Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
21 Декабрь 2022, 09:15

СССР ойошторолоуға – 100 йыл

Советтар Союзына нигеҙ иҫке календарь буйынса 1917 йылдың 25 октябрендә Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы менән һалына. Уның биләмәләре элекке Рәсәй империяһы территорияһын тәшкил итә.

СССР ойошторолоуға – 100 йыл
СССР ойошторолоуға – 100 йыл

СССР-ҙың сәйәси территориаль нигеҙе иң тәүҙә үк берҙәм булып һалынмай. 1917 йылдың октябренән Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы иғлан ителһә лә, уның составынан ҡайһы бер республикалар айырылып сығырға уйлай. Шул уҡ ваҡытта бөтә илдең территорияһында параллель хөкүмәт төҙөлә, һәр бер хөкүмәттең үҙенең Ҡораллы Көстәре булдырыла.
1917 – 1923 йылдар Рәсәй тарихында Граждандар һуғышы булараҡ билдәле. Граждандар һуғышы тамамланыр алдынан элекке Рәсәй империяһында реинтеграция процестары башлана, сөнки Украина, Белорус, Кавказ аръяғы Федератив Республикаларында коммунистар партияһы власҡа килә. Шул процесс тамамланғас, 1922 йылдың 30 декабрендә СССР төҙөлөү тураһындағы килешеү ҡабул ителә. Ул килешеүҙә дүрт республиканың вәкилдәренән ҡултамғалар алына. РСФСР исеменән АССР-ҙар, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәре лә ҡултамғаларын ҡуйған.
1928 – 1941 йылдарҙа СССР-ҙа яңы иҡтисади ҡоролош төҙөлә. 1928 – 1932 йылдарҙа индустриялаштырыу һәм коллективлаштырыу үткәрелә.
Советтар Союзы – ул 1922 – 1991 йылдарҙа йәшәгән күп милләтле социалистик дәүләт. Илдең территорияһы Көнсығыш Европа, Төньяҡ һәм Урта Азияға тиклем һуҙылған һәм донъялағы иң ҙур ил булып һаналған.
Шулай итеп, 2022 йылдың 30 декабрендә СССР-ҙың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тула.
22 декабрҙә 15.00 сәғәттә район Мәҙәниәт һарайында был датаға арналған тантаналы сара үтәсәк (6+).

КПРФ-тың Мәсетле районы бүлексәһе.

Фото

Автор: