Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
7 Сентябрь 2021, 09:25

Мәсетле районының күренекле урындары

Районыбыҙҙа “Беҙҙең Урал” порталын ойоштороусылар булып китте

Мәсетле районының күренекле урындары
Мәсетле районының күренекле урындары

“Беҙҙең Урал” –“Уралды бөтә Рәсәй һәм донъяға танытабыҙ” проекты порталы. Ул инде ун йылдан ашыу Поляр Уралдан Ҡаҙағстанға тиклем бөтә Урал төбәгенең күренекле урындары тураһында тикшерелгән һәм ышаныслы мәғлүмәт бирә.
Порталда Уралдың туристик мөмкинлектәре тураһында ғына түгел, ә унда барған ваҡиғалар, ҡайҙа уралдарға хас аш-һыу тәмләргә мөмкин икәнлеге һәм башҡа бик күп мәғлүмәт бар. Шулай уҡ проект Урал тураһында бүләккә тәғәйенләнгән китап сығара.
Августа порталды ойоштороусылар Мәсетле районында булды. Экспедиция ваҡытында йыйылған мәғлүмәтте сайтҡа һалғандар ҙа инде. Улар менән интернет селтәре аша таныша алмағандар өсөн ҡайһы берҙәрен гәзитебеҙ биттәрендә баҫтырабыҙ.

Төньяҡ, Урта һәм Ҙур Мунсик (Мунсаҡ) – Мәсетле районының өс тауы
Тигеҙлектә урынлашҡан өс тау алыҫтан күренеп тора. Яҡыныраҡ килгән һайын улар үҫә барған һымаҡ. Ә инде тау итәгенә килеп еткәс, уның түбәһенә менгәнсе байтаҡ ваҡыт талап ителәсәген аңлайһың. Тауҙарҙың бейеклеге хәтһеҙ генә: Ҙур Мунсиктың бейеклеге диңгеҙ кимәленән 417 метр самаһы, Урта – 374 метр, Төньяҡ – 357 метр.
Ҡояшлы аяҙ көндә Ҙур тау түбәһенән Мәсетле районының бөтә территорияһын тиерлек, хатта күрше Балаҡатай, Дыуан һәм Ҡыйғы райондарының ҡайһы бер ауылдарын күрергә мөмкин.
Уның түбәһенән Әй йылғаһына күренеш асыла. Бынан уның бормалы урындары яҡшы күренә.
Тауҙарҙың түбәһе, нигеҙҙә, урман менән ҡапланған, ләкин ҡайһы бер урындарында – үҫемлектәр булмаған ерҙә – ямғырлы көндө тупрағы йыуыла һәм түбәһенә менеү ҡатмарлаша. Тауҙарҙа үҫемлектәр донъяһы төрлө: бында ҡайын да, терке лә, гөлйемеш тә осрай. Йәйен әрем, меңъяпраҡ кеүек шифалы үләндәр, ҡайын еләге йыйырға мөмкин.
Тауҙарҙың исеме төрөк телендә “муйынсаҡ” тигәнде аңлата. Әйтерһең дә, Әй йылғаһы – еп, һәм уға тауҙар ынйы булып теҙелгән.
Был урындарҙың матур легендаһы ла бар. Улар Мунсик тауҙарының нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләй. Ҡасандыр бында алпамышалар йәшәгән, имеш. Улар шул тиклем ҙур булған, хатта йылғаны аша атлап ҡына сыҡҡан, ҙур ағастарҙы тамыры менән үлән йолҡҡан кеүек кенә тартып сығарған. Бер ваҡыт Алпамыша Әй йылғаһы ярында йөрөгәндә батҡаҡ йәбешкән итеген таҙартырға булған – шунан Мунсик тауҙары барлыҡҡа килгән.
Мунсик тауҙары Мәсетле районы гербында һынландырылған.

Һабанаҡ ауылы тарихы
1798 йылдың 10 апрелендә Хөкүмәт идара итеүҙең кантон системаһын индерә. Кантондар ауылдар төркөмөнән торған командаларға бүленә. 1796 йылда Ырымбур һәм Пермь губерналары учреждениеһы менән төньяҡ-көнсығыш Башҡортостан Ырымбур губернаһының Красноуфимск, Екатеринбург, Пермь, Өфө һәм Троицк өйәҙҙәре составында була. Һабанаҡ ауылы Өфө өйәҙе Оло Ҡошсо улусының һигеҙенсе башҡорт кантонына инә. Күсеп килгән крәҫтиәндәр менән Ҡошсо улусы тулғанлыҡтан, ул үҙәге Һабанаҡ булған Оло Ҡошсо һәм үҙәге Әзиғол булған (хәҙерге Свердловск өлкәһе Красноуфимск районы) Бәләкәй Ҡошсо улустарына бүленә.
Оло Ҡошсо улусына Ҡотош (Мәрйәмғол), Ләмәҙтамаҡ, Һөләймән, Борғатья, Мәләкәҫ, Абдулла, Салйоғот, Айып ауылдары ингән.
1917 йылда Һабанаҡ ауылы Златоуст өйәҙенең Оло Ҡошсо улусына инә, 1919 йылда – Башҡорт республикаһының Ҡошсо кантонына, 1922 йылда – Мәсәғүт кантонының Дыуан-Мәсетле улусына, 1930 йылда – Дыуан-Мәсетле районына (ул 1935 йылда БАССР-ҙың Мәсетле районы тип үҙгәртелә).
Күҙәтеүҙәр буйынса, хәҙерге башҡорт ауылдарының күбеһе нигеҙҙә 1735-1740 йылдарҙа барлыҡҡа килгән, дөрөҫөрәге улар яңынан төҙөлгән. Яңы төҙөлгән йәки тергеҙелгән ауылдарҙың етәкселегендә, ҡағиҙә булараҡ, хөкүмәткә тоғро булған старшиналар торған. Уларҙың исемдәре торама пункттарға бирелгән. Һабанаҡ ауылы сығанаҡтарҙа тәүге тапҡыр 1742 йылда күрһәтелә. Ул старшина Һабанғол Сарикаев исеме менән йөрөтөлә башлай. Ауылдың элекке исеме – Һа- банғол.
Һабанаҡ Әй йылғаһы буйында, район үҙәгенән 10 км һәм Сулея тимер юлы станцияһынан 116 км алыҫлыҡта ята. Янынан Мәсәғүт – Красноуфимск автомобиль юлы үтә. Дүрт яҡтан Ыйыҡтау, Һаҡтау, Һыйыртау һәм Таштау урынлашҡан. Бөтә был тәбиғәт компоненттары урындағы халыҡтың йәшәйеше менән тап килә.
Ауылда нигеҙҙә башҡорттар йәшәй. Халыҡ ер эшкәртеү һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә.
Һабанаҡ ауылында XIX быуат һуңында мәсет эшләй башлай. Бында шулай уҡ 1907 йылда мәҙрәсә асалар, уҡытыусыларҙың береһе ауыл муллаһы Нәжир Хәҙиуллин була. Мәҙрәсә асылғанға тиклем, ул малайҙарға белемде өйөндә бирә: яҙырға һәм һанарға өйрәтә. Совет власы булдырылғас, мәсет манараһын емерәләр һәм уның урынына клуб төҙөйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тимерлек итеп үҙгәртәләр.
Ауыл Оло Ыҡтамаҡ улусының үҙәге була. 1736 йылғы ихтилал ваҡытында баш күтәреүселәр тарафынан ҡыйратыла. Улус үҙәге бинаһы ауыл үҙәгендә урынлашҡан, уның төҙөлөү ваҡыты яҡынса XIX быуат урталарына тура килә. Бина ағастан, һигеҙ бүлмәһе бар, тәҙрәләре бик күп. Бында улус үҙәге ағзаларының ултырыштары үтә.
1918 йылда шундай ултырыштарҙың береһендә (активист большевиктар йыйылған була) совет власына ҡаршы булғандар төркөмө, ишектәргә терәү һалып, боролош эшләй, власты үҙ ҡулдарына ала. Ултырышта ҡатнашҡан улус башҡарма комитеты ағзаларының барыһы ла аяуһыҙ рәүештә үлтерелә. Бер йылдан һуң ғына Баш- ҡортостандың Төньяҡ-Көнсығышында совет власы өҫкә сыҡҡас, уларҙы Сиражетдин Мөхәмәтрәхимов етәкселегендә ҡабаттан ерләйҙәр. Улар-ҙың ҡәберлектәре Һабанаҡ ауылы үҙәгендә, клуб эргәһендә, урынлашҡан. Үҙ ғүмерҙәрен киләсәк өсөн биргән тәүге большевиктарға арналған һәйкәл бөгөн дә тора.
1835 йылғы ихтилалда баш күтәреүселәргә суд 1836 йылда көҙөн Өфөлә үтә. Быға тиклем улар Өфө төрмәһендә ултыралар. Иң ғәйеплеләр тип Мәсәғүт ихтилалында ҡатнашҡан һигеҙенсе һәм дүртенсе кантон башҡорттары таныла (Һабанаҡ ауылы тарихы Анзалита Мусинанан яҙып алынды).

Мәгәзей
Һабанаҡта тарихи әһәмиәткә эйә бина урынлашҡан. Ауылдан Ләмәҙтамаҡ яғына боролған юл ситендә, Әй йылғаһынан уң яҡта, урынлашҡан ике ҡатлы ағас бина мәгәзей тип атала.
Бөгөн был бинаның хужаһы бар. Әлегә уның эсенә инеп ҡарау мәсьәләһе хәл ителмәгән, әммә бина тарихи һәм мәҙәни ҡиммәткә эйә.
Мәгәзейҙе тыштан ҡарау мөмкинлегенә һәр кем эйә – бер нәмә лә ҡамасауламай. Ул ҡойма менән кәртәләп алынмаған. Тышҡы яғынан ғына ҡарағанда ла күп тәьҫораттар алырға мөмкин. Иң тәүҙә тулыһынса ағастан һалынған бинаның дәүмәле иғтибарҙы йәлеп итә – ул бик ҙур. Икенсенән, ағастар – төҙөлөштә оҙон һәм йыуан бүрәнәләр ҡулланылған. Ошо ерлектә сығарылған таштан һалынған нигеҙ ҙә ҙурлығы менән хайран итә. Ә иң иғтибарға лайыҡлыһы – уның тәғәйенләнеше. “Мәгәзей” (рус телендә – “мангазея”) француз телендәге Magasin һүҙенән алынған һәм “ситтән килеүселәргә икмәк таратыу өсөн урын” тигәнде аңлата. Барыһы ла аңлайышлы кеүек, әммә мәгәзейҙең төп асылы уның ижтимағи һәм стратегик башланғысында.
Ул ваҡытта крәҫтиәндәр өсөн ҡатмарлы осорҙар йыш ҡабатланып торған: ҡоролоҡ, һыу баҫыуы, иртә ҡырауҙар һөҙөмтәһендә уңыш йыйыуҙа юғалтыуҙар булған. Был хәл аслыҡҡа килтергән. Уларға хөкүмәт тә, башҡа икенселәр ҙә ярҙам итә алмаған. Һөҙөмтә булараҡ, йәмәғәтселек оҙон келәттәр һалған.
Йәмәғәт уңышын һаҡлау өсөн мәгәзейҙәр ХХ быуат ураталарына тиклем ҡулланылған. Бина тура дүртмөйөш формаһында һалынған. Стеналар 20 сантиметрға тиклем диаметрлы һәм остары соҡоп буралған бүрәнәнән тора. Ул ергә соҡоп яһалған бағана формаһындағы нигеҙгә ултыртылған. Бындай конструкция игенде һаҡлау өсөн оптималь температураны һәм дымлылыҡты тоторға мөмкинлек биргән, кимереүселәрҙән ышаныслы һаҡлаған. Халыҡ ундай нигеҙҙе “Аҫтан елләтеү” тип йөрөткән.
Бындай ҡоролмаларҙың бер ҡатлылары ла, ике ҡатлылары ла осрай. Ҙурлыҡтары буйынса ла айырылалар. Инеү урындары аҫтан да, юғарынан да булырға мөмкин. Пермь крайы территорияһында һәм Һабанаҡта улар ике ҡатлы.
Мәгәзейҙәрҙең ҙурлығы башлыса ауылдың ҙурлығына бәйле булған. Совет осоронда ла улар халыҡ тарафынан файҙаланылған.

Мәсетле районының күренекле урындары
Мәсетле районының күренекле урындары
Мәсетле районының күренекле урындары
Автор:Наркес Халиуллина