Бөтә яңылыҡтар

Ә мин бөгөн төшөмдә һуғыш күрҙем...

Шартлау яңғыраны, тағы ла ҡабатланды, ҡайҙалыр фугаслы снаряд ярылды, йән өҙгөс ҡысҡырыу, ыңғырашыу. Миңә ҡурҡыныс, һыуыҡ, йән өшөткөс һыуыҡ бар тәнемде ҡаплай һәм ...

Ә мин бөгөн төшөмдә һуғыш күрҙем...
Ә мин бөгөн төшөмдә һуғыш күрҙем...

Мин күҙемде асам. Өйҙә – тынлыҡ. Тәүге ҡояш нурҙары иҙән буйлап килеп, наҙлап минең күҙҙәргә төшә. Аш-һыу бүлмәһенән тәмле ҡоймаҡ еҫе килә. Ярым асылған күҙ ҡабағы аша Лида өләсәйемдең һарғайған фотолар менән иҫке фотоальбомды ҡарағанын күрәм. Ул ҙур булмаған һүрәткә бик ентекләп ҡарай, шул ваҡытта уның йөҙө үҙгәрә, йылмая. Мин тиҙ генә урынымдан торам да уның янына йүгерәм.
– Йоҡоң туйҙымы, күгәрсенем? Ә мин сәйгә ҡоймаҡ бешерҙем, һине уятырға йыйынған инем. Аҙаҡ йәшлекте иҫкә төшөрөп, фотоларҙы ҡарарға булып киттем, – тип көлә өләсәйем. – Бына, ҡара! – тип бер аҙ бөтәрләнгән иҫке фото һуҙа. Фотола хәрби формала йәш, етди ҡарашлы ир-егет тора.
– Был минең иң өлкән ағайым Зубарев Василий Иванович. Беҙ бик иртә йәтим ҡалдыҡ: әсәйебеҙ ҡырҡ йәше лә тулмай мәрхүмә булды, атайым һуғыш башында яуҙа башын һалды. Минең өс туғаным булды, – был һүҙҙәрҙе өләсәйем ниндәйҙер ғорурлыҡ менән әйткәндәй тойолдо.
– Шундай йәш, – тип текәләм фотоға.
– Урыны йәннәттә булһын. Бер Хоҙай белә, уның һуғыш ауырлыҡтарын нисек кисергәнен, – тип көрһөнә өләсәйем.
Аҙаҡтан ул яйлап ҡына урынынан тора, мөйөштә тор-ған шкаф янына килә, уны асып, ваҡыт үтеү менән ҡарайған ағас ҡумтаны ҡулына алып, ике ҙур ғына ҡап ала һәм эсендәге әйберҙәрен өҫтәлгә һала. Былар бит хәрби наградалар!
– Былар барыһы ла беҙҙең ғаилә байлығы, минең дә наградаларым ошонда. Шуны белеп ҡуй, был хәтер – уның бер ниндәй ҙә хаҡы юҡ, – тип бышылдай, ә күҙҙәренән ошо ваҡыт йәш эркелә.
Уның ағаһы 1943 йылда күкрәге яраланып госпиталдә ята, ә аҙаҡтан һуғышта күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өсөн СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. Тағы ла “Японияны еңгән өсөн” һәм башҡа миҙалдары бар.
Мин был миҙалдарға ҡарайым да олатайҙарыбыҙҙың ҡаны аҡҡан ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерәм. Беҙ, уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре, батырҙарыбыҙ тураһында иҫтәлекте һаҡларға тейеш, сөнки улар беҙҙең өсөн ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ватансылыҡ өлгөһө!
Минең күңелем ғорурлыҡ һәм шатлыҡ менән тула:
– Өләсәй, мин бит...
Ҡапыл бәхет хистәре шомлоға әйләнә. Мин күргән төшөмдө иҫкә төшөрәм: аҡлы-ҡаралы кино... Һуғыш, ыңғырашыуҙар, ҡысҡырыуҙар, үлемдең һалҡын һулышы... Һәм алыҫта, һуғыш яланында, мин өләсәйемдең яуыз дошман менән батырҙарса алышҡан йәш, матур, ҡыйыу ағаһын күргәндәй булам. Мин уйымда төҫлө буяуҙар менән һуғыш картинаһын төшөрәм. Бына һалдаттар һуғыша, баш өҫтөнән пулялар оса, йәш Василий Ивановичтың тауышы асыҡ ишетелә: “Огонь!”. Күҙемде йомам, һөжүм итеү картинаһы күҙ алдына баҫа: йөҙләгән һалдат “Ура!” ҡысҡырып дошманға ҡаршы ҡыйыу ташлана. Әлбиттә, Василий бабайым тағы ла беренселәр рәтендә. Ерҙе ҡара төтөн баҫа, унда бомба шартлауынан тәрән соҡорҙар, яраланған һәм ҡанһыраған һалдаттар күренә...
– Балам, ниңә бойоғоп киттең? – тип һорай өләсәйем.
– Мин бөгөн төш күрҙем, өләсәй. Һуғыш күрҙем... Мин ҡурҡтым, бик ныҡ ҡурҡтым...
Лидия Ивановна миңә йылмайып ҡарай һәм йыуата:
– Ҡурҡма. Был – бары тик төш. Күргән төшөң төнгә китһен. Кистән һуғыш тураһында кино ҡараған инең, шуға күргәнһең дә инде. Әйҙә, сәй эсеп алайыҡ, ҡоймаҡ һыуынып китер.
Мин Лидия өләсәйем артынан аш-һыу бүлмәһенә табан атлайым, ә үҙем уйланам: “Тыныс ваҡытта йәшәү ниндәй бәхет! Тәбиғәттең һиллеген тыңлау, аяҙ күк йөҙөн күреү, һәр тыуған көнгә шатланыу, ә иртән тәмле ҡоймаҡты майға манып сәй эсеү ниндәй бәхет икән!”.
Минең өләсәйем үҙ ғаиләһе өсөн ҙур таяныс булғанын яҡшы беләм, шуға ла беҙ уға оҡшарға тырышабыҙ. Мин уны ергә тамырҙары менән ныҡлап йәбешеп торған, унан йәшәү һутын алып япраҡтарын, ботаҡтарын – беҙҙе, балаларын, туҡландырған оло миләш ағасына тиңләйем. Мин уның бер япрағы булыуым менән ғорурланам.
Евгения ЯРУШИНА,
Оло Ыҡтамаҡ лицейының
8 “б” класс уҡыусыһы.

Автор:Лариса Михалькова