Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
6 Декабрь 2022, 11:10

Тайыш улдары

Тайыш ауылы ҙур түгел. Әммә бар география карталарында был ауылдың исеме сағылыш таба. Тарихи документтар буйынса уға 1750 йылдарҙа Әлхәм Тайышев нигеҙ һалған.

Тайыш улдары
Тайыш улдары

Был ауыл Әйгә ҡойған Оло Ыҡ йылғаһы буйында Ҡарауыл тауы итәгендә урынлашҡан. Боронғо заманда тауҙа, халыҡҡа дошмандар етеүе хаҡында хәбәр итеп, усаҡ яҡҡандар. Исеме лә тап ошонан алынған – Ҡарауыл тауы.
Граждандар һуғышы йылдарында сигенеүсе аҡтар ғәскәре бында Ҡыҙыл Армиянан һаҡланған. Беҙ Тайыш мәктәбендә белем алғанда уҡытыусылар бында тауҙан асылған күренеште төшөрөү буйынса дәрестәр уҙғара торғайны. Шунда соҡорҙарҙа (окоптарҙа) тутыҡҡан патрон һәм винтовка гильзалары таба инек.
Архив мәғлүмәттәре буйынса, 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Тайыш ауылынан 12 кеше яу яланында һәләк булған. 35 яугир кире әйләнеп ҡайтҡан, улар араһында ағалы-ҡустылы Хаммат (1912 йылғы) һәм Әхәт (1918 йылғы) Вәхитовтар ҙа булған...

Һүрәттә: Хаммат Вәхитов (өҫкө рәттә уңдан икенсе) полкташтар осрашыуында, 1983 йыл. Уртала – Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимов.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 25 ноябрҙә 47е һанында уҡығыҙ.

Тайыш улдары
Тайыш улдары
Тайыш улдары
Автор: