Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
26 Апрель 2022, 14:00

Район үҫеше өсөн күп көс һалған шәхес

Фиҙаҡәр хеҙмәт һәр ваҡыт мөһим әхлаҡи ҡиммәттәрҙең береһе, илдең иҡтисади һәм мәҙәни ҡеүәтен нығытыу нигеҙе булды һәм булып ҡала. Хәҙерге Рәсәйҙең ҡеүәте күп быуындарҙың ныҡышмалы хеҙмәте һөҙөмтәһендә нығыны. Көсөргәнешле, тырыш хеҙмәттәре менән ҡеүәтле дәүләт төҙөүселәр алдында баш эйәбеҙ.

Район үҫеше өсөн күп көс һалған шәхес
Район үҫеше өсөн күп көс һалған шәхес

Владислав Әхмәҙулла улы Ғиниәтуллин 1949 йылдың 30 мартында Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1971 йылда, Башҡортостан ауыл хужалығы институтында юғары белем алғандан һуң, Ҡыйғы “Сельхозтехника” ойошмаһында инженер булып башлай.
1972 – 1976 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Ҡыйғы район комитетына икенсе һәм беренсе секретарь итеп тәғәйенләнә, һуңынан ике йыл Ғафури исемендәге колхоз рәйесе булып эшләй. Владислав Ғиниәтуллин етәкселегендәге колхоз ауыл хужалығы продукцияһы етештереү өлкәһендә ҡаҙаныштарға өлгәшә. Ә рәйес үҙе 28 йәшендә генә, иң йәш етәксе-хужа булараҡ, “Огонёк” журналында очерк геройына әйләнә.
1978 – 1981 йылдарҙа ул партияның Ҡыйғы район комитетына икенсе секретарь итеп ҡуйыла, артабан – беренсе секретарь. Бында ул КПСС өлкә комитеты ағзаһы, БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайлана һәм Юғары Совет Президиумының иң йәш ағзаһы була. 1981 йылда СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән райондың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн “Почет билдәһе” ордены менән наградлана.
1981 йыл аҙағында Владислав Әхмәҙулла улын, перспективалы партия хеҙмәткәре булараҡ, КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһына уҡырға ебәрәләр. Уҡыуҙан һуң бер аҙ ваҡыт партия өлкә комитетында ойоштороу-фирҡә эше бүлеге инструкторы булып эшләй.
1983 йылдың ноябрендә КПСС-тың Мәсетле район комитеты пленумында беренсе секретарь итеп һайлана. Хеҙмәт яратҡан Ғиниәтуллин халыҡ араһында ойоштороу, сәйәси эште камиллаштырыу, район хужалыҡтары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә күп көс һала. Һөҙөмтәлә Мәсетле районы иң яҡшы йолаларын һаҡлап ҡала һәм юғары игенселек мәҙәниәте өсөн көрәштә, производствоны арттырыуҙа, дәүләткә ауыл хужалығы продукцияһы һатыуҙа лидер булыуға өлгәшә. Бөтә Союз социалистик ярышында район еңеүсе исемен ала. Был ҡаҙаныштары өсөн уға дүрт тапҡыр КПСС Үҙәк Комитетының һәм СССР Министрҙар Советының күсмә Ҡыҙыл Байрағы тапшырыла.
Владислав Әхмәҙулла улы – районыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн күп эш башҡарған етәкселәрҙең береһе. Ул эшләгән йылдарҙа Мәсетле районының һәр торама пунктында ҡаты япмалы автомобиль юлы һалынды, шул осорҙа тиҫтәләрсә заманса ауыл хужалығы объекттары: малсылыҡ фермалары, иген келәттәре, автотрактор оҫтаханалары, шулай уҡ социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар – мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлдө һәм яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Район үҙәгендә генә район мәҙәниәт йорто, элемтә үҙәге, район китапханаһы, агросәнәғәт банкының яңы типовой биналары, дарыухана, сәнәғәт зонаһында мәктәп, балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһының терапия корпусы, пионер лагерының административ корпусы менән ағас йорттар һәм башҡа объекттар төҙөлдө. Ошо социаль-мәҙәни объекттарҙың барыһы менән дә мәсетлеләр бөгөн дә файҙалана. Әммә пионер лагерының шундай матур корпустарының бөгөн тәғәйенләнеше буйынса ҡулланылмауы үкенесле. Ә колхоз һәм совхоз етәкселәрен район балаларының йәйге ялы өсөн йорттар төҙөргә мәжбүр иткәне өсөн беренсе секретарь өҫтөнән күпме исемһеҙ ялыу булды?!
Алты йылдан ашыу районды етәкләгән Владислав Әхмәҙулла улы, хужа-етәксе вазифаһының бөтә сифаттарына ла эйә була тороп, кадрҙарҙы белеп бөтә алманы һәм дуҫ тип йөрөгән кешеләрҙең йәшерен интригалары арҡаһында райондан китергә мәжбүр булды.
1990 йылдың көҙөндә тыуған районында уны РСФСР Коммунистар партияһы Ҡыйғы райкомының беренсе секретары итеп һайлайҙар. Ул – был вазифаны ике тапҡыр биләгән берҙән-бер кеше. Ҡыйғы районы халҡының фекеренсә, ул ҡушылған эшкә һәр саҡ намыҫ менән ҡарай, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе үҙ өҫтөнә ала, үҙенә һәм ҡул аҫтындағыларға ҡарата талапсан була. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы менән наградлана.
Үҙемдән өҫтәп шуны әйткем килә, уның менән эшләүе бер үк ваҡытта еңел дә, ауыр ҙа булды. Беҙҙең районда ул ялһыҙ эшләне, отпускыға ла сыҡманы тиерлек. Уның һәр эш көнө бик иртә – сәғәт 7-лә башлана ине. Дүшәмбе оператив кәңәшмәләрҙе 15 минут эсендә тамамлай торғайны, кабинетта эшләүҙе үҙһенмәне, унан ситләшергә тырышты. Социаль-мәҙәни мәсьәләләрҙе тулыһынса ярҙамсыларына ышанып тапшыра ине, ә үҙе, нигеҙҙә, хужалыҡ мәсьәләләре менән шөғөлләнде. Башҡаса мөмкин дә түгел. Сөнки районда – әле сәсеү, әле ураҡ, әле бесән. Барыһы ла – район комитеты контролендә. Ғаиләһе менән редакция ҡаршыһындағы бәләкәй генә ағас йортта йәшәне. Бер аҙҙан, Ленин урамы осондағы йортҡа күсеп, эшкә һәр саҡ йәйәү йөрөнө.
Үҙ инаныуҙарына тоғро ҡалған райондың почетлы гражданы Владислав Ғиниәтуллин ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем КПРФ-тың Ҡыйғы партия ойошмаһы менән етәкселек итә һәм йәмғиәттә хөрмәтле кеше булып ҡала.
Мәсетле районы ойошторолғандан алып 1991 йылдың авгусына тиклем коммунистарҙың район ойошмаһы менән 18 кеше етәкселек итә. Уларҙың яҙмышы төрлөсә. Берәүҙәр күптән онотолған, ә мәҫәлән, Ғилман Яҡуповты, Абрар Саҙретдиновты, Анатолий Фуфаевты, Зәки Ҡадиҡовты һәм башҡаларҙы мәсетлеләр әле һаман яҡшы яҡтан ғына хәтерләй. Владислав Әхмәҙулла улы Ғиниәтуллин да – улар иҫәбендә.

Ғәлимйән КӘРИМОВ,
журналист.

Автор:Лариса Михалькова