Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
6 Июнь 2023, 09:55

Белдекле белгестәр

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә урынлашҡан райондар, шул иҫәптән беҙҙең Мәсетле районы ла элек-электән аграр райондар иҫәбендә булды. Әлеге ваҡытта ла бында хужалыҡ итеүҙең сәнәғәт тармаҡтары ҙур үҫеш алмаған.

Белдекле белгестәр
Белдекле белгестәр

Колхоз-совхоздар заманында районда ауыл хужалығы ерҙәре 105008 гектар тәшкил итһә, шуларҙың 83176 гектары һөрөнтө ерҙәр ине. Ә инде 77810 гектарҙа төрлө ауыл хужалығы культуралары сәсеп, шуның 46104 гектарын бөртөклөләр биләне. Районда 15 колхоз-совхоздар уңышлы эшләп, һәр йылды уртаса 756120,6 центнер иген, 49183,8 центнер ит, 226855,2 центнер һөт етештерелде. Былар барыһы ла – хужалыҡтарҙа эшләүселәрҙең тырыш хеҙмәт емеше. Бында етәкселәр менән бер рәттән ауыл хужалығы белгестәре, урта звено етәкселәренең роле айырыуса ҙур булды. Сөнки белдекле идара итеү алымдары булғанда эш бөтәһенә лә етәрлек. Ысынлап та белемле һәм намыҫлы белгестәр һәр урында етәкселәрҙең терәге, хужалыҡтарҙың тотҡаһы тип әйтһәм, бер ҙә хилаф булмаҫ.
Заманында районыбыҙҙың ауыл хужалығы тармағында алты меңдән ашыу кеше хеҙмәт итһә, шуларҙың өс йөҙҙән ашыуы белгестәр һәм урта звено етәкселәре булды. Улар ҡайҙа ғына эшләмәһендәр, һәр ерҙә үҙҙәрен тәрән белемгә, юғары профессионализмға эйә булған яуаплы, эшһөйәр һәм яҡшы ойоштороусы итеп күрһәттеләр.
Үткән быуаттың 70-80-се йылдарында “Мәсәғүт” совхозының баш агрономы Алмас Исмәғил улы Нәжиповтың исеме районда ғына түгел, бөтә республикала билдәле ине. Ул үҙенең хеҙмәт юлын ябай трактористан башлап, ғүмеренең дүрт тиҫтә йылын ауыл хужалығына бағышланы. Ҡырсылыҡта ҡыҫҡа ротациялы баҫыу әйләнеше индереп, бөртөклө культураларҙың уңышын ҡырҡа күтәреүгә өлгәште. Хеҙмәтенә ҡарап – хөрмәте, тигәндәй, уға “Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы” тигән мәртәбәле исем бирелә, күкрәген Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены биҙәй, Мәсетле районының почётлы гражданы исеменә лайыҡ була.
Ваҡытында уның менән бергә эшләгән хужалыҡтың баш инженеры Ф. Мәғәсүмов, баш зоотехнигы А. Миңлеғәлин, баш иҡтисадсы А. Искорцева ла белемле, намыҫлы һәм эшһөйәр белгестәр булып танылдылар. Ғөмүмән, данлыҡлы “Мәсәғүт” совхозы район хужалыҡтары өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәгенә әйләнгән ине: алдынғы хужалыҡта эшләп, бай тәжрибә туплаған белгестәр үҙҙәре артабан төрлө хужалыҡ етәкселәре булып киттеләр. Мәҫәлән, совхозда баш ветврач вазифаһын биләгән Рәүил Зәйнуллин башта “Мәсетле” мал һимертеү совхозында директор, артабан Жданов исемендәге колхоз идараһы рәйесе итеп үрләтелде. Һуңынан район ауыл хужалығы идараһы начальнигы, Мәсетле май заводы директоры вазифаларында ла уңышлы хеҙмәт итте. Иҫәпләй ҡалһаң, уларҙың һаны тиҫтәнән ашып китә.
Үҙем башланғыс синыфтарҙан уҡ эшләп үҫкән “Фрунзе” исемендәге колхоз ваҡытында ете ауылды берләштереп, хужалыҡ баҫыу-ҙарында, малсылыҡ тармағында ике йөҙҙән ашыу кеше эшләне. Хужалыҡтың етәкселәре йыш алмашынып торһа ла, Раян Әхмәтшин, Рәмзи Шәмсетдинов, Миңлеәхмәт Зияетдинов, Мәҡсүт Ғайсин, Дамир Хафизов, Мазһар Фәҡирйәнов, Рәфҡәт Хисамов, Рәйес Һөйәрғолов кеүек ауыл хужалығы белгестәре ғүмер буйына үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалдылар. Колхозда баш агроном булып эшләгән Рәмзи Солтан улы Шәмсетдинов ауыл хужалығы культураларынан ҙур уңыш алыуҙағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнде. Артабан ул Чкалов исемендәге колхоз идараһы рәйесе, район әҙерләүҙәр контораһы директоры сифатында үҙен оҫта һәм яуаплы етәксе итеп күрһәтте. Шул уҡ хужалыҡта оҙаҡ йылдар бик уңышлы эшләп килгән баш зоотехник Миңлеәхмәт Зияетдинов райком тәҡдиме менән Оло Ыҡтамаҡтағы икмәк комбинаты директоры итеп тәғәйенләнде, бында ла ул үҙен һынатманы.

Һүрәттә: “Әй” совхозының бер төркөм белгестәре һәм хеҙмәт алдынғылары хужалыҡ етәкселәре менән район үҙәгендә. 1986 йыл.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 2 июндә 22е һанында уҡығыҙ.

Автор: