Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
2 Ноябрь 2021, 12:00

Ал да нур сәс халҡыңа!

Мәсетле районында Ҡошсо ырыуы йыйыны нигеҙендә башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына ике кеше лайыҡ булды.

Ал да нур сәс халҡыңа!
Ал да нур сәс халҡыңа!

Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нәзирә Әхкәмова һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Ҡабырсаҡ” халыҡ фольклор коллективы етәксеһе Рәсимә Әхмәтйәнова, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро ҡалып, йолаларын тергеҙә, рухи ҡиммәтәрен һаҡлай.
Нәзирә Фазылйән ҡыҙы райондың ағинәйҙәре менән берлектә төньяҡ-көнсығыш комплексының милли кейемен тергеҙеүҙә эш алып бара. Ул боронғо күлдәк, алъяпҡыс һәм муйынса өлгөләрен ауылдар буйлап бөртөкләп йыя, уҙған быуаттың урталарында эшләнгән фотоһүрәттәрҙе өйрәнә. Айырыуса Руденконың китабына таянып эш итә ул.
Рәсимә Әхмәтйәнова урындағы халыҡ традицияларын өйрәнә, Әйле ырыуының ғөрөф-ғәҙәттәренә оло иғтибар бирә. 1988 йылда ойошторолған коллектив бөгөнгө көндә өлгөлө булып тора. Улар репертуарында фольклор йолалары: “Аҡ тәнкәләр һалып”, “Туй буләге”, “Ҡумыҙ тураһында легенда” һәм башҡалар. “Ҡара тауыҡ”, “Ал- тынҡай”, “Орсоҡ”, “Ҡабырсак”, “Ҡамсат бүрек” кеүек бейеүҙәр һаҡланған.
Нәзирә Әхкәмова менән Рәсимә Әхмәтйәнова үҙҙәренең хеҙмәт юлы, ижады менән халыҡ йырҙарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм йолаларына, тыуған ергә һәм үҙ халҡына һөйөү тәрбиәләй.

Белешмә
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ”Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы билдәле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың шиғырынан юлдар менән аталған. 2010 йылдан алып күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.

Ал да нур сәс халҡыңа!
Ал да нур сәс халҡыңа!
Автор:Наркес Халиуллина