Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
18 Апрель 2023, 11:25

Рәфҡәт ағай

2023 йыл әһәмиәтле ваҡиғаларға бай: Ленинград ҡамауын өҙөүгә, Сталинград янында, һуңынан Курск дуғаһында, Краснодар крайының көньяғында Германия фашист ғәскәрҙәрен тармар итеүгә һәм Советтар Союзының бөтә территорияһын азат итә башлауға – 80 йыл.

Рәфҡәт ағай
Рәфҡәт ағай

Рәфҡәт Ғәниев та – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың береһе. Ул 1924 йылдың 15 майында Тайыш ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ғүмеренең аҙағына тиклем бик тыйнаҡ, эшһөйәр, аҙ һөйләр кеше булды. Хатта уның балалары, туғандары һәм таныштары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәрби тормошо тураһында бик аҙ белә.
Булат Дәүләтбаевтың Ревизия мәғлүмәттәре (халыҡ иҫәбен алыу) һәм Миҙхәт Ғәниев төҙөгән шәжәрә буйынса, Рәфҡәт Ғәниевтың олатаһы – Әйле ырыуының Дыуан аймағынан Мөхәмәтғәли Ситаев. Уның өс улы һәм ҡыҙы булған. Өлкән улынан Мөхәмәтғәни (1899 йыл) тыуған, ә уның улы – Рәфҡәт.
Рәфҡәт Ғәниев 1939 йылда Тайыш мәктәбендә ете класс белем алған. Хеҙмәт кенәгәһенән күренеүенсә, 1941 йылдан ул “Урал” колхозы ағзаһы булып иҫәпләнә. Хәрби билет яҙмаларына ярашлы, Рәфҡәт Мөхәмәтғәни улы 1942 йылдың 9 сентябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ҡыҙылармеец Рәфҡәт 1943 йылдың авгусынан алып 449-сы уҡсылар полкының 159-сы уҡсылар дивизияһы составында хәрби хәрәкәттәрҙә автоматсы була.
Мәғлүмәттәр буйынса (архивтар буйынса табылмаған) уның бер өлөшө үҙәк фронт составында Смоленск өлкәһе (Смоленск йүнәлеше) биләмәһен азат итеүҙә ҡатнашҡан. 1943 йылдың ноябрендәге алыштарҙың береһендә һул аяғының тубыҡ быуыны яралана. Дауаланғандан һуң 1944 йылдың 4 февралендә демобилизациялана. Батырлығы өсөн ул “I дәрәжә Ватан һуғышы” ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн” миҙалдары һәм башҡа юбилей миҙалдары менән наградланған.
Үҙенең тыуған төйәгенә ҡайтҡас, Рәфҡәт ағай Салауат Юлаев исемендәге колхоз бригадаһында төрлө эштәрҙә хеҙмәт юлын дауам итә (үҙгәртелгән “Урал” колхозында): төрлө эштәр башҡарыусы, склад мөдире, иҫәпсе, яғыулыҡ-майлау материалдары заправкалаусы, ҡарауылсы һәм чабан. 1984 йылда хаҡлы ялға сыға. Ул бер нисә тапҡыр колхоздың ревизия комиссияһына һайлана һәм күп тапҡыр район халыҡ суды заседателе була. Намыҫлы хеҙмәте өсөн колхоз етәкселегенән шифаханаға юллама ала.
1945 йылда Рәфҡәт Мөхәмәтғәни улы Дыуан районының Мәрйәмғол ауылынан Ғәшүрә Ахун ҡыҙына өйләнә. Улар ҡыҙҙары Рәмиҙә (1946 йылғы) менән Розалия (1962 йылғы), улдары Нурмөхәмәт (1948), Миҙхәт (1952), Раян (1954), Рәйес (1956), Наил (1959), Илгиз (1960) һәм Раилды (1964) тәрбиәләп үҫтереп, аяҡҡа баҫтыра. Һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар, хәҙер инде уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп килә.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 14 апрелендәге  15е һанында уҡығыҙ.

Автор: