Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
18 Март 2022, 11:05

Үҙенсәлекле шәхес булды

Район гәзитендә Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың “Геройҙы эҙләп” тигән мәҡәләһен уҡығас, үҙемдең хәтирәләр менән уртаҡлашырға булдым, сөнки ул ваҡытта ошо ваҡиғаның үҙәгендә генә түгел, был ижтимағи сараға әҙерләнеү һәм үткәреүҙе ойоштороусыларҙың береһе булдым.

Үҙенсәлекле шәхес булды
Үҙенсәлекле шәхес булды

Яңыраҡ республикабыҙ йәмәғәтселеге Бөйөк Ватан һуғышы Геройы һәм билдәле педагог Вафа Мостафа улы Әхмәҙуллиндың йөҙ йыллығын киң билдәләне. 2022 йыл ошо данлыҡлы Мәсетле улы йылы булыр тип ышанам. Сөнки ул күрһәткән батырлыҡтары, тырыш һәм тыныс хеҙмәте менән ошондай ҙур хөрмәткә лайыҡ.
Тап беҙҙең район гәзите илле йылдан ашыу элек Вафа Мостафа улының изге исемен ҡайтарыуҙа хәл иткес роль уйнауын һәр ваҡыт ғорурлыҡ менән билдәләйем. Ул ваҡытта йәш әҙәби хеҙмәткәр Ризван Хажиев һәм гәзит мөхәррире Дәүләт Мәһәҙиев мәсетлеләргә тәүге тапҡыр партизан В. Әхмәҙуллиндың батырлыҡтарын асып бирҙе. Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдар аҙағында район гәзите биттәрендә Ризван Хажиев яҙған “Партизан Гәрәй”, “Словакия тауҙарында” очерктары бер-бер артлы донъя күрҙе.
Ошо ике партизан – Яңы Мишәр ауылынан Гәрәй Хәкимов һәм Вафа Әхмәҙуллин Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә бергә эшләгән. Беренсеһенең гәзиттә очерк сыҡҡанға тиклем үк уның Белоруссия һаҙлыҡтарында партизан булып йөрөгәнен белһәләр, Вафа Мостафа улының ғаиләһе һәм балалары уның батырлыҡтары тураһында район матбуғатында мәҡәлә баҫылғандан һуң белде, ә башҡа мәсетлеләр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
Артабан беҙҙең районға Чехословакия ҡунаҡтары килеүе хаҡында һөйләйәсәкмен. Чехословакия Яҙыусылар союзы идараһы секретары һәм бер үк ваҡытта “Бейек Татр” партизандар отряды штабының элекке начальнигы Ладислав Беньо башҡорт яҙыусыларының ҙур төркөмө оҙатыуында хәләл ефете Гизола менән килде. Шуға ла иғтибар итергә кәрәк: Л. Беньоның был сәфәре В. Әхмәҙуллин Словакияға беренсе тапҡыр барғандан һуң 10 йыл үткәс кенә була.
Район мәҙәниәт йортоноң иҫке бинаһында ике хәрби дуҫ – Әхмәҙуллин менән Беньоның осрашыуына арнал-ған тантаналы кисә төп ваҡиға булды. Шағир Муса Ғәли билдәле яҙыусының ижады менән таныштырҙы. Кисәлә сығыш яһап, Л. Беньо Вафа Мостафа улы кеүек ҡыйыу командир менән бергә алышҡаны өсөн бик шат булыуын билдәләне.
Яҡташыбыҙ, үҙ сиратында, ҡунаҡтарға Мәсетле районына килгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм хәтирәләре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ ветерандар исеменән Чехословакияны азат итеү өсөн көрәштә ҡатна-шыусы Суфиян Ғилманов, йәштәр исеменән педагогия институты студенты Роза Һаҙыева сығыш яһаны. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбе пионерҙары һәм райондың үҙешмәкәр артистары сәләмләне.
Икенсе көндө Чехословакиянан килгән ҡунаҡтар Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә Нуриманов исемендәге колхоз ветерандары һәм эшсәндәре менән осрашты. Һуңынан ауылдан алыҫ булмаған урман аҡланында ҡунаҡтарҙы башҡорт милли ризыҡтары менән һыйланылар. Бында ошондай эпизод иҫтә ҡалды: Ралит Ғонсаров ҡурай һәм баян моңо аҫтында “Янғантау баҫҡыстары” йырын башҡарған саҡта Л. Беньоның күҙҙәре йәшләнде. Күрәһең, һуғыш йылдарында уҡ “Бейек Татр” командиры аша ул башҡорт музыкаһы һәм ҡурай моңо менән таныш булған. Вафа Мостафа улы үҙе лә словак телен яҡшы белә ине, мин уның блокнот битенә рәссамдарыбыҙ өсөн словак телендә сәләмләү тексын яҙыуына шаһит булдым. Ошо бөтә осрашыуҙа Вафа Мостафа улының һәр ваҡыт икенсе планда ҡалыуын билдәләге килә, был уның шундай тыйнаҡ икәнен күрһәтә ине.
Минең үҙемә лә ике тиҫтә йыл дауамында В. Әхмәҙуллин менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә, дәрестәренә йөрөргә тура килде. Бик яҡшы педагог булараҡ, ул шулай уҡ йәмәғәт эштәрен юғары кимәлдә алып барҙы. Бөгөн мин партия өлкә комитетының фән һәм мәғариф бүлеге мөдире Ә. Аҙнабаевтың үҙ ваҡытында уға “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемен биреү үтенесе буйынса документ әҙерләүем менән бик ғорурланам. Вафа Мостафа улы ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булды ла.
Унда үҙенә тартып торған ниндәй-ҙер сер бар ине. Мин уға тартылдым, был сергә ҡағылырға тырыштым. Тик ул беҙгә әле лә асылып бөтмәгән һымаҡ...
Ғәлимйән КӘРИМОВ,
1980-1984 йылдарҙа КПСС-тың
Мәсетле райкомы пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире.

Автор:Лариса Михалькова