Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Украинала ерләнгән

Минең олатайым Ғиндулла Сафиев алтмыш биш йыл хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнде. Беҙ бер нисә йыл элек кенә, ниһайәт, уның менән ысынлап та ни булғанын белдек.

Украинала ерләнгән
Украинала ерләнгән

Ғиндулла Сафа улы Борғатья ауылында тыуған, Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы һатыусы булып эшләй. Уның ғаиләһе ҙур була. 1943 йылда һуғышҡа алына. Ҡатыны Фәрхинур балалары менән тороп ҡала. Ул ваҡытта иң өлкән улына 17 йәш була (ул – минең атайым Әбелкарам), иң бәләкәй ҡыҙына – һигеҙ ай.
Бер йылдан уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ килә. Күп йылдар атайым, һуңынан мин дә олатайымдың яҙмышын белергә теләнем. Ул атаһы тураһында йә әсирлеккә эләккән, йә унан да ҡурҡынысыраҡ хәлгә тарыған тип уйланы. Был “хәбәрһеҙ юғалған” тигән һүҙҙәр минең яҙмышымда ла сағыла яҙҙы. Армияла йәшерен аппаратура телеграфисы булып хеҙмәт иттем, шуға күрә рөхсәт алыу өсөн анкета тултырырға тура килде. Анкетала “Хәбәрһеҙ юғалған туғаның” тигән графа бар ине. Мин “юҡ” тип яҙҙым. Әгәр “бар” тип күрһәтһәм, элиталы ғәскәргә эләкмәҫ инем.
Ғаиләбеҙ мөғжизәгә ышанып йәшәне: бәлки ҡайтып төшөр? Бигерәк тә мин олатайымдың яҙмышы хаҡында белергә теләнем. Ҡайҙа ғына хат яҙманым. Оборона министрлығының Үҙәк архивына ла мөрәжәғәт иттем. Яуап бер генә: “Хәбәрһеҙ юғалған”.
Бер нисә йыл элек кенә уның хәбәрһеҙ юғалмауын, ә һәләк булыуын белдек. Бында беҙгә Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының Мәсетле районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре ярҙам итте. Улар ярҙамында 204-се һәм 205-се белдереү ҡағыҙҙары табылды. Унда былай тиелгән:
“Ваш муж гвардии казак 31-го кавалерийского полка Сафиев Гиндулла Сафиевич 1906, уроженец Баш. обл. Мечетлинский р/н, д. Бургачено в бою за социалистическую Родину, верный воинской присяге, проявив геройство и мужество, был убит 25.02.1943 года, похоронен в с. Подкопай Харьковской области”.
Беҙ Украинала Харьков өлкәһе Нововодолажск районы Знаменка ауыл советы рәйесенең телефон номерын таптыҡ, уның менән бәйләнешкә индек. Ул ауыл советы биләмәһендә туғандар ҡәберлеге булыуын һәм мемориаль таҡтаташта олатайыбыҙ Сафиев Ғиндулланың исеме барлығын раҫланы.
Марсель ҒИНДУЛЛИН,
Мәсетле районы
“Чернобыль союзы”
ойошмаһы рәйесе.

Автор:Лариса Михалькова