Мин был донъяның барлыҡ михнәт-кинәнестәрен кисереп, Европаны буйынаса, Азияны арҡырыға үткән, йөрәктә еңеү илткән яугирҙарҙың тотош тарихын һөйләргә йыйынмайым бөгөн. Бары бер ауыл кешеләре аша ветерандарҙың изге образын һынландырырға ынтылам. Һәм улар минең тик шәхси тәьҫоратым һәм фекерҙәрем генә.
Хәҙерге быуын вәкилдәре ветерандарҙы моңһоу йөҙлө, өнһөҙ тәбиғәтле, маңлайҙарын буй-буй һырҙар баҫҡан, сәстәренә көмөш яғылған, биттәре йыйырсыҡтар менән тулған ҡарттар тип кенә хәтерҙәрендә ҡалдырған. Беҙҙең быуын бала саҡтан уларҙы ярһыу, сая булған ирҙәр, илгә афәт килгәндә ҡалҡан булып баҫҡан ир-азаматтар тип хәтерләй. 9 Май 1965 йылда ғына байрам көнө тип рәсмиләштерелә. Быға тиклем 9 Май көнө ауыл дәһшәтле һуғыштан тере ҡайтҡан яугирҙарҙың көслө тауышы менән геүләп торҙо, йәғни ауыл улар “ҡулында” булды, фронтта булмаған түрә-ғара урамға сыҡманы. Әгәр берәйһе шелтә белдерергә теләһә: “Беҙ юҡҡа ҡан түкмәнек, имеем право!” – тип кенә ебәрерҙәр ине. Был ығы-зығылар оҙаҡҡа һуҙылманы, болғанған һыу бер килеп тонған һымаҡ, тымып ҡалды. Ауырлыҡтар, зарҙар төпкә батып, һәр фронттан ҡайтыусы үҙенсә донъя ҡыуып алып китте.
Яңы Мишәр – Әй буйындағы боронғо ҙур ауылдарҙың береһе. Ауылды уртаға бүлеп аҡҡан Көршәле шишмәһенең һул яҡ ярында ятҡан өлөшөн әле лә Иҫәнбай тип йөрөтәләр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ошо ауыл советы буйынса 214 кеше яуға китә. Уларҙың тик 73-ө генә тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Хәҙерге көндә улар барыһы ла гүр эйәләре.
Бала саҡта минең өсөн тәүге күргән фронтовик Заһир бабайым булды. Сержант, уҡсылар отделениеһы командиры, унан – төрлө эштәр оҫтаһы Солтан Шаһиев. Солтан бабай 1941 йылдың декабрендә һуғышҡа алынып, икенсе Украина фронтының 12-се кавалерия дивизияһының 45-се гвардия кавалерия полкында гвардия казак дәрәжәһендә хәрби юл үтә, Еңеү көнөн Прагала ҡаршылай. Артабан Япон самурайҙарын тар-мар итеүҙә ҡатнашып, тыуған ауылына тик 1945 йылдың һуңында ғына ҡайтыуға ирешә. Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң туған колхозында төрлө эштәрҙә хеҙмәт итте, хужалыҡтың бөтә булған тағылма инвентарҙары уның ҡулы менән ремонтлана торған булған. Хаҡлы ялға сыҡҡас та уның ҡулынан балта-бысҡы төшмәне, үҙенең йән дуҫы Лотфуллин Ғиниәтулла менән бергәләп колхозға, шәхси хужалыҡтарға ағас эштәре буйынса ярҙам иттеләр. Ғиниәтулла бабай ҙа ауыр һуғыш юлдарын үткән яугир ине, батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған.
Солтан бабай инәйемдең ике туған ағаһы булһа, Заһир бабай уның бер туған ағаһы ине. Һомғол оҙон буйлы, ыҡсым кәүҙәле Заһир бабай бик аҙ һүҙле ине, һуғыш ваҡытында булған хәлдәр тураһында ла бик һөйләп барманы. “Һуғыш – атыш-ҡырылыш инде. Айҙар буйына төҙөгәнеңде бер-нисә сәғәттә емерәһең дә, йә алға китәһең, йә булмаһа, артҡа сигенәһең”, – тип әйтер ине ҡыҫҡа ғына. Бер ваҡыт ул миңә фронтта нисек итеп Сталинды күреүе тураһында һөйләне. Мин был фронтовиктың фантазияһы, тип уйлап, бер аҙ ышанмайыраҡ йөрөнөм. Һуңғараҡ төрлө хәрби мемуарҙар уҡып, архивтарҙа соҡоноп, быға ла инандым: Юғары баш командующий 1941 йылдың ҡышында Калинин фронтының ул хеҙмәт иткән 26-сы уҡсылар полкы яугирҙары менән ысынлап та осрашҡан булған. Үткәндәрҙән фәһем алып, киләсәкте күҙаллар өсөн тағы ла шуныһы мөһим. 1931 йылда атаһы Йосопҡа “халыҡ дошманы” мөһөрө баҫылып, бөтә ғаилә Себер тарафтарына оҙатыла. Иркутск өлкәһенең Черемхово биҫтәһендә ете йылға яҡын һөргөндә булып, унда дүрт йәшлек Ғәзиз исемле ҡустыһын, ике йәшлек Фәғилә һеңлеһен мәңгегә ҡалдырып, тик 1939 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар. Тыуған яҡҡа ҡайтыу менән ни, әгәр шул уҡ йәберләүҙәр, мыҫҡыл итеүҙәр дауам иткәс: ваҡытында бөтә мөлкәт тартып алынғас, йәшәргә урын юҡ, мәктәпкә уҡырға алыуҙан баш тарталар һ.б. Ваҡыты еткәс, Заһир бабай, бөтә зарҙарҙы онотоп, үҙенә, ата-әсәһенә, бер туғандарына “үгәй әсә” кеүек ҡараған илен яҡларға ҡалҡан кеүек баҫа. Фронтта ҡаты яраланып, госпиталдә дауаланғандан һуң, ауылға ҡайтып төшә. Башта магазинда һатыусы була, һуңынан колхозда төрлө эштәрҙә эшләп, хаҡлы ялға урмансы булып сыға. Ҡулдары мина ярсыҡтарынан буйынан-буйына яралы булһа ла, уларҙан төрлө эш ҡоралдары төшмәне. Ғаиләһендә үҫкән һигеҙ малай менән бер ҡыҙын яҡшылап тәрбиәләп үҫтерергә кәрәк булғандыр инде, күрәһең. Ләкин бер ваҡытта ла, хатта байрам көндәрендә лә I дәрәжә Ватан һуғышы орденын күкрәгенә таҡҡанын күрмәнем.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 7 апрелендәге 14-се һанында уҡығыҙ.