Архив мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылға 1740 йылда, йәғни башҡорт ихтилалын баҫтырғандан һуң (1735 – 1740 йылдар) Дыуан ырыуының Әйле ҡәбиләһе башҡорто Аҡҡын нигеҙ һала. Ул 1786 йылға тиклем йәшәй, күп вариҫтар ҡалдыра. Ауыл яйлап үҫә: 1795 йылда халыҡ һаны 64 кеше тәшкил итә, 1859 йылда – 90 кеше, 1870 йылда – 118, ә 1920 йылда 53 йортта 241 кеше була.
Совет осоронда, крәҫтиән хужалыҡтары коллективлаштырылғандан һуң, ауыл “Урал” колхозы (Тайыш ауылы) бригадаһы булып иҫәпләнә. Башланғыс мәктәп, магазин, гидрометеорология хеҙмәте эшләй, уны Бәҙретдиновтар ғаиләһе етәкләй. Иркен көтөүлектәре булғанлыҡтан, һуңғы йылдарҙа Мәсетле мал һимертеү совхозының һыйыр малдары базаһы урынлаша.
Был бәләкәй ауылдан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа туғыҙ һалдат китә, тик өсәүһе генә ҡайта.
Бер туған Моратовтар, Миндибаевтар нәҫеленән Бөйөк Ватан һуғышында Ғәзиз Морат улы Моратов (1906 йылғы), Абдулхай Морат улы Миндибаев (1910 йылғы), Әүхәҙи Морат улы Муллабаев (1914 йылғы), Басир Морат улы Миндибаев (1916 йылғы), Фәрит Муллабай улы Миндибаев (1927 йылғы) ҡатнаша.
Миндибаевтарҙың нәҫел тамыры алыҫ үткәндәргә барып тоташа. Абдулхай Миндибаевтың өлкән улы Ризуан ағай Миндибаев һөйләүенсә, уларҙың нәҫеле Муса (фамилияһын белмәй) һәм Шабан Моратхажиндан башлана. Моратовтар фамилияһы унан барлыҡҡа килгән. Ә Миндибай – Шабандың туғаны. Шулай итеп Миндибаев фамилияһы барлыҡҡа килә.
Тарихи материалдарҙы өйрәнгәндә (Б. Дәүләтбаевтың “Һинең шәжәрәң” брошюраһы), 1959 йылда Аҡҡын ауылында исемлектә Әғиулла Рәхимғолов һәм уның 18 йәшлек улы Муса теркәлгән.
Ғәзиз Морат улы Моратов (Миндибайҙың бер туғаны), тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса, һуғыш башланғас та саҡырыла, 1941 йылдың ноябрендә хәбәрһеҙ юғала. Уның балалары: Миңһылыу, Нәжибә һәм Тимерғәзе, уларҙың үҙ вариҫтары бар.
Әүхәҙи Морат улы Муллабаев (Миндибайҙың беренсе ҡатыны Латифаның улы), һуғыш башында саҡырыла, 1945 йылда сержант дәрәжәһендә демобилизациялана. Йыланыш ауылында йәшәй, район ҡулланыусылар союзы системаһында эшләй. Уның балалары: Урал, Рәфис, Радик, Рәмил, Роза, Рим. Хәҙер барыһының да үҙ ғаиләләре бар.
Фәрит Муллабай улы Миндибаев һуғыш аҙағында саҡырыла, 1945 йылда демобилизациялана. Коми Республикаһында йәшәй, балалары шунда ҡала.
Басир Морат улы Миндибаев (төрлө документтарҙа уның атаһының исеме төрлөсә: Миндибай улы, Муллабай улы, тыуған йылы 1918). 1938 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына, Хабаровскиҙа хәрби хеҙмәт үтә. Германия менән һуғыш башланғас, уны яңынан саҡыралар һәм 1941 йылдың 22 декабренән ул Украина территорияһында генерал М. Шайморатовтың кавалерия дивизияһы составында һуғыша. Һуғыштарҙың береһендә яралана, Тамбов ҡалаһының эвакогоспиталендә дауалана. Һуғыш тамамланғандан һуң, бандеровсылар менән хәрби алыштарҙа ҡатнашыуын дауам итә. 1947 йылда ғына демобилизациялана. Ҡатыны Сәмиғә Зәбихулла ҡыҙы менән Балаҡатай районының Монас ауылында йәшәй. Балалары: Сәғиҙә (1949 йылғы), Мәрйәм (1951 йылғы), Гөлсөм (1953 йылғы), Хәтимә (1955 йылғы), Кинйәбикә (1957 йылғы) һәм Тимерғәзе (1961 йылғы). Хәҙер уларҙың үҙ ғаиләләре бар.
Бынан тыш, Басир Миндибаевтың Миндибаевтар династияһын дауам иткән Банат, Мөкминә һәм Менәүәрә апалары бар.
Абдулхай Морат улы Миндибаев (Миндибайҙың туғаны) һуғыш башында саҡырыла, 887-се уҡсылар полкында Смоленск йүнәлешендәге алыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың декабренән хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, ерләнгән урыны билдәһеҙ (“БР Хәтер китабы” материалдарынан, 192-се бит). Абдулхай ағай ҡатыны Мәғәфүрә Йосопйән ҡыҙы менән (ул сығышы менән Аҡҡын ауылынан) улдары Ризуан (1931 йылғы), Раид (1938 йылғы, яҡындары Раил тип атаған) һәм Радикты (1941 йылғы) тәрбиәләй. Абдулхайҙың өлкән улы Ризуан ағай һуғыш йылдарында ҡустыларын тәрбиәләүҙә әсәһенең терәге һәм ярҙамсыһы була. Шулай уҡ был эштә Хәбирә өләсәһе ярҙам итә, ул аҡыллы кәңәштәр бирә, оло йәшкә етә.
Ризуан ағай, ғаиләлә өлкән бала булараҡ, үткән быуаттың 60-сы йылдарында Тайыш ауылында өй һала һәм бөтә ғаиләһен шунда күсерә. Ҡатыны Нәфисә Аҙнабай ҡыҙы (Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған) менән балалары Рифатты (1956 йылғы), Розалияны (1958 йылғы), Ильзаны (1960 йылғы), Радисты (1961 йылғы), Зөлхизәне (1966 йылғы) һәм Ринатты (1970 йылғы) тәрбиәләп үҫтерәләр. Улар ҙа – Миндибаевтар вариҫтары.
Ризуан Абдулхай улы ғүмер буйы туған колхозында тракторсы, комбайнсы һәм шофер булып эшләне, оло йәшкә етте. Ул ауылдаштары араһында абруйлы булды, бөтә йәмәғәт эше уның ҡатнашлығында үтте.
Ҡустылары Раид һәм Радик бик талантлы һәм һәләтле балалар булып үҫә. Раид Абдулхай улы Аҡҡын башланғыс, Тайыш ете йыллыҡ һәм Дыуан-Мәсетле урта мәктәптәрен тамамлағандан һуң, БГУ-ла педагог һөнәрен ала (1962 йыл) һәм Малаяҙ ауылы гимназияһына эшкә ебәрелә. Шулай итеп уның хеҙмәт эшмәкәрлеге башлана. Бер ни тиклем ваҡыттан Малаяҙ гимназияһы завучы Раид Абдулхай улы Салауат район партия комитетының бүлек мөдире (1965 йыл), ә һуңынан өлкә партия комитетына инструктор (1968 йыл) итеп күсерелә. КПСС Үҙәк комитетының юғары мәктәбендә уҡый (1971 – 1973 йылдар). Баштелерадио етәксеһе урынбаҫары, БР Министрҙар советының мәғариф һәм мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе, БР Президенты Хакимиәтенең наградалар буйынса бүлек мөдире (1995 – 2000 йылдар) булып эшләй. Хәҙер хаҡлы ялда, бер нисә дәүләт наградаһына эйә. Ҡатыны Клара Йәнәхмәт ҡыҙы (Салйоғот ауылы) менән ике бала тәрбиәләйҙәр: Лира (1963 йылғы, юғары медицина белеме алғандан һуң һөнәре буйынса эшләй) һәм Илшат (1967 йылғы, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетын тамамлай, сит ил илселектәрендә дипломат булып эшләй, хәҙер – Литвала). Улар ҙа үҙ ғаиләләрен булдырған, Миндибаевтар тоҡомо үҫә.
Абдулхайҙың өсөнсө улы Радик Миндибаев һуғыш осоронда тыуа һәм өләсәһе, әсәһе һәм өлкән ағаһы ҡарамағында була. Ул аҡыллы малай булып үҫә. Аҡҡын башланғыс, Тайыш ете йыллыҡ һәм Дыуан-Мәсетле урта мәктәптәрендә уҡый. Өлгөргәнлек аттестаты алғандан һуң, Салауат Юлаев колхозының Тайыш бригадаһында хисапсы булып эшләй. 1960 – 1963 йылдарҙа Совет Армияһы сафында Украинаның ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Уның грамоталылығын һәм өлгөлө яҙыуын иҫәпкә алып, часть штабында хеҙмәт итергә ҡалдыралар.
Ауыл егетен ер эше тарта. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһына уҡырға инә. Уның өлгөһөндә шул уҡ ваҡытта был уҡыу йортонда Аҙанғол ауылынан Ғәлимйән Зәбихуллин һәм Тимерәк ауылынан Фәхретдин Ниғмәтуллин уҡый.
Ауыл хужалығы академияһын тамамлағандан һуң, Радик Абдулхай улы Башҡортостан ер төҙөлөшө экспедицияһында республиканың тупраҡ ғилеме буйынса ауыл хужалығы тармағында эшләй. 1976 йылда уны Башҡортостан ауыл хужалығы институтының тупраҡ ғилеме кафедраһына уҡытыусы итеп эшкә саҡыралар, унда ул, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә эшләүен дауам итә. Был кафедра республикала, шул иҫәптән Мәсетле районында тупраҡ составын өйрәнеп, тәжрибә участкаларында уңыш алыуҙы яҡшыртыу өсөн минераль ашламалар төрөн тәҡдим итә. Бынан тыш, хәҙер ауыл хужалығы ерҙәре тупраҡ карталарына төҙәтмәләр индерелә һәм һанлы карта төҙөлә.
Радик Миндибаев 1968 йылда Харьковта кандидатлыҡ диссертацияһын, ә 2005 йылда БДАУ-ҙа докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Хәҙер уның иҫәбендә 30-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт бар. 2006 йылдан Башҡорт аграр университеты профессоры, бер нисә тапҡыр уҡыу йортоноң иң яҡшы ғилми-педагогик һәм почетлы хеҙмәткәре тип таныла. Радик Абдулхай улы бер нисә наградаға, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһына эйә (2005 йыл). 80 йәше хөрмәтенә БДАУ уның эшмәкәрлеге тураһында брошюра баҫтырып сығарҙы. Ҡатыны Ғәлиә (сығышы менән Ғафури районынан) менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өлкән ҡыҙҙары Эльмираның ике ҡыҙы һәм улы бар, кесе ҡыҙҙары Гөлназ ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй, ә улдары Русландың ике улы бар. Уларҙың тормош юлдаштары хужалыҡта бөтә нәмәлә лә ярҙам итә.
Бәләкәй ауылдан, ябай крәҫтиән ғаиләһенән Раид һәм Радик Миндибаевтар кеүек билдәле шәхестәр сыҡҡан. Аҡҡын ауылы улдарының исемдәре Мәсетле районы энциклопедияһына индерелгән. Улар был хөрмәткә лайыҡ. Бәлки, беҙгә улар белем алған мәктәпте йәки Тайыш ауылында улар үҫкән урамды Миндибаевтарҙың билдәле шәхестәре хөрмәтенә атау тураһында уйларға ваҡыттыр? Илебеҙ үҫешенә һәм именлеге хаҡына фиҙаҡәр хеҙмәт иткән район һәм республиканың лайыҡлы граждандары бит улар.
Вәрис ВӘЛИЕВ,
эске эштәр һәм хеҙмәт ветераны.