫ алды
Һәйкәл яңы төҫ алды

Сарала “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан республика бүлексәһенең беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин, Мәсетле районы Советы секретары Владимир Новоселов ҡатнашты.
Әләгәҙ мәктәбе уҡыусылары Екатерина Шаһаутдинова һәм Кристина Камалетдинова йыйылыусыларға уҙған быуат фажиғәһе хаҡында һөйләне. Оло Ыҡтамаҡ ауылы лицейы уҡыусыһы Нурислам Фәрхитдинов үҙ сығышында Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан булған яҡташыбыҙ Владимир Коряковтың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Һәйкәлде яңыртыу тәҡдимен КПРФ-тың Мәсетле районы бүлексәһенең беренсе секретары Лилиә Ҡотлоәхмәтова индергән. Мемориалды яңыртыу яҡташыбыҙ, эшҡыуар, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны Владимир Крючковтың ярҙамы менән бойомға ашырылды. Реставрация эштәрен шәхси эшҡыуар Радион Нуртдинов башҡарҙы.
Сарала ҡатнашыусылар һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды һәм мемориалға сәскәләр һалды.
Башҡарылған эштәрҙән һуң һәйкәл матурланып, яңы төҫ алды. Үҫеп килеүсе быуын үҙенең кесе ватаны тарихын яҡшы белһен өсөн был ваҡиғаларҙы иҫкә алырға ҡала.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: