Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
19 Июль 2022, 10:40

Мөхәмәҙиевтар – Төрөпкилде ауылынан

1950 йылдар уртаһынан алып илебеҙҙә перспективаһыҙ тип йөрөтөлгән ауылдар иҫәбенә бәләкәй ауылдарҙы нығытыу башланды. Шулай итеп беҙҙең районда ундан ашыу ауыл, шул иҫәптән Төрөпкилде ауылы, тарих битендә ҡалды.

Мөхәмәҙиевтар – Төрөпкилде ауылынан
Мөхәмәҙиевтар – Төрөпкилде ауылынан

Ауыл Әй һәм Ыҡ йылғалары тамағында, ә эргә-тирәлә – Иҫке Мишәр, Аҙанғол, Тайыш, Тимерәк, Йонос, ә тау аръяғында Һөләймән ауылдары урынлашҡан.
Боронғо Төрөпкилде ауылы халҡы тураһында йыш ҡына район матбуғатында мәҡәләләр баҫылды. Мәҫәлән, яҙыусы Ризван Хажиев Октябрь революцияһына тиклем үк ауыл аҡһаҡалдарының ерҙәрҙе межалау мәсьәләһе буйынса Төрөпкилде тауы янына йыйылыуы хаҡында яҙғайны. 2022 йылдың 1 июлендә Хафиз Йәрмөхәмәтовтың тоҡомдары йыйылыу тураһында Гүзәл Яҡупованың мәҡәләһе донъя күрҙе.
Был ауылда күрәҙәсе һәм дауалаусы Миңдийәр хәҙрәт йәшәүе хаҡында яңыраҡ район гәзитендә журналист Ғәлимйән Кәримов яҙған ине. Миңдийәр хәҙрәт менән минең дә туғанлығым бар, сөнки уның ейәне Фәйез (Яңы Мишәр ауылынан) ике туған ағайым була. Миңдийәр хәҙрәттең серле көсөн зыяратта сыҡҡан янғындың уның ҡәбере эргәһендә туҡтауы раҫлай. Архив мәғлүмәттәре буйынса, Төрөпкилде ауылына 1750 йылда нигеҙ һалынған. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 1811-1816 йылдарҙа 10-15 йорт булған, ә 1920 йылда 50 йорт хужалығы иҫәпләнгән. Халыҡ һаны ике йөҙҙән ашыу. Ауыл Дыуан өлкәһенең дүртенсе Башҡорт кантоны Троицк округы Ырымбур губернаһына ҡараған. Иҫемдә, 1950 йылдың уртаһында ауылда район ҡулланыусылар йәмғиәте союзының аҙыҡ-түлек магазины эшләй ине. Ауыл Яңы Мишәр ауыл советына ҡараған, Фрунзе исемендәге колхоздың Иҫке Мишәр бригадаһы булған.
Был бәләкәй ауылдан Бөйөк Ватан һуғышында 24 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 15-е һәләк булған, туғыҙы кире ҡайт-ҡан. Мөхәмәҙиевтар ғаиләһенән һуғышта Мәхмүдин, Фәрит һәм Шакир ҡатнаша.
Мөхәмәҙиевтар нәҫеле ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Ҡәҙерҙән башлана. Уның улы – Әбделмәжит Ҡәҙеров (1756 йылғы). Уның улы Аҫылмөхәмәт Мәжитов (1789 йылғы) поход сотнигы була һәм 1812 йылда Франция армияһына ҡаршы һуғышта ҡатнаша.
Аҫылмөхәмәттең улдары Нурмөхәмәт, Ҡотломөхәмәт һәм Ибраһим була. Ҡотломөхәмәттең улдары: Мөхәмәт-ғәлим (1838 йыл) һәм Мөхәмәтйән (1843 йылғы). Мөхәмәтйәндең улы Мөхәмәҙей (1863 йылғы), уның Мәхмүдин (1901 йылғы), Сабирйән (1902 йылғы) һәм Фәрит улдары була.
Мөхәмәҙиев Мәхмүдин, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, 1942 йылдың февралендә хәрби хеҙмәткә алына һәм Сталинградты обороналау буйынса Сталинградтағы (һуңыраҡ Дон тип үҙгәртелә) 3850-се хәрби часта 171-се дивизияның дүртенсе танк армияһы составында иң ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың 3 майында ауыр йәрәхәттәр менән госпиталгә эләгә, 1944 йылдың башында демобилизациялана. Бик күп наградалары бар: хәрби ордендар, миҙалдар.
Төрөпкилде ауылына ҡайт-ҡас, ул 1941 йылда һуғышта һәләк булған бер туған ағаһы Сабирйәндең ҡатынына өйләнә. Суфия ҡатыны менән Вәрис исемле (1947 йылда тыуған) ул үҫтерәләр.
Вәрис Мәхмүдин улы 1965 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм 1966-1969 йылдарҙа Горький зенит-ракета училищеһында уҡый, һуңынан Мәскәү өлкәһендә Мәскәүҙең ракетаға ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Артабан ул Харьков юғары инженер-радиотехника академияһына юллана (1973-1977 йылдар) һәм Ҡазағстанда Балхаш күле янында йыһан ғәскәрҙәрендә хеҙмәтен дауам итә. 2001 йылда подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыға һәм ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайта. Тәүҙә район элемтә үҙәгенә инженер булып эшкә урынлаша. Район хакимиәте Яңы Яуыш ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын тәҡдим иткәс, ул 2001-2003 йылдарҙа унда эшләй. Һуңынан ғаилә Йонос ауылына даими йәшәү өсөн күсеп китә.
Вәрис Мөхәмәҙиев хеҙмәт эшмәкәрлеген Йонос урта мәктәбендә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы булып дауам итә. Ҡатыны Ғәзимә менән (Яңы Яуыш ауылында тыуып үҫкән) дүрт ул үҫтерәләр, бөгөн улар ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан олатай һәм өләсәй. Атайымдың ағаһы Сабирйәндең балалары бар: ҡыҙы Миңзифа, улдары Вәис (1937 йылғы) һәм Рәйес.
Вәис Мөхәмәҙиев оҙаҡ йылдар Салауат Юлаев исемендәге колхоздың баш механигы булып эшләне. Вәсил, Радик, Рәил һәм Раян исемле балалар тәрбиәләне.
Радик Мөхәмәҙиев элек Салауат районы хакимиәте башлығы булды, хәҙер Өфө ҡалаһында эшләй һәм йәшәй. Раил шулай уҡ Өфөлә төпләнгән.
Раян Мөхәмәҙиев Оло Ыҡтамаҡ ауылы район дауаханаһында күренекле хирург.
Сабирйән Мөхәмәҙиевтың икенсе улы Рәйес тә хәрби кеше: стратегик ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән, Алжир республикаһына оҙаҡҡа командировкаға ебәрелгән.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Фәрит Мөхәмәҙиев хәрби ветеринар ине, һуғыштан майор дәрәжәһендә ҡайтып, Өфөлә йәшәне.
Мөхәмәҙиевтар нәҫеленән – Ибраһимдың улы Сәғҙи Фәрхетдинов (1923 йылғы) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, 1945 йылда демобилизацияланған. Уның ҡыҙы Нурия ғаиләһе менән Яңы Яуыш ауылында йәшәй.
Мөхәмәҙиевтар нәҫеле ата-бабаларын, тамырын онотмай. Йыл һайын тиерлек Төрөпкилде ауылы урынында йыйыла, ә 2020 йылда улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу-сыларға арнап стела ҡуйҙы.
Радик Мөхәмәҙиев һәм Нурия Фәрхетдинова (Мөхәмәҙиева) башланғысы менән 16 июлдә Яңы Яуыш ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” сараһы билдәләнә, унда Мөхәмәҙиевтар ырыуы ла саҡырылған.
Тарих дауам итә. Тормош бара. Бындай саралар – үҫеп килеүсе йәш быуында әхлаҡи, рухи һәм илһөйәрлек рухын, кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләй. Был – ата-бабаларыбыҙ йолаларының дауамы.
Вәрис Вәлиев,
Оло Ыҡтамаҡ ауылы.

Автор:Лариса Михалькова