Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
27 Август 2021, 11:10

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йыйыны

24 августа “Түңәрәк өҫтәл” артында тыуған яҡты өйрәнеүселәр, музей хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, уҡытыу-сылар йыйылды. Сараны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова алып барҙы.

Тыуған яҡты  өйрәнеүселәр йыйыны
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йыйыны

Семинар эшендә шулай уҡ онлайн форматта Башҡортостан Республикаһы милли музейы генераль директоры Альбина Ярмуллина, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп фәнни хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы Гөлназ Азаматова, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Р. Г. Кузеева исемендәге мәғлүмәт-консультация үҙәге баш белгесе Алексей Иванов ҡатнашты.
Гөлназ Азаматова үҙенең сығышында тыуған яҡты өйрәнеүҙең заманса үҫеш мәсьәләһен ҡараны. Ул киң таралған шәжәрә һәм Мәсетле районы ауылдары тарихы факттарын өйрәнеү йүнәлеше менән бер рәттән үткәндәр тураһындағы тарихи хәтерҙең яңы формаларын – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә ойошторолған “Мир ҡорбаны” байрамын – билдәләп үтте. 1996 йылда башланғыс алған сара бөгөн изге йолаға әүерелеп, тыуған яҡты өйрәнеү тәжрибәһенең сағыу миҫалы булып тора һәм үҙенсәлекле “хәтер урыны”н булдырыуҙа, яуҙа һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә һалынған һәйкәл һәм обелискыларҙы төҙөкләндереп, тәртиптә тотоуға булышлыҡ итә.
Докладсы тыуған яҡты өйрәнеү эшен популярлаштырыуҙың һәм был эшкә йәштәрҙе йәлеп итеүҙең мөһимлеген билдәләне, мәктәптәрҙә тәжрибәле тарихсылар-тыуған яҡты өйрәнеүселәр Лена Ғәйнанова, Любовь Корягина, Гүзәл Ғилметдинова, Динара Доос, Фәғилә Мөхәмәтғәлина, Наил Ғарипов етәкселегендә Оло Ыҡтамаҡ ауылы урамдары архитектураһы һәм исемдәре, ауыл мәсеттәре тарихы һәм дини династиялар, эшҡыуарлыҡ, халыҡ хәрәкәте буйынса ҡыҙыҡлы темаларға фәнни-тикшеренеү эштәрен баһалап үтте.
Гөлназ Булат ҡыҙы үҙ теләге менән тыуған яҡты өйрәнеү барышында мәғлүмәттәрҙе сис-темаға һалып, интернет селтәрендә урынлаштырыуҙа ҙур йәмәғәт эше алып барған рәсми мәҙәниәт учреждениелары, ә иң элек Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәктәптәр, профессиональ тарихсылар араһында киң коммуникация сараларын ҡулланыуҙың нығыныуына өмөтөн бағланы һәм Радик Вәлиевтың, Рәфҡәт Хаматуллиндың һәм башҡа тарихты өйрәнеүселәрҙең социаль селтәрҙә алып барған махсус биттәрен миҫалға килтереп, Мәсетле районының тарихи-мәҙәни йөҙөн күҙаллауға ярҙам иткән махсус сайт булдырыуҙы телгә алды.
Алексей Иванов “Документтарҙың музей коллекциялары – төрлө темаға мәғлүмәт сығанағы (Граждандар һуғышы ваҡытында Оло Ыҡтамаҡ ауылы крәҫтиәндәре миҫалында)” темаһы менән сығыш яһаны.
Сарала үҙенең атайсалының тарихын һаҡлауға ҙур өлөш индергән Һабанаҡ ауылы имам-хатибы Айнур Зәбихуллин да ҡатнашты. Ул башҡорт һәм рус телендә ауыл тарихы яҙылған мемориаль таҡтаташ урынлаштырған. Айнур – “Мин Һабанаҡты яратам” арт-объекты авторы, “Сүп-сарһыҙ тормош” акцияһын ойоштороусы ла. Имам сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, спорт менән әүҙем шөғөлләнә һәм үҫеп килгән йәш быуынды ла йәлеп итә.
Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Әхкәмова “Район ауылдары тарихын өйрәнеү” темаһын ҡуҙғатып, төрлө йылдарҙа иҫәптән төшөп ҡалған 21 ауыл билдәле булыуы хаҡында хәбәр итте. Әммә улар ысынбарлыҡта унан да күберәк, шуға ла тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә мөһим һәм күләмле эш тора.
Йонос мәктәбе тарих фәне уҡытыусыһы Фәғилә Мөхәмәтғәлина (һүрәттә) XX быуаттың 90 йылдар уртаһында “перспективаһыҙ” рәтендә иҫәпләнгән, бөгөн юҡҡа сыҡҡан Төрөпкилде ауылында иҫтәлекле билдә урынлаштырыуҙы ойоштороу тәжрибәһе тураһында һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар ҡасандыр тормош гөрләп торған, бөгөн юғалған ауыл урындарында бындай мемориаль таҡталар ҡуйыуҙың мотлаҡлығын белдереп, үҙҙәренең фекере менән уртаҡлашты.
Йәштәр үҙәге директоры Лилиә Орлова грант ярҙамында боронғо ҡоҙоҡто төҙөкләндереүгә проект әҙерләү эше менән таныштырҙы. Таштан һалынған, тәрәнлеге 15 метр тәшкил иткән был ҡоҙоҡҡа юғалған Крючковка (Зотна) ауылына экскурсияға барған Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто тәрбиәләнеүселәре тап булған.
Тыуған яҡты өйрәнеүсе Тәлғәт Сөнәғәтов башҡорт ырыуы Өпәй тарихын өйрәнгән саҡта алған мәғлүмәттәре менән уртаҡлашты. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Марат Әхмәтшин – Ҡошсо ырыуы вәкилдәренең беренсе йыйынына әҙерлек эштәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе Радик Вәлиев Яңы Мөслим ауылы тарихын өйрәнеү эше барышы хаҡында һөйләне.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар Мәсетле районында археология һәйкәлдәрен өйрәнеү, һаҡлау һәм популярлаштырыу, тыуған яҡты өйрәнеү эшен популярлаштырыуҙа музей һәм китапханалар роле мәсьәләһен тикшерҙе.
Тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең тикшеренеү эштәре өсөн объекттар күләме ҙур: мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт, йолалар, хатта милли аштар һәм, әлбиттә, архитектура, археология.

Тыуған яҡты  өйрәнеүселәр йыйыны
Тыуған яҡты  өйрәнеүселәр йыйыны
Тыуған яҡты  өйрәнеүселәр йыйыны
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йыйыны
Автор:Айгуль  Шарапова