Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
26 Апрель 2022, 15:00

Ерҙең ысын хужаһы булды

Барыһы ла етәксенән тора тиҙәр: ҡайҙа яҡшы етәксе – шунда һәйбәт, ә насарҙан бер нәмә лә көтөргә кәрәкмәй. Эйе, күп нәмә хужанан тора. Үҙенең эш итеүе, ҡылығы, тәртибе менән ул хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһенә генә түгел, коллективтың кәйефенә лә йоғонто яһай. Ауылда бындай бәйләнеш тағы ла нығыраҡ сағыла.

Ерҙең ысын хужаһы булды
Ерҙең ысын хужаһы булды

Колхоз һәм совхоздар, коллектив һәм уртаҡ хужалыҡтар үткәндәрҙә тороп ҡалды. Шуға күрә арабыҙҙа хәҙер колхоз рәйесе вазифаһы, уның хоҡуҡтары, ниндәй бурыстар үтәүе тураһында иҫләүселәр ҙә аҙ. Беҙҙең районда колхоз-совхоз хәрәкәте тарихы осоронда барлығы ике йөҙгә яҡын рәйес һәм директор булған. Ә бына Иван Павлович Крючковтыҡы кеүек биография һәм уныҡы кеүек хеҙмәт стажы менән рәйестәр күп түгел. Ул үҙ ваҡытында СССР Юғары Советы депутаты итеп һайланған берҙән-бер район хужалығы етәксеһе ине.
Иван Павлович 1923 йылдың 23 сентябрендә Мәсетле районы Крючковка ауылында тыуған (20-се быуаттың 60-сы йылдарында мәғлүмәт иҫәбенән төшөрөлгән). Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы етәксе кадрҙар мәктәбен тамамлаған. 1942 йылдың ғинуарынан уҡсылар полкы составында Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡатнаша. Ҡаты яралана.
Һуғыштан ҡайтып, 1943 йылда баҫыу хеҙмәткәре, колхоз рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1955 йылдың яҙында колхоз идараһы рәйесе итеп һайлана һәм шул ваҡыттан алып 1987 йылға тиклем рәйес була. Иван Павлович ҡабул иткән колхозды ул ваҡытта хужалыҡ тип атап та булмай: үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла хәлдәр насар. Иван Крючков етәкселегендәге колхоз ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республиканың күп тармаҡлы юғары рентабелле алдынғы хужалығына әйләнә. Бында игенселек, малсылыҡ өлкәләрендә фән ҡаҙаныштарын һәм алдынғы алымдарҙы эшендә ныҡышмалы индергән инициативалы етәксенең, үҙенең эшен яҡшы белгән белгес һәм ауыл хужалығы производствоһын яҡшы ойошторған рәйестең тырышлығы баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Һөҙөмтәлә колхоз игенселектә юғары мәҙәниәтле хужалыҡҡа һәм оҙаҡ йылдарға алдынғы тәжрибә мәктәбенә әүерелә. Ә уның рәйесе район тарихында тәүге тапҡыр 1958 йылда ил парламенты ағзаһы булып китә. Ул хужалыҡ етәксеһе вазифаһында игенде гектарынан уртаса 25,5 центнерға еткереүгә өлгәшә, һәр һыйырҙан уртаса һауым 3000 кг тәшкил итә, ә һыйыр малының уртаса тәүлек артымы 485 грамға етә. Шуныһы ҡыҙыҡлы: үҙ ваҡытында бер нисә кеше, шул иҫәптән Башҡортостан ауыл хужалығы институтының элекке проректоры А. Саҙретдинов, "Серп и Молот" колхозының хужалыҡ һәм финанс-иҡтисади эшмәкәрлеге материалдары буйынса диссертациялар яҙып, ғилми дәрәжә алды. Ә хужалыҡ етәксеһе ни бары тулы булмаған урта белемгә генә эйә була.
“Серп и Молот” колхозында эшләү осоронда хужалыҡ коллективы менән берлектә колхозсыларҙың матди хәлен яҡшыртыу буйынса бик күп социаль проблемалар хәл ителде. Торлаҡ фонды мәсьәләләре лә күҙ уңынан ысҡындырылмай: колхоз ағзаларының ғаиләләре өсөн йөҙҙән ашыу торлаҡ йорт төҙөлдө. Уны колхоз рәйесе итеп һайлағанда, ул бары тик бөтә колхозсылар менән бергә шәхси тормош шарттарын яҡшыртырға һүҙ бирҙе һәм һүҙендә торҙо. Шулай уҡ балалар өсөн бик матур балалар баҡсаһы һалынды.
Үҫемлекселек һәм малсылыҡ кеүек төп етештереү тармаҡтарын үҫтереүҙең производство планына килгәндә, тиҫтәләгән объект төҙөлөүе хаҡында әйтергә кәрәк. Яҡшы елләтелгән бесән һаҡлағыс һәм тулыһынса механизацияланған ырҙын табағы колхоздың ғорурлығы була торғайны.
Уҙған быуаттың 80-се һәм 90-сы йылдарында, хеҙмәт эшмәкәрлегемә бәйле, мин юғары етәкселәр менән етештереүсенең бер ниндәй китапта сағылмаған үҙ фекере өсөн көрәшенең шаһиты булдым. Беренсеһе, дәүләт власы булараҡ, икенсеһен үҙ аллылыҡтан мәхрүм итергә, уны уйламайынса башҡарыусы итергә тырышты, ә икенсеһе, үҙ аҡылына хоҡуҡты яҡлап, оҙаҡ һәм ныҡышмалы көрәште.
Ә бына Иван Крючков, ҡағиҙә булараҡ, район етәкселеге менән асыҡтан-асыҡ бәхәскә инмәне. Кәңәшмәләрҙә район комитеты һәм район башҡарма комитеты яуаплы хеҙмәткәрҙәре күрһәтмәләрен үтәүҙе талап иткән өгөт-нәсихәттәренә ҡолаҡ һалып, ғәҙәттәгесә бер генә яуап бирҙе: “Эшләрбеҙ”.
Һәм ул йыш ҡына үҙенсә, аҡыллыраҡ, отошлораҡ һәм арзаныраҡ эшләне. Шунан һуң күп етәкселәр: “Иван батша беҙҙе тағы урап уҙҙы”, – тип мәрәкәләй торғайны. Уны эшкә хужаларса ҡарашы өсөн шулай йөрөттөләр.
Юғары производство ҡаҙаныштары өсөн колхозсыларҙың күбеһе – Советтар Союзы ордендары һәм миҙалдары менән, ә рәйес Иван Павлович ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Октябрь Революцияһы, Халыҡтар дуҫлығы ордендары һәм бик күп миҙалдар менән наградланған. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
Крючковка ауылынан сыҡҡан Иван Крючков шәхси файҙаһын беренсе урынға ҡуймай, бөтә ғүмере буйына колхозсылар мәнфәғәтен ҡайғыртыуға йүнәлтелгән идеяны тормошҡа ашырыуға ынтылған етәкселәр иҫәбендә булды.
Ғәлимйән КӘРИМОВ,
журналист.

Автор:Лариса Михалькова