Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғүмере бушҡа үтмәгән

Һуғыш... Был һүҙҙәр өлкән быуын вәкилдәре күңелендә 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һу-ғышы менән ассоциациялана, әлбиттә. Илебеҙ халҡын ҡара ҡай-ғыға һалған ул йылдар бер ҡасан да онотолмаясаҡ.

Ғүмере  бушҡа үтмәгән
Ғүмере бушҡа үтмәгән

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан ғәжәйеп кеше – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ибраһимов Рәшит Ибраһим улы тураһында һөйләгем килә.
Уның хаҡында бер ҡасан да гәзит биттәрендә яҙманылар, сөнки ул баҫалҡы, өндәшмәҫ кеше ине, үҙе тураһында һөйләргә яратманы.
Сығышы менән ул Үрге Туҡбай ауылынан (Кәшкиәкбаш). Ауыл Кәшкиәкбаш йылғаһының үрендә бер нисә тиҫтә йорт урынлашҡан өс урамдан торған.
Йылғанан бер километр түбәнерәк – Туҡбай ауылы. Унда элек шунда йәшәүсе Николай Дневаловтың быуаһы һәм тирмәне булған.
Рәшит Ибраһимовты ауылдаштары Ғәбдрәшит тип йөрөтә. Миңә ул ағай (әсәйемдең ҡустыһы) тура килә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа үҙенең баҡсаһында бик күп бал ҡорто күстәре тотто, бик яҡшы умартасы булды. Беҙ, үҫмерҙәр, уның өйөндә булғанда, туйғансы бал ашай инек, ул айырыуса ҡаймаҡ менән тәмле ине.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, шәжәрәмде өйрәнергә ҡарар иттем. Архив материалдарын күтәрҙем, был эштә Булат Дәүләтбаевтың брошюраһы ла ярҙам итте.
Асыҡланыуынса, XVII быуатта был ауылда 1768 йылғы күренекле йорт старшинаһы Йософ Сәйет-ҡоловтың (Йосоп Сәйетҡолов) ғаиләһе йәшәгән. Уның балалары: Күсәмеш, Йомағужа (1808 йылғы), Рәхимғол (1819 йылғы) һәм Кәримғол (1826 йылғы).
Күсәмештең улдары Мөхәмәтзариф, Мөхәмәтғариф, Мөхәмәтлатиф һәм Мофазал була. Мофазалдың балалары: Ибраһим, Мырҙакамал, Ғәйнислам һәм башҡалар (исемдәре күрһәтелмәгән).
Рәшит Ибраһимовтың ата-әсәһе – Ибраһим менән Сәмсибанат.
Ул 1918 йылдың 15 февралендә тыуған. Урындағы мәктәптең ни бары дүрт класын тамамлай, һуңынан иҫәпсегә уҡып, яңы ғына барлыҡҡа килгән колхозда эшләй башлай.
Архив материалдары буйынса, Рәшит ағай 1939 йылдың мартында Мәсетле районы хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ул Ҡыҙыл Армияның 239-сы уҡсылар дивизияһының 355-се уҡсылар полкы составында өлкән пулеметсы булып хеҙмәт итә.
1942 йылдың февралендә ауыр яралана һәм 1081-се эвагоспиталдә дауалана, ә 1942 йылдың июнендә, һаулығы насар булыу сәбәпле, запасҡа сығарыла.
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм “Германияны еңгән өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Әммә “Улар Еңеү менән ҡайтты” китабында ниңәлер уның фамилияһы юҡ.
Уның ҡайҙа һуғышыуын, ниндәй шарттарҙа яраланыуын асыҡларға яҙманы миңә. Шуны ғына беләм: һуғыш йылдарында, коммунист булараҡ, ағайым Тайыш ауылының “Урал” колхозы рәйесе итеп һайланған. Һуңынан Туҡбай ауылындағы “Куйбышев” колхозы менән етәкселек итә, унан һуң шул уҡ ауылдағы магазинда һатыусы була.
Рәшит ағай ҡатыны Маһинур менән (Бурансы ауылында тыуып үҫкән) ике бала үҫтерә: Рауил һәм Рәйфә. Рауил – өс ул, ә Рәйфә өс ул һәм ике ҡыҙ үҫтерә. Уларҙың да бөгөн үҙ ғаиләләре бар.
Бер кем дә мәңгелек түгел. Еңгәбеҙ иртә донъя ҡуйҙы, Рәшит ағайымдың үҙенә ҡыҙы янына йәшәргә күсергә тура килде. Ә 1995 йылда үҙе лә баҡыйлыҡҡа күсте.
Ағайымдың ғүмере бушҡа үтмәгән. Ул үҙенән һуң ҙур эҙ – үҙ тоҡомон ҡалдырҙы.
Вәрис ВӘЛИЕВ,
Эске эштәр министрлығы һәм хеҙмәт ветераны, отставкалағы милиция подполковнигы.

Автор:Лариса Михалькова