Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
8 Август 2022, 14:10

Зәйнулла ишан эҙҙәре буйлап

Беҙҙә Учалы районынан “Зәйнулла ишан эҙҙәре буйлап” акцияһында ҡатнашыусылар булып китте. Сараны башҡорт яҙыусыһы, прозаик, шағирә, публицист, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре Әҡлимә Сафина ойошторған. Уның һүҙҙәренсә, сәфәрҙең маҡсаты – Зәйнулла ишан Рәсүлевтың мираҫы менән танышыу һәм уның уҡыусылары тураһында һөйләү, рухи ҡиммәттәрҙе популярлаштырыу.

Зәйнулла ишан эҙҙәре буйлап
Зәйнулла ишан эҙҙәре буйлап

Зәйнулла Рәсүлев йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе булараҡ мосолман мөхитендә киң танылыу яулаған. Йышыраҡ халыҡ араһында уны Зәйнулла ишан тип кенә йөрөткәндәр. Ул Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙенең Шәрип ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районында тыуған. Көньяҡ Урал һәм Рәсәйҙең яңы ысуллы уҡыу йорттарының береһе – “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенә нигеҙ һала. Зәйнулла Рәсүлевтың бик күп уҡыусылары һәм эйәреүселәре була, ул саҡтағы Рәсәй империяһының иң абруйлы мосолман эшмәкәр-ҙәренең береһенә әүерелә.
– Беҙҙең акция 2019 йылда башланды. Был ваҡыт эсендә беҙ Башҡортостандың Зәйнулла ишан үҙенең эҙен ҡалдырған йәки уның тоҡомдары йәшәгән 27 урынында, шулай уҡ Дағстанда, Татарстанда һәм Силәбе өлкәһендә булдыҡ, – тип һөйләй Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы. – Мәсетле районының Төрөпкилде ауылынан Миндийәр Исмәғилевтың яҡташыбыҙҙың уҡыусыһы булыуы асыҡланды.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Яңы Яуыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов, Мәсетле районы мөхтәсибе Азамат Вәлиев, уның йәмәғәтселек менән эшләү буйынса ярҙамсыһы Закирйән Ғатауллин һәм район мәсеттәре имамдары ҡаршы алды. Мәсетлеләр Миндийәр мәзин тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Миндийәр Исмәғилев бөтә ғүмерен дингә арнаны, кешеләрҙе иманға саҡырҙы, тип билдәләне улар. Тормошондағы фажиғәле ваҡиғаларға, репрессия сараларына ҡарамаҫтан, ул кешеләр менән татыу йәшәгән, ауылда барлыҡ мосолман йолаларын үтәгән.
Артабан сарала ҡатнашыусылар Төрөпкилде ауылына (90-сы йылдар уртаһында иҫәптән төшөрөлгән), Миндийәр мәзин ерләнгән зыяратҡа барҙы, Ҡөрьән аяттарын уҡыны.
“Йыйылған бөтә мәғлүмәт Зәйнулла ишандың тормошона арналған китапҡа инәсәк”, – тип һөйләне Әҡлимә Сафина.
Айгөл ШАРАПОВА.

Автор:Лариса Михалькова