Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
6 Октябрь 2021, 10:30

Бер ғаилә яҙмышы

Илдә барған төрлө тарихи ваҡиғалар тотош ғаиләләрҙең бер-берҙәрен юғалтыуына килтерә.

Бер ғаилә яҙмышы
Бер ғаилә яҙмышы

Октябрь революцияһы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күптәргә тыуған ерҙәрен ҡалдырып китергә тура килә. Мине, Салйоғот ауылы тарихын өйрәнеүсене, Ибраһим Ғәлимовтың ғаиләһе яҙмышы ҡыҙыҡһындыра. Уның ырыуы тураһында күберәк мәғлүмәт табыу өсөн Туймазы ҡалаһында йәшәгән ейәне Рәис Ғәлимовҡа хат яҙҙым. Бына нимә тип яуап бирҙе ул миңә.
“1911 йылғы атайым Мансур Ғәлимов – Салйоғот ауылы кешеһе. Уның атаһы Ибраһим – 30-сы йылдар башында указлы мулла. Уның 30 дисәтинә ере, дүрт аты, һыйыры була. Ялсылар тотмаған, бар хужалыҡты үҙҙәре алып барған: ер һөргәндәр, сәскәндәр, бесән әҙерләгәндәр.
30-сы йылдар башында ер-мөлкәте булған кешеләрҙе, бигерәк тә дин әһелдәрен кулаклыҡта ғәйепләп, мал-мөләктен ала башлайҙар.
Быларҙың барыһын да күреп торған атайым (редакциянан: уның ниндәй вазифа биләүе күрһәтелмәгән) үҙенең ата-әсәһенә һәм ике ҡустыһына белешмә ҡағыҙҙары эшләгән. Улар, минең аңлауымса, тыуған ауылдарын ҡалдырып, Әлшәй районының Ыҫлаҡ ауылында төпләнә. Шундай уҡ белешмәне ул, ғаиләһен һәм бар хужалығын ҡалдырып, Өнкөрҙө ауылында нигеҙләнгән ике туған ағаһы Вәлиулла Ғәлимовҡа ла эшләй.
Китер алдынан Ибраһим Ғәлимов, пальтоның эске яғына тегеп, атайыма батша заманының бер нисә алтын тәңкәһен ҡалдыра.
Атайым ауылдан сығып китергә йыйынғанда, уны НКВД органдары тотоп ала һәм халыҡ дошмандарына ярҙам иткән өсөн енәйәт статьяһы буйынса ун йылға хөкөм итә. Ата-әсәһенең ҡайҙалығын әйтмәй. Уларҙың йәшәгән ерен белгән осраҡта, ата-әсәһен дә хөкөм итерҙәр ине, моғайын.
Атайым 1933 йылдан алып 1943 йылға тиклем Коми Республикаһының Ухта ҡалаһында ултыра һәм шахта ысулы менән нефть сығара. Һуғыш башланыу менән ул фронтҡа ебәреүҙәрен һорай, әммә уны тәғәйен ваҡытын тултырғас ҡына һуғышҡа ебәрәләр. Тәүҙә штраф батальоны составында һуғыша. Тәүге яуҙа уҡ яралана. Артабан артиллерия төҙәүсеһе булырға өйрәнә. Киевты, Будапештты, Праганы азат итеүҙә ҡатнаша. Берлинды алыуҙа ла ҡатнашыуы ихтимал. III дәрәжә Дан ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.
Шулай яуҙарҙың береһендә засадала ҡалдырылған немец танкы, артиллерия полкы һәм танк армияһы колоннаһын үткәреп ебәреп, уларға һөжүм итә һәм бер танкты ата. Атайым водитель менән машинанан һикереп төшә һәм ҡоралдарына снаряд ҡуйып, тәүге атыуҙан уҡ дошман танкын юҡ итәләр. Был ваҡиғанан һуң атайыма Герой исеме биреү тәҡдиме менән сығалар, әммә уның эшен ҡараған комиссия, мулла улы булыуын һәм халыҡ дошмандарына ҡасырға ярҙам иткән өсөн хөкөм ителгәнен белгәндән һуң, уға был батырлығы өсөн хатта миҙал да бирмәйҙәр.
Атайым 1983 йылда 72 йәшендә вафат булды. Уның ҡустыһы Мөхәрәм Әлшәй районының хәрби комиссариаты тарафынан 1942 йылда фронтҡа алына һәм 1943 йылда Украинаны азат иткәндә Голая Долина ауылы эргәһендә (хәҙер ул Донецк өлкәһенә ҡарай) һәләк була. Икенсе ҡустыһы Абдулкәрим Ленинград ҡалаһында һуғыша. Ул 1943 йылда һәләк була, Ленинград өлкәһенең Синявино ҡасабаһы эргәһендә ерләнә. Ике ҡустыһы ла Әлшәй районының Раевка ауылы кешеләре булараҡ яҙылған.
Иң өлкән ағалары Разеитдин 1933 йылда кулаклыкта ғәйепләнә һәм 1950 йыл башында азат ителә. Ҡатыны менән ҡыҙы уның ҡайҙалығын белмәй, сөнки хөкөм ҡарары сығарылғанда ул яҙышыу хоҡуғынан мәхрүм ителә. Ауылға әйләнеп ҡайтҡас, ҡатыны менән балаларын ала ла (ҡатыны икенсе тапҡыр кейәүгә сығып, ул таба, ире һуғышта үлеп ҡала) Пермь өлкәһенең Кусье ҡасабаһына йәшәргә китә. Ул 1989 йылда вафат була. Хәҙер ейәнсәре Роза Зельман ике балаһы менән Екатеринбург ҡалаһында йәшәй.
Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек: Марат, Фәниә, Дилә һәм мин”.
Илебеҙ тарихындағы был ҡанлы йылдар Ғәлимовтар ғаиләһе яҙмышында тәрән эҙ ҡалдыра. Ошондай ғаиләләр тарихы илебеҙ тарихын тәшкил итә лә инде. Беҙҙең бурыс – уларҙың тарихын өйрәнеү, һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу.
Был хатҡа өҫтәп, 1917 йылғы Ревизия мәғлүмәттәренән өҙөктәр килтерәм. Ул ваҡытта Салйоғот ауылында Ғәлимов фамилиялы биш кеше теркәлгән: Ибраһим – 37 йәш, дүрт аты бар; Ҡотмия – 37 йәш, биш ат; Ғәбиҙулла – 44 йәш, алты ат; Нох – 27 йәш, бер ат; Хәйерзаман – 42 йәш, аты юҡ.
Мәҡәләмде йомғаҡлап, Салйоғоттоң Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә стела йәки обелиск ҡуйылмаған берҙән-бер ауыл булыуын әйтеп үтеү урынлы булыр.
Марат ҒАФАРОВ,
тыуған яҡты өйрәнеүсе.

Автор:Наркес Халиуллина