Быға тиклем ауыл “Мәсәғүт” совхозының дүртенсе бүлексәһе тип аталды.
1936 йылда Һабанаҡ ауылынан бер нисә кеше ошо урынға күсеп килә. Уны “Дуло” тип атағандар, сөнки урмандан алыҫта тауҙа урынлашҡан был ауылда төрлө яҡтан елдәр иҫә.
Халыҡ һарыҡсылыҡ һәм баҫыусылыҡ менән шөғөлләнә. Ике машина, ике комбайн һәм бер нисә трактор була. 1955 йылда штатта 50 эшсе теркәлгән.
1962 йылда дүртенсе бүлексә Октябрьск ҡасабаһы тип үҙгәртелә. Унда 120-гә яҡын кеше йәшәй. Смольниковтар, Никитиндар, Мәғәсүмовтар, Томиловтар, Гордеевтар, Долгодворовтар, Гладкихтар, Хлызовтар, Назаровтар, Дергачевтар, Буровтар, Ғиниәтовтар, Рябухиндар һәм башҡа ғаиләләр күп фатирлы йәмәғәт барактарында йәшәй.
Беренсе мәктәп тә баракта асыла, уның икенсе яртыһында магазин урынлаша. 60-сы йылдарҙа барактарҙы һүтә башлайҙар һәм башланғыс мәктәпте стена аша урындағы хакимиәт урынлашҡан йортҡа күсерәләр, ә баҙ йәшелсә һаҡлағыс була.
Йылдан-йыл халыҡ һаны арта бара. Соҡор артында йорттар төҙөлә башлай, ләкин яҙғы ташҡын арҡаһында уларҙы һыу баҫа, йорттарҙы Пионер һәм Совет урамдарына күсерәләр.
Мәсетле тәжрибә-производство хужалығы нигеҙендә Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты эшләй башлай. “Мәсетле” тәжрибә-етештереү хужалығы дәүләт унитар предприятиеһының беренсе директоры итеп Ю. В. Женихов тәғәйенләнә. Ул эшләгән осор-ҙа етештереү базаһын яңыртыу башлана, ремонт оҫтаханаһы (1963), келәт, һыйыр малы һәм сусҡа аҫрау өсөн ферма, мунса, ауыл хакимиәте менән берлектә мәктәп, фельдшер пункты төҙөлә. Оҙаҡ ваҡыт фельдшер булып Т. Һаҙыева, китапханала иһә А. Булатова эшләй.
Тәжрибә-производство хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм белгестәрен артабан “Мәсәғүт” фронтовиктар совхозының үҙәк усадьбаһынан ебәрелгән һәм күрше булған Ҡыҙылбай, Мәләкәҫ, Бор-ғатья, Яраҫтау, Буртым, Вознесенка һәм Таҙтүбә ауылдары халҡы иҫәбенә формалаштырғандар.
Артабан “Мәсетле” тәжрибә-производство хужалығы Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының элиталы орлоҡтарын, юғары репродукциялы күп йыллыҡ үлән етештереү, ҡара-ала тоҡомло йәш һыйыр малын үҫтереү, торлаҡ һәм производство биналары төҙөү, дөйөм төҙөлөш эштәрен алып барыу буйынса ҙур предприятие булараҡ билдәле булды.
70-се йылдар аҙағына эшселәрҙең уртаса йыллыҡ һаны 290-дан ашыу кешегә етә. Эшкәртелгән дөйөм ер майҙаны 3971 га тәшкил итә, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр – 3510 гектар. Хужалыҡ 1968 йылдан 1973 йылға тиклем директор В. И. Искорцев етәкселегендә сәскә ата.
Оҙаҡ йылдар дауамында тәжрибә участкаһында ғалим-агрономдар Р. Ғ. Абдразаҡов, М. Кәримов, Р. А. Шәрифуллин, Ф. С. Ҡәләмова, 90-сы йылдарҙа Ф. Ғ. Мөхөтдинов, Р. С. Сираев эшләй. Баҫыуҙарҙа арпа, һоло, борсаҡ, кәрешкә, ҡарабойҙай, ужым арышы, картуф һәм күп йыллыҡ үләндәрҙең перспективалы сорттары районлаштырыла. В. И. Искорцев, ауыл хужалығы производствоһын яҡшы ойоштороусы булараҡ, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән көслө коллективты берләштереүгә өлгәшә.
Торлаҡ йорттар, ҡеүәтле иген киптереү комплексы, келәт, малсылыҡ биналары төҙөлә, заманса ауыл хужалығы тупраҡ эшкәртеү техникаһы килтерелә, баҫыуҙарға ҙур күләмдә органик матдәләр индерелә, Сулея (Силәбе өлкәһе), Красноуфимск районының “Зюрзя” тимер юл станцияларынан (Свердловск өлкәһе) вагондарҙан минераль ашламалар бушаталар һәм ташыйҙар.
Төп агроном З. А. Пестерева етәкселегендә ҙур баҡса төҙөлә, унда кәбеҫтә үҫтерелә. 53х9,5 метр ҙурлығындағы өс стандарт теплица йыһазландырыла, унда ҡыяр үҫтерәләр (1970 йыл). Йәшелсә уңышы тотош район буйынса һатыла.
Артабанғы етәкселәр һәм белгестәр малсылыҡ, орлоҡсолоҡ продукцияһын етештереүҙә, хеҙмәтсәндәргә социаль шарттар булдырыуҙа, хеҙмәт хаҡы кимәлен күтәреүҙә үҙ позицияларын нығытырға тырыша.
Келәт биналары, йәшелсә һаҡлағыс, мал аҙығы таратыу-сы таҫма менән сенаж һаҡлау өсөн һәр береһе 1600 кубометрлы ике башня, автомобиль һәм тәгәрмәсле трактор-ҙар өсөн гараж, ике ҡатлы өс һәм ике фатирлы торлаҡ йорттар, 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы, һыу үткәргес төҙөлә, тәжрибә-етештереү хужалығы һәм Буртаковка ауылдары араһында ваҡ таштан юл япмаһы күтәрелә.
Октябрьск тәжрибә-етештереү хужалығында алдан эшләп килгән етәкселәрҙең етештереү һәм социаль базаһын артабан нығытыу, үҫтереү эшен Ғ. Н. Сираев да-уам итә, ул 10 йылдан ашыу тәжрибә-етештереү хужалығын етәкләй. Ул да – яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән етәксе, хеҙмәт коллективын берләштереүгә өлгәшә.
1986 йылдан 1996 йылға тиклемге осорҙа әүҙем елләтеүле бункерҙар комплексы, шахта тибындағы иген киптереү ҡоролмаһы, иген таҙартыу-киптереү комплексы, 120 башҡа иҫәпләнгән дүрт рәт һыйыр аҙбары, малсылар йорто, минераль ашламалар келәте, яғыулыҡ ҡойоу станцияһы, янғын һүндереү депоһы, фельдшер пункты, 32 торлаҡ йорт, магазин, икмәкхана, мунса, 120 урынлыҡ мәҙәниәт йорто төҙөлә, мәҙәниәт һәм ял паркы булдырыла, Октябрьск һәм Ләмәҙтамаҡ ауылдары араһында юл япмаһы күтәрелә. Һыу башняһынан һыу үткәргес һалына, ике скважина быраулана, урамдарға асфальт түшәлә, йылылыҡ трассаһы һәм үҙәк ҡаҙанлыҡ төҙөлә, йорттарға газ үткәрелә.
Етештереү ҡеүәтен яңыртыуға, производство объекттары һәм торлаҡҡа газ үткәреүгә баш инженер С. И. Ярушин ҙур өлөш индерә. Ауылдың тышҡы йөҙө лә үҙгәрә. Иҫке, ярым емерек йорттар урынында бейек, киң һәм яҡты йорттар ҡалҡып сыға. Машина-трактор паркы яңыртыла һәм тулыландырыла.
1995 йыл уртаһына тәжрибә-етештереү хужалығы юғары етештереүсәнле техника менән йыһазландырыла: төрлө маркалы 14 берәмек иген комбайны, 27 трактор, 21 берәмек йөк машинаһы, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү ауыл хужалығы техникаһы, махсус тағылма һәм транспорт тағылмалары һәм башҡалар.
Механизатор һәм комбайнсыларҙың, малсыларҙың производство күрһәткестәре республика кимәле менән уңышлы конкурентлыҡ итә.
Һатыу планы йыл һайын 150 процентҡа үтәлә. Юғары производство күрһәткестәре өсөн күп хеҙмәткәрҙәр хужалыҡ, район һәм дәүләт кимәлендә орден, айырма билдәһе менән наградлана.
1990 йыл аҙағында 2000 йыл башында элиталы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоҡтарын һатыу менән кризис башлана. Аҡса булмау сәбәпле, ауыл хужалығы предприятиелары элиталы орлоҡ һатып ала алмай, үҫемлекселек тармағы картуф һәм башҡа культуралар үҫтереүҙән туҡтай, сәсеүлек майҙандары кәмей. Малсылыҡ комплексы һыйыр малы иҫәбен кәметә һәм эшләүҙән туҡтай. 2005 йылда “Мәсетле агрофирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең берлектәге предприятиеһы асыла, ә 2013 йылдың ғинуарында ойошма ябыла.
Ауыл тарихы бының менән тамамланмай. Ауыл йәшәүен дауам итә. Бында һоҡланғыс, изге күңелле, ярҙамсыл, эшһөйәр, тыуған яғына ғашиҡ кешеләр йәшәй.
Бөгөн Октябрьск ауылында бер мәктәп, ике магазин эшләй, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Халыҡ һаны 366 кеше тәшкил итә.
Ауыл халҡы үҙҙәренең хәстәрлектәре һәм эштәре менән йәшәй, ауыл үҫешенә һәм сәскә атыуына өлөш индерә, акция һәм проекттарҙа ҡатнаша, кесе ватанын төҙөкләндерә.
Быйыл яҙ ауыл халҡы тырышлығы менән иҫке медицина пункты, элекке лаборатория янындағы ҡоймалар буялды, күл эргәһендәге шишмә таҙартылды, бер кем дә йәшәмәгән йорттар ҡоймалары яңыртылды. Халыҡ был сараларҙа ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡатнаша. Улар бергәләп йыйылып, проблемалар буйынса фекер алыша, киләсәккә пландар ҡора. Ауыл старостаһы Илдар Һаҙыев төрлө сараларҙы әүҙем ойоштора.
Урындағы эшҡыуарҙар Рәсимә Ғиззәтова менән Зөлфиә Хәбибуллина байрамдар үткәреүҙә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Ауыл тормошонда шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Альмира Ғүмәрова, Зөлфиә Хәбибуллина, Гөлшат Хәмзина һәм Флида Рзаева әүҙем ҡатнаша.
Улар барыһы бергәләп ауылда тормош усағын дөрләтә.
Лариса РИЗВАНОВА
әҙерләне.