Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
27 Октябрь 2021, 15:00

Ҡошсо ырыуы гимны

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова һүҙҙәре һәм көйө.

Ҡошсо ырыуы гимны
Ҡошсо ырыуы гимны

Ҡошсо иле ал таң иртәһендә
Сәләм бирә һеҙгә башҡорт телендә.
Ҡулдарында – ыласын – осар ҡошо,
Ғүмер юлы – халыҡтар яҙмышы.

Ҡушымта:
Ҡошсо әләме, гүйә, матур ғаләм,
Ғәзиз ерем, һыуым, батыр халҡым.
Сәскәле герб, һиңә Башҡортостан,
Барлыҡ милләттәр өсөн ҡалҡан.

Башҡортостан – азат халҡым ере,
Дуҫтарса йәшәгән туғанлыҡта мәңге.
Ырыуҙарында – илдең бар тарихы,
Хәтерендә һаҡлай уны халҡы.

Ҡушымта:
Ҡошсо әләме, гүйә, матур ғаләм,
Ғәзиз ерем, һыуым, батыр халҡым.
Сәскәле герб, һиңә Башҡортостан,
Барлыҡ милләттәр өсөн ҡалҡан.

21 октябрь, 2021йыл, Оло Ыҡтамаҡ ауылы.

Һеҙҙең иғтибарға – Ҡошсо ырыуы гимны һәм гербы проекттары.

Ҡошсо ырыуы гимны
Ҡошсо ырыуы гимны
Автор:Айгуль  Шарапова