Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
24 Сентябрь 2021, 12:00

Фажиғә тураһында иҫтәлек

Әжекәй фажиғәһе хаҡында беҙ гәзит биттәрендә яҙған инек, быйыл Әжекәй ауылында был ваҡиға иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.

Фажиғә тураһында иҫтәлек
Фажиғә тураһында иҫтәлек

Әжекәй фажиғәһе 1918 йылдың 26 июнендә була. Был көндө командир Логинов етәкселегендәге Әжекәй ауылы аша үтеп барған ҡыҙылармеецтар атыу тауыштары ишетә һәм, кире боролоп килеп, ауылдың ир-егеттәрен ата башлай. Үлеүселәр һаны тураһында теүәл мәғлүмәт юҡ. 80-дән алып 140 самаһы кеше һәләк була.
Иҫтәлекле таҡтаташты Яңы Мөслим ауылынан Хәбибуллиндар ғаиләһе урынлаштырған. Улар өсөн был ваҡиға – ғаилә фажиғәһе.
– Был көндө Әжекәй ауылында биш туй барған була, – тип һөйләй ғаилә башлығы Ғәли Хәбибуллин. – Шуларҙың береһе – минең өләсәйемдең туғаныныҡы була. Өләсәйем Шәмсиямал Мәғәфүр ҡыҙы түбәндәге ваҡиғаларҙы бәйән итте: атҡандан һуң отряд тауҙан төштө. Ауыл муллалары уларҙы туҡтатыу өсөн ҡаршы барҙы, әммә ҡыҙылармеецтар атып үлтерҙе. Һалдаттар тәүҙә мәсетте яндырҙы, аҙаҡтан бөтөн ауылды көл-күмергә әйләндерҙе.
Олатайым беҙҙең хәлле кеше булған. Уның өйө башҡаларҙыҡына ҡарағанда ҙурыраҡ. Ауыл өйҙәре янған ваҡытта уның өйөнә бер ни ҙә булмай.
Өй хужаһы ғаиләһе менән баҡсала йәшеренә. Атыу тауышы ишетелә, Ахун исемле улын аттылар икән тип, урамға йүгереп сыға. Был ваҡытта уны ҡыҙылармеецтар күреп ҡала. Ул һарайҙа йәшеренә, әммә олатайҙы табалар. Бер һалдат ҡылысын һурып сығара ла ғаилә башлығының ҡорһағын киҫеп үлтерә. Ошо ваҡиғанан һуң 40 көн уҙғас, өләсәйебеҙ ҡайғыһынан вафат була.
Улдары Ахун был көндө иҫән ҡала, ә аҙаҡтан уны Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Уларҙы Әләгәҙ ауылында йыялар. Һалдаттар араһында дизентерия сире тарала. Ахун ошо сирҙән үлеп ҡала.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, Халыҡ-ара “Ҡыҙыл Тәре” йәмғиәте ауылда ата-әсәһеҙ ҡалған балалар өсөн ашхана ойоштора. Ошо рәүешле күп етем балалар иҫән ҡала.
Үткән быуат тарихы иҫтәлегенә бағышланған мемориаль таҡта ағымдағы йылдың август айында урынлаштырылды. Хәбибуллиндар ғаиләһе ата-бабаларының ғүмерен өҙгән һәм күптәренең яҙмышын тамырынан үҙгәрткән ваҡиғаны мәңгеләштерергә хәл итә. Ташта соҡоп “Мәғәфур олатай һәм 1918 йылдың 25 июлендә Әжекәй ауылында ҡыҙылдар ҡулынан интектерелгән һәм үлтерелгән 140 кеше һәм яндырылған Әжекәй ауылы иҫтәлегенә”, шулай уҡ Александр Пушкиндың романынан был ваҡиғаға тап килгән: “Рустар күтәргән мәғәнәһеҙ һәм ярлыҡауһыҙ боланы күрергә яҙмаһын...”, тигән өҙөк яҙылған.

Автор:Наркес Халиуллина