Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
9 Ноябрь 2022, 09:25

Оло Ҡыҙылбай ауылы

Оло Ҡыҙылбай ауылында йәшәгән уҡытыусы Шаһикамал Хәбибуллиндың ҡулъяҙмаһын (ҡыҫҡартылған вариантта) баҫтырабыҙ. Был мәҡәләне ул хаҡлы ялға сыҡҡас яҙған.

Оло Ҡыҙылбай ауылы
Оло Ҡыҙылбай ауылы

Бында ауыл барлыҡҡа килгән...
Ҡыҙылбай ауылы – райондың боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Ул киң баҫыуҙарҙы, сәскәле болондарҙы, яр буйындағы бөҙрә талдарҙы һәм ҡыуаҡлыҡтарҙы һуғарған, үҙенең башын сал Урал тауының ташлы һырттары аҫтынан алған һәм көнбайышҡа табан бормалы-бормалы юлдары менән аҡҡан матур Әй йылғаһының йәмле ярында урынлашҡан.
Ҡыҙылбай – ул хәҙерге Мәләкәҫ ерҙәренән алып Ҡорғат ауылы киңлектәренә тиклем ҙур майҙанға һәм урманға хужа булған, бер нисә ырыу вәкилдәрен берләштергән аймаҡ башлығы, башҡорт байының исеме. Ҡорғат ауылында аҡҡан бәләкәй генә Ҡыҙылбай йылғаһы, әлеге көндә лә исемен һаҡлап, алыҫ үткәндәрҙе хәтерләтә. Ул ваҡытта кешеләр күсмә тормош алып барған, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Улар аймаҡҡа берләшкән, аймаҡ башында мал тотҡан байҙар торған. Аймаҡ һәм ырыу башлыҡтары ҙур байлыҡҡа эйә була, фәҡирҙәрҙе аяуһыҙ фай-ҙалана. Ерҙәр, болондар һәм көтөүлектәр ырыуҙар араһында баш идарасының сыбыртҡы менән күрһәтеүе буйынса “теге ҡалҡыулыҡтан алып шул ҡыуаҡтарға тиклем” күҙ күреме менән бүленгән. Халыҡтың төп аҙығы – ит, һөт, ҡатыҡ һәм мотлаҡ баһадир эсемлеге – ҡымыҙ. Ул ваҡытта Әй йылғаһы “Исыҡ” тауының текә битләүе янынан аҡҡан. Күптән түгел ул, үҙәнен үҙгәртеп, ауылға килеп еткән. Ҡыҙылбай үҙ ерҙәрен эйәр өҫтөндә байҡап йөрөгәндә, тау башында туҡтап ҡарап тора һәм был урын уға оҡшап төшә. Ул бында мәңгегә төпләнергә ҡарар итә. Шулай итеп, аймаҡ башлығы исеме менән Ҡыҙылбай ауылы барлыҡҡа килә.

Илсеғол
Төп халыҡ башҡорттар бул-ған. Ултыраҡ тормош алып барыу уларға умартасылыҡ, һуңынан игенселек менән шөғөлләнергә мөмкинлек биргән. Баш-ҡорттарҙың Рус дәүләтенә ҡушылыу осорона – ХVI быуат уртаһына – Ҡыҙылбай ҡарт оло йәштә була. Күп тә үтмәй, мәрхүм булып ҡала. Уның Әдигәй менән Мишәкәү исемле ике улы тороп ҡала. Улар хәҙерге Әжекәй ауылы янында төпләнә.
Уларҙың был исемдәре әле лә йәшәй. Әй йылғаһының үрге ағымында (Салйоғот, Һабанғол, Әбдрәхим ауылдары) йәшәүсе башҡорттарҙы – Оло Ҡошсо, түбәнге ағым буйынса (Ҡыҙылбай, Әләгәҙ, Әжекәй, Абдулла ауылдары) Кесе Ҡошсо ырыуы тип атағандар. Үрге ағым – Оло Ҡошсо вәкилдәре күберәк өҫтөнлөктәргә эйә булған һәм кешеләрҙең тормошо менән идара иткән. Ҡыҙылбай үлгәндән һуң бик күп ваҡыт үтә, аймаҡ башына бик дәртле һәм эшлекле Илсеғол ултыра. Уның күп мал-тыуары, йөҙләгән умартаһы, көтөүлектәре, уңдырышлы ерҙәре була, башҡорттарҙы ғына түгел, тирә-яҡта йәшәгән татарҙарҙы, урыҫтарҙы, башҡаларҙы ла буйһондора. Илсеғол ярлыларҙы файҙаланыу
иҫәбенә тиҙ байый, тирә-яғында тирмәндәре күп була. Даими йәшәү урыны итеп ул Ҡыҙылбай ауылын һайлай. Бейек бүрәнә ҡойма менән уратып алынған йыуан ҡарағай бүрәнәнән торған ике ҡатлы ҙур йорто Мәтәле юлы буйында һөҙәк тау битендә урынлашҡан булған. Болдор төбөндә һәр саҡ сылбырлы айыу тотҡан.
Ярлы егеттәргә өйләнер өсөн ҡыҙҙың ата-әсәһенә ҙур ҡалым түләргә кәрәк, ә уларҙың ундай мөмкинселеге булмай. Шуға ла ярлылар тамаҡ хаҡы өсөн эшләй һәм өйләнмәй ҡартая.
Башҡорт һәм татарҙар араһында исламдың таралыуы мәсет төҙөү ихтыяжын тыуҙыра. Уны төҙөү буйынса барлыҡ сығымдарҙы Илсеғол аймағы башлығы үҙ өҫтөнә ала. Әй йылғаһы буйлап ағыҙып алып киленгән ныҡлы бүрәнәләрҙән мәсет төҙөлә. Уның элекке урыны алыҫта, йылға аръяғында ҡала. Әй йылғаһы мәсет болдорона тиклем килеп еткәс, уны яңы урынға – тау аҫтына күсерәләр. Ул әле лә ошонда тора.
Ярлы Ҡазан татарҙары байҙарҙың түҙә алмаҫлыҡ иҙеүенән, ҡала-ара низағтарҙан ҡасып ҡунаҡсыл, киң күңелле башҡорт ерҙәренә табан юллана һәм тороп ҡала. Улар тиҙ арала башҡорттар менән уртаҡ тел табып, йәшәп алып китә. Шулай итеп Әләгәҙ, Тура, Абдулла, Ҡыҙылбай ауылының бер өлөшө барлыҡҡа килә.
Тура ауылында мәсет төҙөү өсөн Өфө мөфтөйөнән рөхсәт алырға кәрәк. Дингә ышаныусылар һаны аҙ була, шуға ла Ҡыҙылбай ауылының ирҙәре исемлеккә индерелә. Өфөлә Ҡыҙылбай ауылын – Оло Ҡыҙылбай, ә Тура ауылын Кесе Ҡыҙылбай итеп үҙгәртергә ҡарар ҡылына. Ауылдарҙың исеме ошо ваҡыттан тороп ҡала һәм үҙгәрмәй.

Пугачев ихтилалы
Крәҫтиәндәрҙең ауыр иҡтисади хәле, хоҡуҡһыҙлыҡ һәм батша самодержавиеһының сикләнмәгән хакимлығы Дон казактарының бер туҡтауһыҙ бола күтәреүенә сәбәпсе булып тора. Башҡорттарға икеләтә ауырға төшә – батшаның һәм урындағы байҙарҙың иҙеүенә түҙеп йәшәйҙәр. Пугачев ихтилалы тураһындағы хәбәрҙе башҡорттар йөрәккә яҡын ҡабул итә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Салауат батыр йәйәүле һәм һыбайлы ғәскәр йыя. Ул Красноуфимск яғына юллана һәм Оло Ҡыҙылбай ауылы янында ялға туҡтай. Ауылға ҡорал, һәнәк менән килеүсе бик күп кешеләрҙе күргәс, урындағы халыҡ тетрәнә. “Һуғыш бара!” – тигән һүҙ тарала. Ҡарттар йәш ҡыҙҙарҙы һәм йәш ҡатындарҙы уйһыу-лыҡ, ҡыуаҡтарҙа йәшереп тота. Ҡыҙылбай баҫыуҙарында “Ҡыҙҙар шишмәһе”, “Ҡыҙҙар ҡалҡыулығы” һәм башҡа атамалар ошонан ҡалған да инде.
Салауат батыр, Әй йылғаһы аша сығып, юлын дауам итә. Оло Аҡа янында туҡтап киткән урыны “Хан-ҡыуаҡ” тип атала, әле лә исемен юғалтмаған. Артабан уның ғәскәре Красноуфимск ҡәлғәһен баҫып ала һәм Пугачевҡа ҡушылып, артабан юллана. Красноуфимск музейы экспонаттары Салауат Юлаевтың походтары хаҡында һөйләй.
Билдәле булыуынса, ихтилал аяуһыҙ баҫтырыла. Поптар һәм самодержавиеның башҡа агенттары халыҡҡа берләшеү мөмкинлеге бирмәй, улар араһында дошманлыҡ сәсеү өсөн барыһын да эшләй. Муллалар, үҙ сиратында, башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың дини, милли тойғоларында уйнап, уларҙы башҡа халыҡтарға ҡаршы ҡоторта, әммә байҙарҙың мәнфәғәттәрен яҡлап сығыш яһай. “Аллаһ, һуңынан батша”, тип ярлыларҙың аңдарын бутай улар.
Мулла һәм поптарҙың ғәмәлдәре эҙһеҙ үтмәй. Бер ауыл кешеләре дошманлаша башлай. Оло Ҡыҙылбай ауылында тап шулай килеп сыға ла. Башҡорттар һәм татарҙар йәшәгән ауылда ер биләмәләре башҡорттарға өҫтөнлөк менән бүленгән. Татарҙар ҡыҫырыҡлана һәм үпкә тота, был улар араһында дошманлыҡты тағы ла нығыраҡ көсәйтә.
Крәҫтиәндәргә йәшәү бик ауырға төшә. Көс еткеһеҙ хеҙмәттән тыш, улар ҙур һалым түләй, ҡиммәтле тиреле йәнлектәр бирә. Түләмәүселәрҙе йәлләмәй язалайҙар. Мөлкәттәрен тентейҙәр: ҡаҙан, самауыр, мендәр, кейеҙ һәм башҡа әйберҙәрен һаталар. Алыр әйберҙәре булмаған кешеләр тән язаһына тарттырыла. Уларҙы сыбыҡ менән һуҡтыралар. Шундай уҡ яза сараларын урамға иҫерек йәиһә гармун менән сыҡҡан, урлашҡан һәм башҡа кешеләр алған. Һис шикһеҙ, яҡлаусылары булмаған фәҡир кешеләр яфаланған.

Ер һәм һалым
Оло Ҡыҙылбай ауылынан ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта, Оло Аҡа һәм Ҡорғат ауылдары араһында, утар булған. Бында урыҫтар йәшәгән һәм йәшәй. Элек был ерҙәр Илсеғол ҡулында була. Урыҫтарға ер йорт төҙөү өсөн генә бирелә. Улар эшкәртеү өсөн аймаҡтың юлбашсыһынан иген баҫыуҙарын ҡуртымға алған, бының өсөн ҙур түләүҙәр биргән. Был ҡыҙылбайҙарҙың асыуын килтерә. Улар ер өсөн талаша башлай, ваҡыт үтеү менән утар ерҙәрен тартып ала һәм үҙҙәре ҡуртым түләүҙәрен ала башлай. Шуның өсөн ҡошсолар араһында талаш башлана. Эш судҡа тапшырыла, һуңынан ул был мәсьәләне кесеҡошсолар файҙаһына хәл итә. Хәҙер бөтә ер хужалыҡтар араһында ғаиләлә ирҙәр һаны буйынса бүленә. Ғәҙәттә, көҙөн Ҡыҙылбай башҡорттары утарға урыҫтарға ер һатырға ҡунаҡҡа йөрөгән. Ер ир-атҡа ғына бирелә, ғаиләлә малай тыуыуы ҙур бәхет һәм туғандарҙың дөйөм байрамы тип һаналған. Ул тапҡан әсәләргә бүләктәр тапшыралар. Ғаиләлә дуҫлыҡ һәм татыулыҡ хөкөм һөрә. Ә ҡыҙҙар тыуған ғаиләлә, киреһенсә.
Ислам һәм ул саҡтағы батша законы буйынса ҡатын-ҡыҙҙар һайлау хоҡуғынан мәхрүм ителә. Һайлауҙа улар ҡатнашмай. Мөлкәт бүленгәндә ирҙең өлөшө – тулы, ҡатындың өлөшө – өлөштөң яртыһы. Судта ике шаһит ҡатын-ҡыҙ бер иргә тиңләштерелә. Руханиҙарҙың Оло Ҡыҙылбай башҡорттары менән татарҙары араһында дошманлыҡ таратыуына ҡарамаҫтан, уларҙа элекке дуҫлыҡ нығый бара. Туғанлыҡ бәйләнештәре үҫешә – улдарын өйләндерәләр, ҡыҙҙарын кейәүгә бирәләр.
Татарҙар ауырыраҡ йәшәй. Улар башҡорттарға ҡарағанда күберәк һалым түләй. Ерҙәре аҙ була. Ҡуртымға алыу мөмкинлеге юҡ. Эш эҙләп улар сит яҡҡа, заводтарға китә йәиһә ғүмер буйы байға эшләй.
Ә башҡорттар сағыштырмаса еңелерәк йәшәгән. Улар-ҙың ере лә күп, һалымды ла аҙыраҡ түләгән. Улар ерҙәрен Мәтәле, Сальевка һәм Яраҫтау крәҫтиәндәренә һата. Нигеҙҙә башҡорттар ер биләмәләрен һатыуҙан алған аҡсаға йәшәгән. Әгәр етмәһә, ураҡ йәиһә ашлыҡ һуғыуҙа уның өсөн эшләү шарты менән килешкән. Әммә бик аҙҙары осто-осҡа ялғаған. Ул саҡта 14-15 йәшлек үҫмерҙәрҙе байҙарға эшсе итеп бирәләр, улар унда иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем эшләй, эш хаҡын икмәк, бер аҙ аҡса, аяҡ кейеме һәм өҫ кейеме менән алалар. Йылдан-йыл, тиҫтә йылдар шулай дауам итә.

Һуғыш һәм революция
Ваҡыт уҙа. Рус-япон һуғышы башлана. Ирҙәр һуғышҡа китә. Ҡайһылары ғәрипләнеп ҡайта, күптәре яу яланында мәңгелеккә тороп ҡала. Ярлылар, әлбиттә, яфа сигә.
1905 йылғы революциянан һуң реакция йылдары ауылда ҡайғылы эҙ ҡалдыра. Репрессия көсәйә. Һалымдар арта. Хәҙер инде бер аҙ хәлле крәҫтиәндәр үҙ ерҙәрен мәңгелеккә һата, ә үҙҙәре батрак булып эшләй. Хәл киҫкенләшә. Берәүҙәр байый, икенселәр бөлгөнлөккә төшә.
Беренсе империалистик һуғышы башлана. Ҡыҙылбайҙарҙың күбеһе һуғышҡа китә. Ауыл бушап, етемһерәп ҡала.
Октябрҙең дауыллы йылдары. 1917 йылдың феврале. Батша ҡолатылыуы тураһында шатлыҡлы хәбәр Оло Ҡыҙылбай ауылына ла килеп етә һәм тиҙҙән ул бөтәһенең дә байрамына әйләнә. Ярлылар ҡыуана, ә муллалар һәм байҙар халыҡҡа батшаһыҙ йәшәү мөмкин булмауын, Аллаһтан уны һаҡлап ҡалыуҙарын, мәсеттәргә йыйылып, доға ҡылыуҙарын һорай.
Фронттан һалдаттар батша ҡолатылды, һуғыш булмаясаҡ, тиҙҙән ҡайтырбыҙ, тип яҙа. Был ваҡытта ваҡытлы хөкүмәт файҙаһына милләтселәр ғәмәлдә була. Уларҙың үҙәге Стәрлетамаҡта урынлаша, уның вәкилдәре торама пункттар буйлап йөрөй, халыҡты үҙ дине һәм милләтен яҡларға өндәй. Был үҙәк менән Зәки Вәлиди етәкселек итә. 1917 йылдың ноябрендә был үҙәк инициативаһы буйынса Дыуан-Мәсетле ауылында съезд үтә, унда Оло Ҡошсо, Дыуан-Мәсетле, Оло Аҡа һәм башҡа улустарҙан делегаттар килә. Башлыса руханиҙар йыйыла, революцион интеллигенция һәм большевик вәкилдәре була. Оло Ҡыҙылбай ауылынан Ҡорбанғәле Хурамшин ҡатнаша.
Съезд милли берекмәнең эше һәм Красноуфимск, Златоуст земство башҡармаларын күсереү тураһында мәсьәләне ҡарай. Ораторҙар үҙ фекерҙәрен ҡыҙыу белдерә. Съездың бөтә киҫкен мәсьәләләре милли республика ойоштороуға йүнәлтелә. “Дин һәм милләт” – бына йыйылышта ҡатнашыусыларҙың девизы. Декабрҙә шундай уҡ йыйылыш Мәсәғүт ауылында уҙа. Бында руха-ниҙар һәм интеллигенция вәкилдәренән тыш Златоуст ҡалаһынан эшсе делегаттар һәм большевиктар ҡатнаша. Оло Ҡыҙылбайҙан Ҡ. Хурамшин, Нәбиулла ағай һәм Яҡуп мулла делегат була. Йыйын гимназия бинаһында (хәҙер педагогия колледжы) уҙа. Башҡортостан милли республикаһын артабан нығытыу тураһында мәсьәлә тикшерелә. Икенсе төрлө телмәр ҡалҡа, большевиктар милләтләштереү курсының хаталы булыуын күрһәтә. Йыйын таратыла.
1918 йылдың йәйендә Оло Ҡыҙылбай ауылында крәҫтиән һәм һалдат депутаттары Советы ойошторола. Уның рәйесе итеп Дианша Януров һайлана. Бындай Советтар улустың бөтә торама пункттарында ла ойошторола. Советтан тыш бөтә ауылдарҙа ла хәл иткес тауышҡа эйә йыйылыш ағзаһы һайлана. Һабанғол ауылында Улус баш- ҡарма комитеты булдырыла һәм Оло Ҡошсо улусы Һабанғол тип үҙгәртелә.
Улустарҙың башҡарма комитеты күрһәтмәләренә таянып, Советтар эшкә тотона. Беренсе бурыс – илде һәм армияны икмәк менән тәьмин итеү. Кулактар һәм хәлле крәҫтиәндәр артып ҡалған аҙыҡ-түлекте бирергә теләмәй. Советтар менән кулактар араһында көрәш көсәйә, совет власы элек дошманлашҡан халыҡтарҙы берләштереү өсөн бөтә сараларҙы күрә. Ә кулактар һәм муллалар бөтә саралар менән уларҙы берләштереүгә, яҡынайтыуға ҡамасауларға тырыша. Улар халыҡ араһында Советтар тураһында төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәр тарата. Хәл киҫкенләшә. Урындағы байҙар һәм улар йоғонтоһона эләккән элементтар төрлө ҡорал тотоп Һабанғол ауылына юллана һәм волисполком бинаһына бәреп инеп, Улус башҡарма комитетының бөтә ағзаларын үлтерә. Һуңғы һулыштарын алғанда ла комитет ағзалары халыҡты ныҡышмалы көрәшергә, йәш власты яҡларға саҡыра, байҙың көндәре һанаулы ҡалған, ти. Улар хаҡлы була, әлбиттә. Шундай уҡ яҙмышҡа беренсе Оло Ҡыҙылбай рәйесе Дианша Януров та дусар була.
Кулактарға ярҙамға колчаксылар килә. Репрессия көсәйә. Улар әләгәҙҙәрҙе һәм ҡыҙылбайҙарҙы большевиктарҙы йәшереүҙә ғәйепләй. Был мыҫҡыллауҙарҙың сиге булмай. Һөҙөмтәлә ҡыҙылбайҙар Мәтәле улусына үҙҙәренең идаралығына ҡабул итеүҙәрен һорарға мәжбүр була, был, һис шикһеҙ, шатланып ҡәнәғәтләндерелә.
1919 йылдың яҙы килә. Ҡояш йылыта. Болондарҙа гөлдәр сәскә ата. Һандуғастар һайрай, баҫыуҙарҙа һабан турғайҙары йырлай. Колчаксыларҙан эҙ ҙә ҡалмай, улар ҡаса. Муллалар һәм кулактар йәшеренә. Ярлылар ауылда иркен тын алып ҡала.
Ҡыҙылбайҙар Ҡыҙыл Армияның килеүен көтә. Хатта тәбиғәт тә шатлыҡлы ваҡиғаның яҡынайыуына булышлыҡ итә. Йәйге ҡояштың йылы нурҙары кешеләрҙең күңеленә хуш килә. Йомшаҡ иртәнге ел ағас баштарында япраҡтарҙы уйната. Ниндәйҙер үҙенсәлекле, тулҡынландырғыс һәм шатлыҡлы хәл яҡынлаша. Бары тик Хажи мулла һәм бер нисә урта хужалыҡ был шатлыҡты бүлешмәй. Мөлкәттәрен арбаға һалып, аҡтар артынан юллана.
Тирә-яҡта тынлыҡ. Яҙғы аяҙ көн. Елһеҙ, хатта ағастағы япраҡтар ҙа һелкенмәй. Йылға ла наҙлы тулҡындары менән ярға һаҡ ҡына ҡағылып аға. Ҡыуаҡтар араһында шлем кейгән бер нисә һыбайлы ҡыҙыл-армеец күренә.
Тауҙа туҡтап, улар бинокль аша ауылға оҙаҡ ҡарап тора һәм урам буйлап аҫҡа төшә башлай. Былар – 5-се армия разведчиктары. Уларға ҡаршы буласаҡ уҡытыусы, йәш һомғол егет сыға. Нимәлер хаҡында һөйләшәләр. Һуңынан кешеләр бер-бер артлы килә башлай. Халыҡ артып китә. Хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡушыла, ауыл халҡы йыйыла. Разведчиктарҙың береһе йыйылыусылар алдында сығыш яһай, ул Совет власы, уның сәйәсәте тураһында һөйләй. Халыҡ ҡыуана.
Бер аҙҙан армия штабы һәм һалдаттар килә. Халыҡ уларҙы икмәк, тоҙ менән ҡаршы ала. Ауыл халҡы һәм һалдаттар араһында дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыла, кешеләр май, һөт, йомортҡа һәм башҡа аҙыҡ-түлек алып килә. Ҡыҙылбай аша өс көн, өс төн һалдаттар колоннаһы уҙа. Ошо көндән батша самодержавиеһы, фәҡирлек һәм ярлылыҡ, халыҡтың хоҡуҡһыҙлығы һәм наҙанлығы менән бәйле булған бөтә нәмә мәңгелеккә китә.
Ҡыҙылбайҙар йәш власты күмәкләп аяҡҡа баҫтыра, емерелгән хужалыҡты тергеҙеүгә, яңы тормош төҙөүгә ойошҡан рәүештә тотона.

Ауыл мәҙәниәте
Ауыл мәҙәниәте иң артта ҡалған мәҙәниәттәрҙең береһе була. Уҡыу өсөн ташландыҡ иҫке бина бирелә, уны тиҫтәләгән үҫмер йөрөгән мәктәп тип тә, мәҙрәсә тип тә атап булмай. Ғәҙәттә, крәҫтиәндәр, улдарын уҡыуға алып барғанда, мулланан аҡылға өйрәтеүҙәрен һорай. Хушлашҡанда муллаға хәйер биргәндәр, уҡыусының яҙмышы уның күләменә бәйле булған. Дин тотоу тәртибе һәм доға уҡырға өйрәткәндәр, шул уҡ ваҡытта шәриғәт йолалары үтәлгән – хөрмәт итеү, йыуыныу, ярҙам итеү. Уҡыу ғәрәп телендә алып барыла. Йөкмәткеһен бер кем дә аңламаһа ла, үткән дәрес ҡысҡырып, яттан һөйләнелә. Мәктәптә парта, өҫтәлдәр булмай. Иҙәндә ултыралар. Бина бөтөнләй йыйыштырылмай. Стеналар бысраҡ, иҙәндә ҡалын батҡаҡ ҡатламы, мейес эргәһендә иҫке сепрәктәр өйөмө, сабата, күмер һәм көл, тир һәм сылғау еҫе, тынсыу һауа – ул саҡтағы мәктәп шундай торошта була. Аҡ ҡар буйлап ҡара һуҡмаҡ ихатаға илтә, ҡыҙҙар айырым, ғәҙәттә, мулла йортонда уҡый. Уларҙы яҙырға өйрәтеү рөхсәт ителмәй. Уҡыу һылтауы менән улар хужабикәнең өйҙәге эштәрен башҡара. Йылдар буйына уҡыйҙар, ләкин алфавитты ла белмәйҙәр.
Совет власы урынлашыу менән балаларҙы яҡшы уҡытыу өсөн шарттар булдырыла. Парта һәм ҡайһы бер уҡыу кәрәк-яраҡтары Златоуст ҡалаһынан килтерелә. Бүлмәләр булмай. Шәхси йорттарҙа шөғөлләнәләр. Дәфтәрҙәр, дәреслектәр етмәй.
Нисек кенә ауыр булмаһын, унда бер нисә тиҫтә йыл эшләп, тыуған ауылымдың беренсе уҡытыусыһы булыуым менән ғорурланам.
Ауылда башҡорттар татарҙар менән бергә йәшәһәләр ҙә, мәктәп башҡорт мәктәбе тип иҫәпләнде. Халыҡ үтенесе буйынса 1926 йылда кантон халыҡ мәғарифы бүлеге (КОНО) уҡытыу телен билдәләү өсөн комиссия ебәрә, ул уҡытыуҙы татар телендә алып барырға кәрәк тип ҡарар итә. Башланғыс мәктәп була, 1937 йылдың көҙөндә ете йыллыҡ мәктәп, ә аҙаҡтан һигеҙ йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә.
Ауыл активистары элек үҙешмәкәр менән ҡыҙыҡһынды. Пьесалар ҡуйып, концерттар менән сығыш яһаны. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан инициатор һәм ойоштороусылар: Йомабикә Сөнәғәтуллина, Йыһан Мөхәмәтшина һәм башҡалар.

Ҙур үҙгәрештәр йылы
Крәҫтиән берекмәләре барлыҡҡа килде. Шундайҙарҙың береһе – машина ширҡәте Оло Ҡыҙылбай ауылында ойошторолдо. Уға уңдырышлы ерҙең яҡшы участкалары – Ҡарғал-ҡыуаҡты бүлделәр. Ул бер йыл ғына эшләп өлгөрҙө, һуңынан тотош коллективлаштырыу башланды. Бер юлы 16 кулак хужалығы юҡҡа сығарылды. Карл Маркс исемендәге ҙур колхоз ойошторолдо. Уның беренсе рәйесе итеп һәләтле ойоштороусы эшсе иптәш, партия ағзаһы Фәтих Ғәлин һайланды. Кулактар һәм улар яҡлылар яңы үҙгәртеп ҡороуға төрлөсә ҡамасауларға тырышты. Төрлө имеш-мимештәр таратты, халыҡты активистарға ҡаршы һөскөттө, улар тура-һында төрлө уйҙырмалар ебәр-ҙе, үртәү ойошторҙо. 1930 йылдың йәйендә колхоздың беренсе хужалыҡ мөдире, әүҙем коммунист һәм яҡшы ойоштороусы Йосоп Дәүләтханов тап ошондай ҡотҡо ҡорбаны булды. 1931 йылдың сентябрь төнөндә иген келәтендә, минең ихатала һәм башҡа урындарҙа бер үк ваҡытта янғын башланды. Һуңынан асыҡланыуынса, был Хәким кулактың эше булып сыҡты.
Иҫкелек ҡаршылыҡ күрһәтһә лә, яңыһы үҫә барҙы. Йылдар ауыр булды. Колхоз алға яй барҙы. Машиналар етмәй. Аҙыҡ-түлек менән дә ҡыйынлыҡтар килеп тыуа торҙо. Шуға ҡарамаҫтан, коллектив хужалыҡ көс тупланы. Уның кешеләре лә үҫте. Карл Маркс исемендәге артель яйлап районда ҡеүәтле хужалыҡтарҙың береһенә әйләнде. Һуңынан Оло Ҡыҙылбай ауылы “Мәсәғүт” игенселек совхозының алдынғы бүлексәләренең береһе булды.

Автор:Лариса Михалькова