Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
27 Октябрь 2021, 11:40

Тарих яҙыр инем ташына

Раил Ғүмәр улы Кузеев яҙыуынса, Ҡошсо – Урта Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләһенән сыҡҡан ырыу. Был һығымта тиңләштереү һәм сағыштырыуға нигеҙләнгән.

Тарих яҙыр инем ташына
Тарих яҙыр инем ташына

Көнбайыш-Төрки ҡағанаты үҙәген тәшкил иткән “Ун уҡлы төрөктәр” составына ингән “Тан-шу” ҡытай хроникаһында гэшу ырыуы телгә алына. Лев Николаевич Гумилев фекеренсә, был ҡытай термины Хойто-Тамир (Монголия) боронғо төрөк яҙмаларында телгә алынған ҡушу ырыуы исеменә тура килә.
Килтерелгән мәғлүмәттәрҙән сығып ҡарағанда, ҡушу ҡәбиләһе Алтайҙың көньяҡ битләүендә йәшәгән булырға тейеш. Бөтә мәғлүмәттәр комплексынан сығып, Раил Ғүмәр улы Кузеев түбәндәге һығымта яһай: “Әгәр ҙә “ҡушу” (ҡошсо) этнонимының ҡытай сығанаҡлы гэшу ҡәбиләһе менән бер булыуы дөрөҫлөккә тап килһә, ул ваҡытта VI–VII быуаттарҙа ҡошсолар Урта Азияға төрөк баҫҡынсылығында ҡатнаша һәм Көнбайыш төрөк ҡағанаты ҡатламдарының береһен тәшкил итә”.
Шулай итеп, билдәле Ҡытай йылъяҙмаһы һәм боронғо төрөк яҙыуҙары буйынса фәнгә билдәле кушу (гэшу) ҡәбиләһе ҡырғыҙ, үзбәк һәм башҡорт ырыуҙары номенклатураһының ҡушма өлөшө булып торған ҡушу (ҡошсо) ҡәбиләһенә тура килә, тип ниндәйҙер дәрәжә ихтималлығы менән раҫларға мөмкин.
Ҡошсо – 40 башҡорт ырыуының боронғо ырыу өлөшө. Көнсығыш тарихи сығанаҡтар мәғлүмәте буйынса, ҡошсолар Батыу-хан ғәскәре составына инә һәм монголдарҙың Бөйөк көнбайыш походында Европа илдәренә – Бөйөк Болғар, Полов баҫыуы, урыҫ кенәзлектәрен, Польша, Венгрияны баҫыуҙа ҡатнаша. Монголдарҙың яулау фазаһының әүҙем осоро тамамланғас, улар Батыу-хандың кесе ҡустыһы Шибан улус составына индерелә. Шибан-хандың үҙ улусы дүрт ырыу ғына тәшкил итә – Ҡошсо, Найман, Ҡарлыҡ һәм Буйраҡ. Мөхәмматжан Ғариф улы Сәфәрғәлиев яҙмаһынан: “Шайбан улусы Себер тарафтарында ята, әйткәндәй, уның көнбайыш сиге Урал һырты буйлап үтә.
Ҡошсолар Шибан һәм Үзбәк ханлығында идара иткән хандарға (хан-задаларға) аталыҡ һәм кукельдаш алып килгән өҫтөнлөклө клан ролен үтәй. Күсмә тормош алып бар-ған үзбәктәрҙең үҙ-ара низағы һәм Мавераннахрға күпләп китеүе менән бәйле, себерҙәге Шибан ханлығы биләмәһенең һүнеү процесы дәүләт вертикален алмаштырған “Бөтә Баскардия башлығы” кенәзлеге башында башҡорт йәмәғәте идаралығы нығынған һәм киңәйгән ваҡыт менән бер ваҡытта бара. Был осорҙа (XIV–XV быуаттар) Урал аръяғының күп кенә төрки-монгол ырыуҙары – Ҡошсо, Һалйот, Көнгрәт, Йылайыр һәм башҡалар башҡорт йәмғиәтенең идара итеү ағзалары булып китә. Шунан сығып, Себерҙә Шибан ханлығының тар-ҡалыуынан һуң, улар Башҡортостанда төпләнә һәм башҡорт халҡының бер ырыуын тәшкил итә, тип фараз итергә мөмкин.
Башҡорт халҡының ырыу-ҡәбилә структураһы быуаттар буйына барлыҡҡа килгән. VII быуат яҙма сығанаҡтарында теркәлгән “башҡорт”этнонимы аҫтында бер берәмек сынйырына таксономик тәртиптә теҙелгән төрлө сығышлы ырыу берләшкән. Этник планда – “ҡатлы бәлеш” принцибы күҙәтелә: иртә барлыҡҡа килгән нигеҙгә һуңлап барлыҡҡа килгәндәре ҡушыла. Төрлө сығышлы этник төркөмдәрҙең башҡорттар составына килеп ҡушылыуы XVIII–XIX быуатҡа тиклем дауам итә. Был үҙ нигеҙендә этностың – тере система, ә этногенез процесы бер ваҡытта ла туҡталмаған хәрәкәт икәнен күрһәтеп тора. Башҡорт йәмғиәте эсендә көслө кландарға көсһөҙҙәре ҡушылып, ырыу-ҡәбилә барлыҡҡа килтерә: Табын, Танып, Ҡатай, Мең һәм Әйле иң ҙур ырыуҙарҙы тәшкил итә.
Ҡошсо волосына килгәндә, документтар буйынса ул өс төрлө билдәләнә:
1) Петр Иванович Рычков билдәләүенсә, ул Танып берләшмәһенә ҡарай;
2) Иван Кириллович Кириллов яҙмаһында ул айырым ҡәбилә тип бирелгән;
3) Башҡорт старшиналары Ҡоҙаш Рәхмәнғолов (Ҡошсо улусы), Миндийәр Арҡаев (Дыуан улусы) һәм Шумыш Мәмәтов (Һалйот улусы) күрһәтмәләре буйынса, Ҡатай берләшмәһе составына ингән. Шигир улусы ла ошо уҡ берләшмәгә ҡараған. Иң һуңғыһы, күрәһең, Ҡошсо ырыуының бер бүлеге булған. “Башҡорт улустары реестры һәм тасуирлау” сығанағында түбәндәге һүҙҙәр теркәлгән: “Әй буйындағы Ҡошсо улусы урман, тауҙар эсендә урынлашҡан, ә яландары – бәләкәй; арба юлы бик уңайлы”.
Ҡошсо ырыуының аҫаба ерҙәре тарихтың совет заманына тиклем административ яҡтан төрлө губерналарға ҡарай: төньяҡ өлөшө – Пермь, көньяҡ өлөшө – Өфө губерналарына. Ырыу атамаларын йөрөткән Оло Ҡошсо һәм Кесе Ҡошсо улустарының ҡарамағында ике губернаның Троицк, Өфө һәм Красноуфимск өйәҙҙәрендә ерҙәре булған. Бөтә ергә ҡошсо-башҡорттар хужа булған.

Мәсетле – ҡошсолар төйәге
Ҡошсо ырыуының 15-тән ашыу биләмәһе Башҡорт-остандың Мәсетле районында Әй йылғаһы буйында урынлашҡан. Улар иҫәбендә – Мәләкәҫ, Борғатъя, Ҡыҙылбай, Айып, Йонос, Тимерәк, Тимербай, Ҡорғат, Юлай һәм башҡалар. 1812 йылда Мәләкәҫтән 12 ғаилә Салйоғотҡа (Төплөкүл) күсенгән. Шуға күрә Салйоғотта ла ҡошсолар — Мәләкәҫ ауылы хал-ҡының туғандары бар.
Ҡотош ауылы 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихти-лалына тиклем Мәрйәмғол исеме менән аталған. 1740-1741 йылдарҙа яңынан тергеҙелгән ауылға Ҡотош исеме бирелгән.
1795 йылда Ләмәҙтамаҡ ауылы халыҡ иҫәбе буйынса Ҡошсо улусы ауылдары араһында беренсе урынды биләй: 101 ир-егет һәм 93 ҡатын-ҡыҙ (31 ихата). Был ауылдарҙа йәшәүселәрҙең Ҡотош ауылы халҡы менән туғанлыҡ бәйләнештәре бар. Һабанаҡҡа (Һабанғол) Ҡошсо улусы старшинаһы Һабанаҡ Сариҡайев менән ҡошсолар тарафынан нигеҙ һалына.
Ҡошсо ырыуына Һөләймән ауылы ла ҡарай. Бында дәүләт һәм партия эшмәкәре Ф. 3. Зәғәфүрәнов тыуған. 1945-1950 йылдарҙа халыҡ хужалығын тергеҙеү һәм үҫтереү йылдарында ул Баймаҡ райкомының беренсе секретары, 1950-1967 йылдарҙа БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе булып эшләй.
Әбдрәхим ауылы яҡынса XVIII быуаттың 30-сы йылдарында барлыҡҡа килгән. Ауылдың икенсе исеме – Миҙәт.
Мәсетле районында шулай уҡ Ҡошсо ырыуына ҡараған ике ҡатнаш ауыл бар – Абдулла һәм Әжекәй. Уларҙа башҡорттар менән бергә аҫаба башҡорт ерҙәренә индерелгән татарҙар һәм мишәр-ҙәр бар.

Тарих яҙыр инем ташына
Тарих яҙыр инем ташына
Тарих яҙыр инем ташына
Автор:Айгуль  Шарапова