Аҙанғол ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған стелала бер туған Вәлиевтарҙың фамилиялары бар: Вәсилйән, Әхмәтвәли һәм туғандары Мөнир Барыев (Ситдыҡов).
Шәжәрәмде төҙөү барышында тамырҙарымдың алыҫҡа киткәне, йәғни Аҙанғол ауылына нигеҙ һалыныуҙан башланғаны асыҡланды. Нәҫел башы – Дыуан-Мәсетленән Әйле ырыуы вәкиле Аҙанғол (1740 йыл) һәм һуңыраҡ Ҡарағол.
Тарихи материалдарҙы өйрәнеп, ауыл халҡының яртыһынан күбеһе ауылға нигеҙ һалыусыға һәм Ҡарағол-ға бәйле булыуы асыҡланды. Аҙанғолдоң улдары: Хөттислам, Хәлит, Сәйфелмөлөк, Әхтәм, Баһауетдин һәм Ғәйнетдин.
Хәлит Аҙанғоловтоң (1767 – 1852) улдары Шаһимәрҙән, Зәбир һәм Ғабдулҡадир була. Ә Ғабдулҡадирҙың (1812 йыл) улдары: Вәлит, Вәлиулла, Ибраһим һәм Нәбиулла. Вәлиулланың улы – Хәмиҙулла. Ибраһимдың балалары: Зәкиә, Мөхәмәтвәли, Гөлниса, Сәхибә, Билал һәм Мәхүбә. Шул рәүешле уларҙан фамилиялары барлыҡҡа килә: Ҡарағоловтар, Ғилметдиновтар, Закировтар, Зариповтар, Мофазаловтар, Хәсәновтар, Абдуллиндар, Фәҡирйәновтар, Ғәниевтар, Нәбиуллиндар, Ситдыҡовтар, Хәмиҙуллиндар, Билаловтар, Шафиҡовтар, Сәбиғийәровтар, Миңлебаевтар (Тайыш ауылында) һәм Вәлиевтар. Уларҙың барыһы ла – Аҙанғол менән Ҡарағолдоң нәҫеле.
Минең шәжәрәм икенсе яҡтан – Ҡарағол улы Хисаметдин менән бәйле. Хисаметдин Ҡарағоловтан Мөхәмәтйән (1808) тыуған, ә уның улы – Мөхәмәтша (1865). Уның улы – Ситдыҡ. Ситдыҡ Мөхәмәтйәновтың ҡатындары Фатима менән Шәрифә исемле. Уларҙың балалары: Яҡуп, Һаҙый, Барый (указлы мулла), Хәтирә, Хәбирә, Ғәрифә (өләсәйем), ә уның ире Мөхәмәтвәли Ибраһимов (минең олатайым) – Ғәбделҡадирҙың улы.
Мөхәмәтвәлиҙең (1873) балалары: Мирйән (1901), Вәдиға (1903), Мөслимә (1907), Гөлсөм (1913), Вәсилйән (1915), Өҡлимә (1918) һәм Әхмәтвәли (1921).
Өлкән улы Мирйән Вәли улы Вәлиев баҫалҡы, тырыш кеше була, кесе туғандарын – ҡустыларын һәм һеңлеләрен үҫтерергә ярҙам итә. Уның бала һәм үҫмер сағы илдәге сәйәси (революция), иҡтисади ваҡиғалар менән бәйле осорҙа үтә. Граждандар һуғышы (1918-20 йй.) йылдарында Балаҡатай-Златоуст яғына сигенгән аҡ армия уны ихтыярына ҡаршы үҙ сафына ала. Ләкин бер айҙан һуң ул ҡаса һәм өйөнә әйләнеп ҡайта. Туҡбай (Кәшкиәк) ауылынан данлыҡлы Мофазаловтар нәҫеленән ҡыҙға өйләнә һәм тыныс хеҙмәт тормошо башлай. Бик күп сабыйҙары донъяға килә. Ләкин өсәүһе генә иҫән ҡала: Йосопйән (1928), Вәрис (1941 ) һәм Роберт (1947). Атайым ликбез буйынса белем ала: латин һәм ғәрәп хәрефтәре менән яҙыр-ға өйрәнә. Коллектив ауыл хужалығын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. 1928 йылда “Ҡыҙыл маяҡ” колхозы ойошторола (1935 йылда “Яңы тормош” тип үҙгәртелә).
Уны Тайыш ауылындағы мәғәзәйҙән (дәүләт иген һаҡлау урыны) йыйылған игенде Сулеяға ташыу буйынса яуаплы итеп тәғәйенләйҙәр. Ат ылауы Аҙанғол аша үткәндә ярһыған ҡатындар бер саналағы тоҡтарҙы талап ала. Шулай итеп, уның тоҡтар һаны теүәл булмай. Мирйән Вәлиевҡа, талауҙа ҡатнашлығы бар тип, яла яғыла, 1932 йылдың 19 ғинуарында НКВД хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. Тикшереү бик күп айҙар дауамында бара. Район гәзитендә “Аҙанғолда ҡатын-ҡыҙҙар болаһы” тигән яҙыу аҫтында ошо хәл тураһында мәҡәлә донъя күрә. Шулай итеп ул, Мирйән Вәлиев, репрессияланған булараҡ, сәйәси террор ҡорбандары исемлегенә эләгә. 50 йылдан һуң, 1982 йылдың 11 майында ғына, аҡлана, был хаҡта “Башҡортостан Республикаһының Хәтер китабы”нда яҙылған.
30-сы йылдар уртаһынан аҙ ҡеүәтле колхоздарға техник ярҙам күрһәтеү өсөн машина-трактор станциялары ойошторола. Мәсетле МТС-ы базаһы Йыланыш ауылы ситендә урынлаша. Мирйән Вәлиев механизатор һөнәрен алғандан һуң тракторсы, йәй көнө – комбайнсы, һуңынан механик булып эшләй башлай.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 10 мартының 10-сы һанында уҡығыҙ.