Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
2 Ноябрь 2021, 11:05

Ҡошсо ырыуы тамырҙарына тоғро

Мәсетле районында Ҡошсо ырыуы йыйыны уҙҙы Ҡошсо ырыуы башҡорттарының йыйыны Башҡорт тарихы йылына арналған һәм Мәҙәни инициативалар Президент фонды проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Ул Свердловск өлкәһе (Әртә, Красноуфимск, Нижнесергинск райондары, Красноуфимск ҡалаһы), Мәсетле, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы һәм Салауат райондары делегаттарын, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәрен, билдәле тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен һәм тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәрҙе берләштерҙе.

Ҡошсо ырыуы тамырҙарына тоғро
Ҡошсо ырыуы тамырҙарына тоғро

Йыйында ҡатнашыусылар иғтибарына Ҡошсо ырыуының тарихын, үҙенсәлектәрен сағылдырған этнографик материалдар, көнкүреш әйберҙәре, өҫ кейеме, аш-һыу кәрәк-яраҡтары күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Районыбыҙ хужабикәләре ҡабартмалы сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо.
Шәжәрә төҙөү – ырыу тарихын өйрәнгәндә иң мөһим һәм әһәмиәтле этаптарҙың береһе. Күргәҙмәлә Ҡорғат, Һөләймән, Йонос, Һабанаҡ һәм башҡа ауылдар халҡының тамыр шәжәрәһе ҙур әһәмиәткә эйә булды. Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогтары сараға килгән ҡунаҡтарҙы тәрбиәләнеүселәрҙең ижади эше – Ҡошсо ырыуы эмблемаһы варианттары менән таныштырҙы.
Ҡошсолар “Дан аллеяһы”н тулыландырған билдәле яҡташтар менән ғорурлана ала: 18 йыл дауамында БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе булып эшләгән Фәйзрахман Зәғәфүрәнов; Бөйөк Татр партизан отряды командиры, Чехословакияның почетлы гражданы, педагог, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Вафа Әхмәҙуллин; башҡорт һәм төрки диалектологияһы өлкәһендә билдәле белгес, филология фәндәре докторы, профессор Нәжибә Мәҡсүтова һәм башҡалар.
Сараға килгән ҡунаҡтар Ҡошсо ырыуы тураһында документаль фильм ҡараны.
Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин йыйындың пленар өлөшөн асып, ата-баба тарихын өйрәнеү бик мөһим эш икәнен билдәләп уҙҙы:
– Беҙ үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы белергә тейеш һәм быуындан-быуынға аманат итеп тапшырырға бурыслыбыҙ!
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, башҡорттарҙың хәл итәһе мәсьәләләрҙе бергә йыйылып кәңәшләшкәндәрен билдәләп уҙҙы:
– Бындай осрашыуҙар һәм йыйындар халыҡты берләштергән, яңы идеялар һәм фекерҙәр тыуҙырған. Шуның өсөн дә был йоланы тергеҙеү бик мөһим.
Йыйындың пленар өлөшөндә тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Ҡошсо ырыуы вәкилдәре сығыш яһаны. Тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин – Ҡошсо ырыуының тарихы һәм оҡшашлығы; “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” башҡарма комитеты ағзаһы, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов – һөйләш үҙенсәлектәре; Мәсетле районы Советы депутаты, тарих фәндәре кандидаты Флүр Дусмөхәмәтов – Ҡошсо ырыуы тарихының боронғо этаптары; Мәсетле районы баш-ҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Әхмәтшин Мәсетле районында Ҡошсо ырыуы вәкилдәре йәшәгән ауылдар хаҡында сығыш яһаны.
Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев Башҡорт тарихы йылы барышы тураһында һөйләне.
“Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Гөлфинә Юламанованың телмәре айырыуса ялҡынлы булды. Ул Балаҡатай районының Айҙаҡай ауылы миҫалында “Башҡорт ауылдарының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге” темаһын яҡтыртты. Ҡыйғы районындағы берҙән-бер Ҡошсо ырыуы ауылы тураһында уның вәкиле – Юныс ауылының тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Марсель Ғөзәйеров һөйләне.
Йыйындың пленар өлөшөндә әйтелгән бар теләк һәм тәҡдимдәр съезд резолюцияһына индерелде һәм дөйөм тауыш биреү юлы менән ҡабул ителде. Шулай уҡ Ҡошсо ырыуы гербы (авторҙары – Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогтары, Ҡошсо ырыуы вәкилдәре Лилиә Сабирова менән Лилиә Мөхөбуллина) һәм гимны (авторы – Рәсимә Әхмәтйәнова) ҡабул ителде.
Съезда ҡатнашыусылар башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеү буйынса эште дауам итергә, Башҡортостан, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренең ҡошсолар йәшәгән райондары араһында мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтерергә килеште.

Автор:Наркес Халиуллина