Бөтә яңылыҡтар

Ун алты йәшлек ҡыҙ Ленинград блокадаһын кисерә

Әбдрәхим ауылынан Фәриҙә инәй Зиннәтуллина ҡамауҙа ҡалған Ленинградтағы тормош ауырлығын үҙ иңендә татый. Һуғыш михнәттәрен кисергән инәй тыныс тормошта балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҡатнаша, саҡырылған ергә барыуҙан баш тартмай.

Ун алты йәшлек ҡыҙ Ленинград блокадаһын кисерә
Ун алты йәшлек ҡыҙ Ленинград блокадаһын кисерә

“Ул алыҫ йылдар фажиғәһе бөгөнгөләй хәтерҙә, – ти Фәриҙә Зиннәтуллина үҙенең хәтирәләрендә. – Ата-әсәйем – ошо ауыл кешеләре. Атайым бик уңған кеше ине: иген сәсте, бал ҡорто тотто, мал аҫраны, оҫта балыҡсы, һунарсы булды. Совет власы яҡлы булһа ла, коллективлаштырыу башланғас, үтә ялҡау әҙәмдәрҙең бер нимәһеҙ колхозға инеүен ғәҙелһеҙлек һанап, ғаиләбеҙҙе Мәскәү өлкәһенә алып сығып китте. Шунда 3 класс тамамлап ҡалдым, 1936 йылда, атайымдың вафатынан һуң, кире ауылға ҡайттыҡ. Әсәйем менән колхоз эшенә йөрөй башланым, комсомол сафына индем.
1940 йылдың сентябрендә райондың комсомол комитеты Ленинградҡа эшсе көстәр йыйып ебәрҙе. Беҙҙең ауылдан алты кеше, Мәсетле районынан күп кенә таныштарым хәтһеҙ генә йыйылып киттек. 16-17 йәшлек үҫмер ҡыҙҙар, етем егеттәр күп ине. Ленинградта беҙҙе төрлө ергә эшкә тараттылар, мин метрополитен төҙөлөшөнә эләктем. Эш ауыр, күп нәмә ҡул көсө менән башҡарыла.
Һуғыш тураһында һүҙҙәр күп булды. Ғаиләле кешеләр тыуған яҡтарына ҡайтыу сараһын күрҙе. Июнь башында беҙҙе ҡала ситенә окоптар ҡаҙырға йөрөтә башланылар. Бер көн ҡайтһам, ауылдаштарымдың бөтәһе лә Уралға ҡайтып киткән, бер үҙем тороп ҡалғанмын. Һуғыш башланғас, беҙҙе Варшава вокзалына йәшәргә күсерҙеләр. Ҡаланы оборона тоторға әҙерләнек, хәрби нығытмалар төҙөнөк. Ҡаланы бомбаға тотоу йышайҙы. “Воздушная тревога” булһа, эштәр туҡтала, беҙҙе бомбанан һаҡланыу урынына йәшерәләр. Эшкә лә төнөн генә йөрөтә башланылар. Ҡаланы дошман ҡулға алғас, Киров заводы районында йәшәнек, баракта төнөн повязкалар тағып дежурлыҡ иттек.
Сентябрь айында уҡ ирҙәр астан үлә башланы. Эшләргә хәл юҡ. Икмәкте ҡаты норма буйынса ғына бирәләр, комендант талон тарата. Тәүҙә завод эшселәренә көнөнә – 450 грамм, беҙгә 125 грамм тараталар ине, февралдә эшселәргә лә 250-200 грамға тиклем кәметтеләр. Төшкә кәбеҫтә һыуы, кис бер ҡалаҡ бутҡа өләшәләр. Ул ғына аслыҡты баҫа алмай. Үҙебеҙ һыу ҡайнатып, икмәк валсығын турап, ашҡаҙанды тултырабыҙ. Ҙур барак тулы кеше ине, алтау ғына ҡалдыҡ. Уртаса йәшебеҙ 16-17 йәш. Торолмаған барак бүлмәләренең иҙәндәрен ватып мейесте яҡҡан булабыҙ.
Айҙар буйы йылынып булмай, иртән тороуға урам тулы аслыҡтан, һалҡындан китеп барған ерҙәренән ятып үлеүселәр...
1942 йылдың февралендә йәшәү сығанағы – Ладога күле – туңды. Баласаға, ҡарт-ҡороно эвакуациялай башланылар. 17 февралдә ҡараңғы төшкәс, беҙҙе бортлы машиналарға тейәнеләр, аҫтыбыҙҙа – арыш һаламы, өҫтән брезент менән яптылар. Иртән бер мәктәп алдына килеп туҡтаныҡ, һәр беребеҙҙә өс көн ашарлыҡ талон бар ине. Ашатып, йылы бүлмәгә индергәс, ҡаты йоҡоға талғанбыҙ. Ошо арала Башҡортостанға бер поезд киткән, тинеләр. Бик үкендек.
Бер төн тимер юл воказалына киттек, әйберҙәребеҙ ауыр, аяҡта ҙур кирза итек, шуға атлауы ҡыйын. Поезда пропуск бирҙеләр, ҡайҙа ҡушалар, шунда төшөрһөгөҙ, тинеләр.
8 март көндө Нальчик ҡалаһына килеп төштөк. Ҡояшлы йылы көн, сирень, өрөк сәскә атҡан мәл ине. Әйтер-һең, донъяла һуғыш юҡ, тамуҡтан ожмахҡа килеп сыҡҡандай булдыҡ. Бөтәбеҙ ҙә хәлһеҙ, аҙна буйы мунса инеп, бет менән көрәштек. Бер Илеш ҡыҙы шаҙра битле ине, шунда кереп оялағандар беттәр, таҙартыуы бик мәшәҡәт булды. Сәстәребеҙҙе киҫеп, дарыу урап ҡуйҙылар. Госпиталгә урынлаштырып, дауаланылар. Дүрт тапҡыр ашаталар бында, ниһайәт, икмәккә туйҙыҡ. 28 мартта Ленинградтан икенсе төркөм килеп төшкәс, беҙҙе колхозға эшкә тараттылар. Ауыл ҙур, 14 бригадаға бүленеп ер эшкәрттек. Әбей менән бабайҙа йәшәнем, үҙҙәренең балалары юҡ ине. Мине ҡәҙерләп кенә торҙолар.
1947 йылда Әбдрәхимем тупрағына аяҡ баҫтым. Минең йәштәге дәртле, уңған аҫыл егеттәр гөрләшеп үҫеп килә ине. Шул милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булырҙай бөркөттәр сит-ят ерҙә ятып ҡалған. Ауыл тулы етем тол ҡатындар, йәш кәләштәр. Тормошҡа сығып ике йыл йәшәп өлгөрҙөм, ҡыҙым атайһыҙ ҡалды. 1960 йылға тиклем колхозда эшләнем, 20 йыл ситтә мамыҡ заводында, төҙөлөштә эшләп ялға сыҡтым һәм 1979 йылда ауылға ҡайттым”.
Фәриҙә инәй бер ҡасан да эшһеҙ ултырманы, радио тыңлағанда, телевизор ҡарағанда шарф, шапка, бейәләй бәйләй ине. Ғүмер буйы йыр яратты. Ауылда, ауыл советында, район үҙәгендә ойошторған фольклор байрамдарҙа ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн ул беҙҙең менән Еңеү яҙын күрә алманы.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА, Йонос ауылы.

Автор:Лариса Михалькова