Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, ауылға 1739 йылда Ҡошсо ырыуы башҡорто Тимербай нигеҙ һалған. 1834 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Тимербайҙың улы Вәлит Тимербаевҡа 68 йәш була. Ул саҡта ауылда, балаларҙы иҫәпкә алмағанда, 32 ир-егет һәм 32 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 9 йорт иҫәпләнгән. XX быуат башында мәсет эшләй. Ә Совет власы йылдарында башланғыс мәктәп, магазин, клуб һәм йәйге ваҡытҡа колхоз балалар баҡсаһы булған.
1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фронтҡа киткәндәрҙән 8 кеше һәләк була, 7 яугир кире әйләнеп ҡайта. Юнысовтар ғаиләһенән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар: Вәлиәхмәт Юныс улы (1912 йылғы) һәм уның ҡустыһы Мулләхмәт Юныс улы (1916).
Юнысовтар нәҫеленең тамырҙары, улар төҙөгән шәжәрә буйынса, ошо ауылда йәшәүсе Әхмәт Ҡарағоловтан башлана. 1834 йылғы халыҡ иҫәбен алыу (ревизия документы) буйынса уға 60 йәш була. Уның улдары: Ниғмәтулла (1808), Зәйнулла (1809) һәм Хисмәтулла (1811).
Ниғмәтулланың улдары: Мөхәмәтулла (1830), Ғиззәтулла (1836) һәм Сибәғәтулла (1841).
Халыҡ иҫәбен алыуҙа шулай уҡ Әхмәт Ҡарағоловтың ҡустыһы Өмөтәй Ҡарағоловтың (1777 йылда тыуған) булыуы теркәлгән. Уның нәҫел дауамы бар: Өлкәр, Мөхәмәтйән, Сәфәрғәли, Сәйетбаҡый, Мөхәмәҙи, Сәйетбаттал, Әметдин һәм Хисаметдин. Уларҙың да нәҫеле дауам итә.
Ниғмәтулла улы Ғиззәтулланың улы Юныс булған (1883). Юнысовтар нәҫеле унан башлана. Юныстың балалары: ҡыҙҙары Тәғзимә (1910), Фазила, улдары Вәлиәхмәт (1912), Мулләхмәт (1916) һәм Хажиәхмәт (1929).
Вәлиәхмәт Юныс улы Юнысов Тимербай мәктәбе уҡытыусыһы булған, скрипкала яҡшы уйнаған. 1941 йылдың башында рядовой ҡыҙылармеец армияға саҡырыла, Смоленск һуғышында, һуңынан Курск дуғаһында алыштарҙа ҡатнаша, ә 1943 йылдың февралендә хәбәрһеҙ юғала һәм уның ҡайҙа ерләнгәне билдәһеҙ. Ғаилә ҡороп өлгөрмәй.
Мулләхмәт Юныс улы Юнысов 1938 йылда уҡ хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1940 йылдың сентябренән 1941 йылдың декабренә тиклем Өфө хәрби-пехота училищеһында уҡый. Кесе лейтенант Юнысов Мулләхмәт взвод командиры итеп тәғәйенләнә. Хәрби юлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командующий генерал Таһир Күсимов етәкселегендәге уҡсылар полкында башлана. Сталинград һуғышында ҡатнаша, Германия сигенә тиклем барып етә. 1945 йылдың ғинуарында яраланғандан һуң өлкән лейтенант дәрәжәһендә демобилизациялана. “Германияны еңгән өсөн” хәрби наградаһы, башҡа миҙалдары бар.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 17 февралдә 7-се һанында уҡығыҙ.