Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең ғаилә геройы

Ветерандар сафы көндән-көн һирәгәйә. Бөгөн мин ауыл советынан берҙән-бер иҫән ветеран бабайым Мансур Ғәли улы Вәлиев тураһында һөйләп үтмәксемен. Уның тураһында бик һирәктәр генә белә.

Беҙҙең ғаилә геройы
Беҙҙең ғаилә геройы

Бөгөн Мансур бабайым Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Уға 96 йәш. 17 йәшендә генә ауылдан сығып китһә лә ул ғүмер буйы тыуған яғы, Тайыш ауылы менән тығыҙ бәйләнештә булды. Йәшерәк сағында беҙгә бесәнен сабышты, күбәһен өйөштө, хужалыҡта ла ярҙам итте. Олоғайғас та һәр ваҡыт ҡайтып йөрөнө, беҙгә аҡыллы кәңәштәрен бирә, үҙенең тормош юлы, һуғышта күргәндәре тураһында һөйләй торғайны. Уның һөйләгәндәрен һеҙгә лә бәйән итәм.
“Мин, Вәлиев Мансур Ғәлиулла улы, 1925 йылдың 17 ноябрендә Мәсетле районы Тайыш ауылында тыуғанмын. Бала сағым ауылымда, уның матур тәбиғәте ҡосағында эш яратҡан егәрле ауылдаштарым араһында үтте. Йәшем еткәс, Тайыш башланғыс мәктәбендә уҡый башланым. Дүртенсе класты “отлично”ға тамамлап, иптәштәр менән йыйылып, Яңы Мишәр ауылындағы тулы булмаған мәктәпкә барып уҡый башланыҡ. Өс йыл йәйәү йөрөп уҡыныҡ, тик ҡышҡы бик һалҡын көндәрҙә генә фатирҙа яттыҡ. Яҡшы уҡыған өсөн йыл һайын бүләктәр алып, етенсе класты тамамланым.
Уйламағанда һуғыш башланды. Ауылдың йәш һәм йәшерәк егеттәре, ирҙәре армияға алынды. Беҙҙең артабан уҡыуыбыҙ туҡталды, колхозда эшләргә кәрәк булды. Ул йылдарҙа ауылда йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар күп кенә ине. Онотолмағандарын яҙып үтәм: Ғарипов Биктимер, Фәҡирйәнов Рәхмәтулла, Ғарипов Сәлимйән, Мөхәмәтшин Нуретдин, Мөхәмәтшина Нуриза, Әптерәхмәнова Ғәҡилә, Кашшапова Хәтимә, Мәүлитбаева Рәшиҙә, Ғәлиев Мансур (минең фамилия элек шулай ине), Яҡупова Рәйсә, Сәфәров Ғәптелйән, Ғәлиуллина Ғәлимә, Ғәниев Рәфҡәт, Ғәйфуллина Минзифа, Хужин Мөғәфә, Нурулла, Солтанова Сания, Мостафин Мөхтәбәр, Байрамғолов Ғәзимулла, Ғилметдинова Мәфрүзә, Ниғмәтуллин Кәрәмәт, Абдуллина Сәмсикамал, Ғарипова Нәфисә, Хәлимов Әнүәр, Афзалов Фәрүәз, Ғәйфуллина Әминә.
Тиҙҙән беҙгә лә, 1925 йылда тыуған биш егеткә, Биктимергә, Нуретдинға, миңә, Мөғәфәгә, Мөхтәбәргә военкоматтан повестка килде. 1943 йылдың 10 февралендә беҙҙе ауыл йәштәре, элекке клуб эргәһендә йыйылып, оҙатып ҡалды. Сулеяға Нуретдиндың инәһе Әсбиә еңгә алып барҙы. Икенсе көндө армия вәкиле, үҙҙәренә кәрәк егеттәрҙе һайлап алып, ҡайһыбыҙҙы ҡайһы яҡҡа алып киттеләр. Беҙ Бузулук тигән ҡалаға килдек. Бында 2-се Әстрхан хәрби-пехота училищеһы ойошторолған икән. Беҙ шул училищела хәрби белем ала башланыҡ. Тәртип бик ҡаты. Ҡыш күлдәкһеҙ сығып, ҡар менән йыуындыҡ, ә яҙ, ҡар иреп бөтөп йылға асылғас, ике километрҙан ашыу ятҡан йылғаға строй менән йүгереп барып ҡойоноп ҡайта торғайныҡ.
Училищела дүрт ай уҡығас, беҙҙең уҡыу туҡтатылды: Сталиндың “Ашығыс. 9-сы һауа десанты армияһы ойошторорға” тигән бойороғо сыҡҡас, бөтә булған училищеларға комиссия килеп, иң таҙа егеттәрҙе һайлап алып, Мәскәү эргәһендә булған ҡалаларға йыя башланылар. Беҙ Яхрома исемле ҡалаға килдек. Бында 18-се һауа десанты бригадаһы ойошторолдо. Был бригадаға райондан ете егет эләкте: Тайыштан Мөхтәбәр, мин, Аҙанғолдан Бәһәмән, Һөләймәндән Бикембәтов Юлай, Хафизов, Оло Ыҡтамаҡтан Новоселов Павел, Крючков Николай.
Һауа десанты бригадаһында хеҙмәт башланды: ҡоралдарҙы белеү, бигерәк тә парашютты тәртибенсә һала белеү. Бер урында яңылыш һалһаң, парашют асылмай. Хеҙмәт көнө-төнө барҙы. Хәрби белем алғас, һуғышҡа китергә лә ваҡыт етте.
Вагондарға тейәлеп, төндә Карелия фронтына килеп туҡтаныҡ. Лодейное поле тигән ҡала янында оборонаға урынлаштыҡ. Алдыбыҙҙа – киң, тәрән, шәп аға торған Свир йылғаһы. Уның теге ярында финдар армияһы оборона тота. Ул ваҡытта Финляндия, немецтарға ярҙам итеп, улар яғында һуғышты. 21 июндә һөжүм башланды, өс сәғәт әҙерлек булды, шул ваҡытта беҙ ҙә, амфибия кәмәләре менән йөҙөп сығып, фин һалдаттары менән атыш-бәрелеш башланыҡ. Финдарҙың тереләре ашығыс артҡа сигенде, ике яҡтан да үлгәндәр, яраланғандар ятып ҡалды. Беҙ алға барыуҙы дауам иттек.
Бер кис финдарҙың Большие Горы тигән ҙур ауылына барып етеп, оборонаға туҡтаныҡ. Ике яҡтан да атыш башланды. Беҙҙең эргәлә өс егетте снайпер эләктерҙе, береһе Устикин егете Новоселов Павел ине. Пуля касканы тишеп кереп, маңлайҙы ярған. Ҡараңғы төшкәс Мөхтәбәр ауылдашым минең янға килде, икәүләп окопта бик оҙаҡ һөйләшеп яттыҡ. Иртәгәһенә иң ҙур ауылды алдыҡ. Шул ваҡытта бер иптәш килеп миңә: “Мансур, һинең ауылдашың Мөхтәбәр бик ҡаты яраланып ятып ҡалды, ярыла торған пуля эсенән кереп, арҡаһына үткән”, – тине. Иптәшем Мөхтәбәр шунда үлеп ҡалды.
Алға барабыҙ, һуғыша-һуғыша финдарҙың элекке бик нығытылған Маннергейм линияһына килеп етеп туҡтаныҡ. Ул ныҡ линияны алыу өсөн штурмлауға әҙерлек башланды.
Үҙебеҙҙең тылда, 100-150 метр самаһы артта, ошо Маннергейм линияһына оҡшатып ҡоролма эшләнек. Эшләп бөткәс, шунда линияны штурмларға өйрәнә башланыҡ. Көн дә – күнекмәләр...
Бер көн күнекмәгә сыҡманыҡ, үҙебеҙҙең траншеяла ҡалдыҡ. Сәбәбе: финдарҙың һуғышты дауам итергә хәлдәре, көстәре бөткән. Беҙҙең хөкүмәттән килешеү һорағандар, һуғыштан туҡтарға мәжбүр булғандар. Был йүнәлештә һуғыш туҡтатылды. Бер нисә көндән траншеяларҙы ҡалдырҙыҡ, беҙҙең урынға ҡарт, оло һалдаттар килде. Ротала һуғышҡа кергәндә 135 кеше инек, сыҡҡанда 24 кенә тороп ҡалғанбыҙ. Күптәре һуғышта үлеп ҡалды, ҡайһылары яраланып госпиталдәргә оҙатылды.
Беҙҙе яҡын станцияға килтерҙеләр, бында вагондарға тейәлеп, Могилев ҡалаһына килдек, ҡалаға яҡын булған урманда землянкаларҙа урынлаштыҡ. Бер нисә көндән беҙҙең янға йәш һалдаттарҙы килтерҙеләр. Улар менән күнекмәләр башланыҡ: нисек хәрби ҡоралдарҙы ҡулланырға, парашютты дөрөҫ һалырға, нисек дөрөҫ һикерергә. Тәүҙә аэростаттан 400 метр бейеклектән һикерелә, һуңынан – 800-1000 метрҙан. Беҙ һикергәндә ике егет, парашюттары асылмай, бәрелеп үлде.
Бөтә кәрәкле хәрәкәттәрҙе өйрәнеп бөткәс, һуғышҡа икенсе тапҡыр инергә сират етте. Хәрби эшелонға тейәлеп, икенсе тапҡыр һуғышҡа киттек. Беҙҙе 3-сө Украина фронтына килтерҙеләр. Һуғыш Венгрия ерендә бара. Ҡараңғы төндә (көслө ямғыр яуа, һалҡын, аяҡ аҫтында батҡаҡ, аяҡтар бата) алдынғы һыҙатҡа – беҙҙең окоптарға, траншеяларға килеп еттек, оборонаға урынлаштыҡ.
16 мартта ике яҡтан да көслө атыш башланды: самолеттар бомбаға тота, ҡолаҡ эргәһенән пулялар һыҙғырып үтә, снаряд, миналар шартлап ярыла. Шул ваҡытта беҙ йүгереп атакаға күтәрелдек. Күп кенә барғас, мина ярсығы ботто ярып кереп, мине аяҡтан йыҡты. Яраланып ятып ҡалдым: салбар тулы ҡан, аяҡ һыҙлай. Бер аҙҙан санитарҙар килеп етеп, аяҡты бәйләнеләр, арбаға тейәп, ялан госпиталенә килтерҙеләр. Ошонан алып минең госпиталдәргә юл башланды тип әйтергә була.
Будапешттан һуң Венгрияның Секешфехервар тигән ҡалала госпиталгә килтерҙеләр, бында ике айҙан ашыу дауаланылар. Унан һуң Румынияның Тимишоара тип аталған ҙур ҡала госпиталендә яттым. Бында ла ике айҙан ашыу дауаланылар. Шунда ятҡанда һуғыш бөтөүен, беҙҙең еңеүҙе белдерҙеләр. Был хәбәр, был яңылыҡты төндә ишеттек – ошо төн буйы, көнө буйы госпиталь геүләне! Иртәгәһенә төшкө ашҡа 100 грамм спирт бирҙеләр. Еңеү шатлығы грамдары!
Бынан һуң йөрөй алғандарҙы ҡабат Венгрияның Бая тип аталған бик матур ҡалаһында ойошторолған госпиталгә килтерҙеләр. Бында мин аяҡҡа ныҡ баҫып йөрөй башланым. Эргәлә генә аҡҡан ҙур Дунай йылғаһында һыу төшөргә рөхсәт иттеләр.
Был госпиталдә тағы ике ай дауаландым. Ошонан һуң беҙҙе тағы ла, санитар поезға тейәп, Румынияның Галац тип аталған ҙур ҡалаһына госпиталгә килтерҙеләр. Бында өсөнсө тапҡыр операция эшләп, аяҡҡа тулыһынса баҫтырҙылар. Ике ай ярым дауаланғандан һуң, мин, сәләмәт һалдат, күсереп ебәреү пунктына ебәрелдем. Унан һуң төрлө урында, төрлө хәрби частарҙа хеҙмәт итеүҙәр башланды. Госпиталдә бөтәһе һигеҙ айҙан ашыу дауаландым.
Һуғыш йылдарында I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, өс тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградландым.
Һуңғы йылдарҙа Мәскәүҙә хеҙмәт иттем. Мәскәүҙә үк демобилизация булды. Әтейемдең ризалығы менән Мәскәүҙә йәшәргә тороп ҡалдым. Бында өйләнеп, эшкә урынлаштым. Армияла барлығы ете йыл да ике ай хеҙмәт иттем. 1943 йылдан алып 1950 йылға тиклем бөтә йәшлек армияла хеҙмәттә үтте”.
Мансур бабайым һаман да тыуған ауылы – Тайыш тураһында яҡты хәтирәләр менән йәшәй.
– Бейек тау итәгендә урынлашҡан матур ауылым, уның тирәһендәге тауҙар, төбәк-яландар, урман, борма-борма йылғалар, күпме йылдар буйы атлап үткән юлдар тураһында иҫтәлектәр мәңгегә күңелемдә һаҡланасаҡ, – ти ул.
Беҙ бабайыбыҙҙы яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Ләйсән ИШТУҒАНОВА,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт
филологияһы факультеты
магистранткаһы,
Тайыш ауылы.

Автор:Лариса Михалькова