Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
27 Октябрь 2021, 14:35

Ырыуым данлы ул-ҡыҙҙары менән

Әхмәҙуллин Вафа Мостафа улы, Һөләймән ауылы (1922 – 1998) – Бөйөк Татр партизан отряды командиры, Чехословакияның почетлы гражданы.

Ырыуым данлы ул-ҡыҙҙары менән
Ырыуым данлы ул-ҡыҙҙары менән

Зәғәфүрәнов Фәйзрахман Зәғәфүрән улы, Һөләймән ауылы (1913 – 1975) – Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе (1950 – 1967), Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
Заһретдинов Роберт Абдрахман улы, Әжекәй ауылы (1932 – 2016) – виртуоз ҡумыҙсы.
Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы, Һөләймән ауылы (1932 – 2004) – профессор, башҡорт теле белгесе-диалектолог.
Хажиев Ризуан Закирхан улы, Һөләймән ауылы (1939 – 2013) – журналист, яҙыусы, филология фәндәре кандидаты.
Сафиуллин Ғабдулхаҡ Кашап улы, Оло Ҡыҙылбай ауылы (1934 – 2015) – Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы.
Мирсаев Рафаил Нурый улы, Абдулла ауылы (1948 – 2016) – философ-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, партия һәм дәүләт эшмәкәре.
Алтынбаева Зөһрә Нариман ҡыҙы, Ләмәҙтамаҡ ауылы (1951 йыл) – башҡорт журналисы, шағир. СССР Журналистар һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы.
Даянова Тәскирә Байрам ҡыҙы, Һөләймән ауылы (1948 йыл) – башҡорт балалар яҙыусыһы, уҡытыусы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты.
Ахунов Мансур Мөнир улы, Әбдрәхим ауылы (1957 йыл) – I ранг капитаны, Башҡортостан Республикаһы Диңгеҙ йыйылышы рәйесе.
Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы, Ләмәҙтамаҡ ауылы (1963 йыл) – иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре, сәсән, йәмәғәт эшмәкәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡорт Википедияһы ирекмәне.
Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы, Һөләймән ауылы (1971 йыл) – донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, музыкант-педагог.
Зарипов Руслан Булат улы, Һабанаҡ ауылы (1978 йыл) – Башҡортостан Ҡатнаш хәрби көрәш федерацияһы рәйесе.

Автор:Айгуль  Шарапова