Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
27 Октябрь 2021, 10:10

Ҡошсо ырыуы йыйыны – быуындар бәйләнеше

Башҡорт тарихы йылы нигеҙендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яңы проект – башҡорт ырыуҙары йыйынын башланы. 28 октябр-ҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылы район Мәҙәниәт һарайында Мәсетле районының 15 ауылында, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай, Ҡыйғы райондарында, Свердловск өлкәһе Красноуфимск, Әртә, Әчит, Нижнесергинск райондарында йәшәгән Ҡошсо ырыуы вәкилдәренең йыйыны уҙа.

Ҡошсо ырыуы йыйыны – быуындар бәйләнеше
Ҡошсо ырыуы йыйыны – быуындар бәйләнеше

Әнис Әсәҙуллин,
Мәсетле районы хакимиәте башлығы:
“Мәсетле районында беренсе тапҡыр ҙур кимәлдә һәм оло әһәмиәткә эйә ваҡиға – Башҡорт тарихы йылына ярашлы һәм Мәҙәни инициативалар Президент фонды проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә Ҡошсо ырыуы йыйыны уҙа. Сара рухи мираҫҡа, беҙҙә ғүмер кисергән халыҡтың үткәненә, йолаларына, тыуып үҫкән ергә һәм уның матур кешеләренә дан йырлай, хөрмәт күрһәтә. Мәсетлеләр тыуған яғының тарихын һәм республиканың мәҙәни мираҫын һаҡлау эшенә тос өлөш индерә.
Мәсетле районы ғәжәйеп, ҡабатланмаҫ матур һәм үҙенсәлекле тәбиғәте, бай йәнлектәр донъяһы менән айырылып тора. Ә уның төп байлығы – маҡтауға лайыҡ, ҡунаҡсыл, хеҙмәт яратҡан кешеләре. Беҙҙең районда 15-тән ашыу милләт вәкиле дуҫ һәм татыу йәшәй.
Һәр кеше үҙенең ҡайһы ырыу вәкиле икәнлеген яҡшы белергә тейеш. Был сара мәсетлеләрҙең ата-бабалары рухына тоғро ҡалыуын, нәҫел ебен өйрәнеп, шәжәрәһенә ҙур иғтибар бүлеүен, балалары үҙ тамырҙарын белһен һәм киләһе быуынға тапшырһын өсөн тырышлыҡ һалыуын күрһәтә.
Ҡошсо ырыуы йыйыны ҡатнашыусылар һәм килгән ҡунаҡтар күңелендә йылы хистәр, яҡты хәтирәләр генә ҡалдырыр, тип ышанабыҙ!”

Марат Әхмәтшин,
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:
“Был оло һәм мәртәбәле йыйынға әҙерлек эштәре районда күптән башланды. Ойоштороу комитеты ағзаларының кәңәшмәләре, республикалағы һәм күрше өлкәләрҙәге Ҡошсо ырыуы вәкилдәре менән осрашыуҙар, фәнни-ғәмәли конференциялар уҙҙы, конкурс һәм флешмобтар ойошторолдо. Ҡошсо ырыуына арналған фәнни-ғәмәли конференциянан докладтарҙан, карталар һәм фотоматериалдарҙан, башҡорт ырыуҙарының көнүҙәк проблемаларына арналған материалдарҙан торған йыйынтыҡ донъя күрҙе.
Әйтергә кәрәк, мәсетлеләрҙә үҙ ырыуҙарын өйрәнеү теләге ҙур, һәм улар үҙ шәжәрәләрен әҙерләүгә етди ҡараны.
Ҡошсо ырыуы йыйыны кеүек осрашыуҙар беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерә, артабан үҫешергә мөмкинлек бирә, яңы маҡсаттар ҡуйыла”.

Әхмәтнур Хафизов,
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы аҡһаҡалы, умартасы:
“Сараға әҙерлек барышында беҙ күрше райондарҙағы һәм Свердловск өлкәһендәге Ҡошсо ырыуы вәкилдәре менән осраштыҡ. Тарихи документтар буйынса, Балаҡатай һәм Ҡыйғы райондарында Ҡошсо ырыуына ҡараған өсәр ауыл теркәлгән. Бөгөн уларҙан бары Балаҡатай районында Айҙаҡай менән Ҡыйғы районында Йонос ауылдары ғына ҡалған.
Красноуфимск районының Һыҙғы ауылында милләттәшебеҙҙең башҡорттарҙың тарихын өйрәнеү буйынса ҙур эш алып барыуын белеү беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды: Ғәйшә Айсина 12 йылдан ашыу музей асыу теләге менән йөрөй, күләмле тикшеренеү эштәре алып бара, экспонаттар йыя, ҡабартмалы сигеү менән шөғөлләнә. Ул был изге эштә яңғыҙ түгел – балалары матди ярҙам күрһәтә, тыуған ауылдарының яҡшы эштәрен һәм йолаларын дауам итеүҙә башҡаларға өлгө булып торалар. Ғәйшә Айсинаның экспонаттары араһында бишек, йөн эрләүес, ағас көҙгөләр, һандыҡтар, карауаттар, милли кейем, ҡыҫҡаһы, йөҙгә яҡын боронғо әйбер бар.
Көҙәй һәм Мең ырыуҙары йыйындарында, Туймазылағы башҡорт ырыуҙары йыйынында ҡатнашып, беҙ үҙ халҡыбыҙҙың килеп сығышын өйрәнеү буйынса ҡиммәтле тәжрибә алдыҡ.
Беҙҙең төп бурыс – үҙ ырыуыбыҙҙың лайыҡлы улдары булыу, халҡыбыҙҙың именлеге тураһында даими хәстәрлек күреү, балаларыбыҙҙың аң кимәле, мәҙәни һәм рухи үҫешен хәстәрләү, бай рухи мираҫыбыҙҙы үҫеп килгән быуынға тапшырыу”.

Виталий Ихъяев,
Красноуфимск ҡала округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
“Был көтөп алынған ҙур сараға беҙ етди ҡараныҡ һәм ентекле әҙерлек эше алып барҙыҡ. Әйтәйек, Рахман-ғол һәм Бишкә ауылдары халҡы менән осрашыу бик теремек уҙҙы. Бында Ҡошсо ырыуы тарихы, ҡошсоларҙың Красноуфимск районы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙмышында әһәмиәтле роль уйнауы хаҡында һөйләнек. Шулай уҡ конференция ойошторҙоҡ.
Минең тамырҙарым Оло Аҡа, Әжекәй һәм Һабанаҡ ауылдарына барып тоташа, шуның өсөн дә халыҡты бүлеп ҡарауға ҡаршымын. Киләсәктә үҙ тамырҙарыбыҙҙы онотмау, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау өсөн этно-үҙәктәр барлыҡҡа килтереп, мәҙәниәт үҫешенә ярҙам күрһәтергә кәрәк”.

Ҡошсо ырыуы йыйыны – быуындар бәйләнеше
Ҡошсо ырыуы йыйыны – быуындар бәйләнеше
Ҡошсо ырыуы йыйыны – быуындар бәйләнеше
Ҡошсо ырыуы йыйыны – быуындар бәйләнеше
Автор:Наркес Халиуллина