Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
24 Август 2022, 14:00

1931 йыл. Демонстрация

Бер фото тарихы Был фото Аталипов Әхмәт Минекәй улының (ҡыҙы Альбина Аталипова-Алсынова тәҡдим иткән) архивынан. Ул 1931 йылда Яңы Мөслим ауылында Беренсе май демонстрацияһы ваҡытында эшләнгән.

1931 йыл. Демонстрация
1931 йыл. Демонстрация

Алғы планда – балалар. Өлкәндәрҙән: Аталипов Әхмәт – китапхана мөдире, комсомол ойошмаһы секретары, уҡытыусы, Әжекәй ауылынан; Иҡсанов Әлтәф – мәктәп директоры.
Ул саҡта мәктәп мөдире булып эшләгән Әлтәф Иҡсанов гәзит мөхәррире Сәлих Мозафаровҡа ошо демонстрация тураһында яҙа. Ошо хаттың бер өлөшөн тәҡдим итәбеҙ:
“Шулай уҡ иген әҙерләү, һалым түләү тураһында үҙем пьесалар яҙып сәхнәлә уҡыусылар менән ҡуя инек. Һәр бер кеше йыйылған урында шул эштәрҙе ғәмәлгә ашырыуҙы бурыс итеп ҡуя инек. Был эштәрҙе башҡарыуҙа Вәкил ағай Вәлеев, Ҡәнәфи Кәбиров, Рәхимйән Әмиров, Әхмәт Аталипов, Әхтәр Хилажетдинов, Яхыя Фаизов, Ғарифулла Хадыев, Шамил Фазалов, Мәғәфүр Мозафаров, Шамсуар Ғәниев, Зәки Ғәйфуллин, Хәтирә Иксанова, Саимә Чайкина, Нәдир Бәйтуллин һәм башҡалар актив ҡатнаштылар. Ҡыш буйына колхозлаштырыу эшен дауам иттек. План буйынса уҡыусыларҙың ата-әсәләре Яңы 1931 йылға ҡәҙәр кереп бөттөләр. Һәр уҡыусының ҡулында уларға ҡарата мин яҙған хат булды. Балалар шул хатты ғаиләлә уҡыйҙар, һүҙ көрәштерәләр, ата-әсәләренең, ғаилә ағзаларының ҡайһы бер һорауҙарына, бәхәстәренә яуап бирә алмаһалар, икенсе көндө үк яуап алып, тейешле кешеләргә еткерәләр.
Бик тә уҫал телле булғандарының өйҙәренә үҙем барып, 100 процент менән өгөтләмәй китмәй инем. Ауыл советы буйынса депутаттарҙы һәм тарҡау ярлы батрактарҙы саҡыртып та, ултырыштарҙа, өйҙәренә барып та колхозға инергә өндәүҙе бер сәғәт тә туҡтатманыҡ. Йәштәр өсөн һәр аҙнала бушлай спектакль, концерт ҡуйып, колхозлаштырыу буйынса агитация алып бар-ҙыҡ.
Ахырҙа, яҙ, март айында, барлыҡ әүҙемдәр ҡатнашлығында пленум эшләп, колхозлашыуҙы тамамлап, 3 апрелдә демонстрация эшләргә килештек һәм билдәләнгән көндә демонстрация булды.
Демонстрацияла уҡыу-сылар, барлыҡ ауыл советы ағзалары, комсомолдар, ярлы батрактар төркөмө, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, колхоз йәштәренән дүртәр рәттән 200-300 метрға һуҙылған ағым барлыҡҡа килде.
Мин беренсе бригаданың ҙур ҡара айғырына менеп, алдан барҙым. Беренсе бригаданан алып (Мостафин Харистың өйөнән) Сәкәләйгә, унан Тау урамға, аҙаҡтан Шишмә буйы (Мулла урамы, Ҡырағайҙар урамы тип тә йөрөтөлә торған ине) урамы менән, тағы көнсығыш Тау урамының осона, Шишмә башы тирәһенән Оло урамға сығып, клуб яғына килеп митинг менән бөтөр-ҙөк...”.
Рәфҡәт Хаматуллиндың социаль селтәрҙәге
сәхифәһенән.

Автор:Лариса Михалькова