Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
8 Декабрь 2022, 13:05

Был беҙҙең тарих

Педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдын-ғыһы Сәғиҙә Мөхәрәмованың ошондай исем аҫтында яңы китабы донъя күрҙе.

Был беҙҙең тарих
Был беҙҙең тарих

Оҙаҡ йылдар дауамында “Мәсетле тормошо” гәзитенә тоғро ҡалған штаттан тыш хәбәрсебеҙҙе сираттағы ҙур хеҙмәте менән ҡотлайбыҙ!
428 биттән торған “Был беҙҙең тарих” китабында Йонос ауыл советына ҡараған ауылдар тарихы, мәсет, колхоз, ауыл советы, мәҙәниәт тарихы, хеҙмәт алдынғылары, яу батырҙары тураһында белешмәләр урын алған. Ул авторҙың һүҙҙәренән башлана. Артабан “Тимерәк һәм Йонос”, “Әбдрәхим”, “Айып” бүлектәре килә. Уларҙың һәр береһе ауыл тарихы менән асыла.
Тимерәк һәм Йонос ауылдарына арналған бүлек “Колхоз тарихы”, “Хеҙмәт алдын-ғылары”, “Йонос ауыл советы”, “Яу һәм тыл батырҙары”, “Ил һағында – егеттәр”, “Халҡыбыҙ ижады”, “Мәҙәни тормошобоҙ”, “Дан уҡыусыларыбыҙ” бүлексәләренән тора.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 2 декабрҙә 48е һанында уҡығыҙ.

Автор: